Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
10 Декабрь 2019, 15:33
Сысҡан йылы-игенле
12 йыллыҡ мөсәлгә ҡағылышлы һынамыштар Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян йылы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (аждаһа) йылы
12 йыллыҡ мөсәлгә ҡағылышлы һынамыштар
Тауыҡ йылы тары сәс,
Барыҫ йылы барын сәс.
Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ,
Ҡуй йылы – ҡытлыҡ,
Ҡуян йылы – йотлоҡ,
Йылан йылы – баллыҡ,
Ҡабан йылы – байлыҡ,
Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ.
Сысҡан йылы – игенле,
Шуға сысҡан да күбәйә.
Барыҫ йылды барын сәс,
Һис булмаһа, тары сәс.
Барыҫ йылы — байлыҡ,
Һыйыр йылы — туҡлыҡ,
Ҡуй йылы — ҡытлыҡ,
Ҡуян йылы — йотлоҡ.
Эт йылы буран була.
Эт йылында мал үрсер,
Барыҫ йылды бары үҫер.
Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.
Йылҡы йылы – ҡаты йыл,
Уның башынан һағай.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде