— Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам,
алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем.
Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа
ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?
уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш,
ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән
иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.
йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.
ағай төпсөнөүен дауам итте.
әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.
ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.
Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет
алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре
генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы,
Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә,
әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?
бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй
икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!
булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!
Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай
һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп
ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна,
ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты...
Харап булабыҙ икән, былай булғас!
машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер
ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина
тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны
ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом
икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила
тигән кеүек, терһәге менән төрттө.
Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!
тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем
ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай
ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы
булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә.
Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.
һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.
ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен
ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.
ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге
ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.
торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла
аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни
күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар.
Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ
уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.
үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй.
Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын
тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан
һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер
аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.
яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында
күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.
күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә
йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә
бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап
кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.
дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.
бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус
беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин
түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға
бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта.
Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо.
Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын
алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә
кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.
хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте.
Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле,
Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына
әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр
боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.
әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның
наҙынан иреп китер ине...
Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.
ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.
У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем
үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар
— Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.
тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...
Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә
бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом
балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти,
кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...
менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем
арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан.
Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр
тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен
өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр
уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе
ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...
кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным
быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.
Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым.
Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ,
былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был
тауыш инде яҡында ғына ишетелә...
Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы
фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит
беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым...
Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ,
туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!
тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай,
туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.
иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар
барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына
төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:
ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. —
Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?
юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә
бар һорауға яуап бирергә тура килде.
ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был
яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы
бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?
тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.
Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға
әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...
Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне
үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу
икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?
Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр.
Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ,
йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға,
нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.
әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш
ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын.
Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән
тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...
балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:
ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай
уға нимәлер һөйләп бирҙе.
ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона
ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн
уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш
бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк
сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп,
тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.
ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.
кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән
ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. —
Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. —
Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған
ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе
ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен
яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...
ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман
ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына
тамаша залына йыйылырға ҡуштылар. Биш төркөмдән дә балалар этешә-төртөшә шунда
ашҡынды. Бер-береһен уҙышып, күңелле итеп һөйләшәләр:
тартмай. Унда нимә буласағын күҙаллайым инде. Әмилә лә үҙ бүлмәһенән сыҡмай
ултыра. Мәктәптә булғанда Әлиә апайыма нисек ҡасыуыбыҙҙы, ҡайҙа юғалып
йөрөүебеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем. Ул бының өсөн мине әрләмәне. Нисек
теш менән ыҙалағанымды күрҙе бит.
килә инде. Киттек залға, — тип алға ымланы апайым.
өсөн бөтәһе алдында әрләйҙәр, ә минең унда ҡыҙарып торғом килмәй.
башламаясаҡтар бит. — Әлиә мине күндерергә тырышты. — Киттек, әтеү икебеҙгә лә
Бер туған ҡустыңды тота килеп шунда барырға көсләйһең. Аңламайым бер ҙә һине.
Бармайым, тинем бит! — Йәнем көйҙө лә китте. Былай ҙа бөтәһе лә иртәнән бирле
Әмилә менән беҙгә әллә нисек ҡарай. Көлмәгән кешеһе ҡалманы. Ҡасҡалаҡ та,
ҡасҡалаҡ тип үсектерәләр.
ултыралар, ҡәбәхәттәр. Тиҙ булығыҙ залға! — "Зал"ға тип ҡысҡырғанда
ауыҙынан төкөрөктәре сәсрәп китте. Апайыма ҡарап әрләшеүен дауам итте. — Һин дә
ҡустыңды яҡлайым тип ултыраһың инде. Ничего, аҡылға ултыртырмын әле.
Күҙҙәрегеҙҙе таҫрайтып ҡарамағыҙ миңә! Воо-н!
асыулы һүҙҙәр менән ҡысҡыра-ҡысҡыра Әмиләнең бүлмәһенә инеп китте. Унда инеүе
булды, шау-шыу ҡупты. Шунан класташымдың башын төйә-төйә уны алып сыҡты.
Рәйфә апайҙың артынан эйәрҙек. Тамаша залына барып еткәнсе башыма ниндәй генә
уйҙар килмәне. Ниндәйерәк яза бирәсәктәр, тип борсолдом. Башҡа инмәгән уй
тәрбиәселәр ҙә тамашаның башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ингәс тә буш урын
табайым тип йән-яҡҡа ҡараштырҙым.
бар — шунда ултырайыҡ, — тинем апайыма.
урын түрҙә! — Рәйфә апай ҡулымдан елтерәтеп алды ла, сәхнәгә һөйрәп тигәндәй
алып китте. Әмилә лә минең арттан атланы. Ә апайым иһә мин ултырырға ниәтләгән
Мәүлиҙә Нурғәлиевна беренсе рәттә ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә уның йөҙө кинәт
үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡан дошманын осратҡан. Икебеҙҙе лә сәхнәгә баҫтырғас,
Рәйфә апай ләззәтләнеп китте. Мөһим эш башҡарғанмы ни!
көлөңкөрәп. — Господин ҡасҡалаҡтар килде. Башҡалар кеүек ябай түгел улар —
махсус саҡырыуҙы көтөп ултырғандар.
тотондо. Бары тик апайымдың ғына ҡыҙарып ултырыуын, әллә иламаҫҡа тырышып
ҡотортто? Нимәгә ҡалаға барҙығыҙ? Беҙ тыңлайбыҙ. — Тәрбиәсебеҙ туҡтауһыҙ һорау
бирергә ашыҡманы. Бының менән Рәйфә апайыбыҙҙың йәнен көйҙөрҙөк кенә. Ул
түҙмәне, килеп минең ҡолағымдан эләктереп алды:
тораһың шымып, һарыҡ?! — Ныҡ иткәнсе ҡолағымдан тартһа ла, ауыртыуын
белгертмәнем. Шунан ул Әмиләне елтерәтергә тотондо:
алғыры, нимә ауыҙыңды йомоп тораһың? Ваҡытты алма, тинем, һөйлә! — Рәйфә апай
нисек кенә "һынап" ҡарамаһын, беҙ — ләм-мим.
урынында ултырып түҙмәне. Бына хәҙер минең сират етте, эргәләренә барыуым ғына
көс, шунда уҡ һөйләп бирәсәктәр, тигәндәй ҡыйыу ғына аҙымдары менән сәхнәгә
ҡуйыштығыҙмы? — Директор берсә миңә, берсә Әмиләгә уҫал ғына ҡарап алды. — Бик
яҡшы! Һеҙҙең кеүектәрҙе тәүгегә осратмайым. Ундай ҡылыҡтарығыҙ өсөн колонияға
ебәрһәм, әллә нимәләр һөйләрҙәй булырһығыҙ ҙа ул...
йөрәгем жыу итеп ҡалды. Юҡ, былар беҙҙән һөйләтмәйенсә тынысланмаясаҡтар. Тик
кемебеҙ һүҙ башлар? Уйлап ҡараһаң, Әмиләнең бер ниндәй ғәйебе юҡ. Ул бары миңә
ярҙам итте бит. Ә хәҙер шуның өсөн Әмиләгә лә эләгәсәк. Нимә булһа ла булһын,
үҙем һөйләп бирергә тейешмен, тигән уйға килдем.
оятһыҙҙарға! Директорҙы ла һанға һуҡмайҙар ҙаһа. — Рәйфә апай утҡа май ҡойорға
тырышҡандай, "тамашасыларға" ҡарап өндәште.
ебәреүҙе һорайһығыҙ... — Мәүлиҙә Нурғәлиевна әкиәттәге уҫал һәм хәйләкәр йылан
кеүек, һөйләтергә тырышты. Детдом етәксеһенең был һүҙҙәре тәнемде өшөтөп алды,
ни сәбәпле ҡасыуыбыҙҙы аңлатырға мәжбүр итте.
ла ебәрмәгеҙ. Үҙем һөйләп бирәм... — Ҡалтыраулы тауыш ҡына ҡурҡыуҙы белгертте.
һөйләп бир. — Директор әйткәнемде ишетеп, ҡәнәғәтләнгәндәй итте.
алмайынса, үҙем ҡалаға барырға булдым. Ә бит мин ул яҡты белмәйем. Шунан
Әмиләгә әйткәйнем — ул ризалашты. Тешемде һурҙырғас, ҡайтырға тип автовокзалға
киттек. Тик яңылыш икенсе автобусҡа ултырып киткәнбеҙ. Әллә ниндәй ауылға барып
сыҡтыҡ. Аҙаҡ бер бабай беҙҙе бында тиклем алып килде...
һылтана! Шунан, әгәр бер-ике көн көтһәң — үлер инеңме? Шул хәтлем шаштырҙым
һеҙҙе — һәр кемегеҙгә нимәлер кәрәк. Яман ауырыуға һалыштығыҙ түгелме? Һеҙ
йөҙәү — ә мин бер үҙем! — Мәүлиҙә апай ҙа ҡыҙа төштө. — Һинән һорайым, Ильяс,
Үҙҙәренең ғәйебен танымай, беҙгә генә япһармаһындар тигәндәй, ҡаршылашырға
һеҙ кеше теш ауырытыуынан үлмәй тиһегеҙ. Ә бит икенсе төркөмдәге малайҙың битен
ҡырҡтылар. Уны ла бит теш табибына ваҡытында алып барыусы булманы...
ебәрҙе директор. Ауыҙыңды йом тигәнде аңлата был һүҙ. — Ҡарале һин уны, минең
менән телләшеп маташа, хәстрүш! Алкаш балаһы икәнеңде онотма! Директор менән
ҡаршылашырға сүп кенәһең әле!
торған Рәйфә апай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалды:
атаманша! Серек баш! Үҙаллы өйгә эшеңде лә үтәй белмәйһең бит. Гел Ильяс һиңә
ярҙам итә. Уны ҡалаға ҡасырып, бурысыңды ҡайтарырға иткәнһеңдер, бездарь!
ярамай, апай. Бөтәһе лә отличник була алмай. Теге малай кеүек Ильяс та шрамлы
йөрөмәһен тип уйлағанға ғына...
мәрхәмәтле булып сыҡтың әле! Минең өсөн хәл итә башланың түгелме, маңҡа? Улай
булғас, әйҙә, детдомға директор итеп ҡуяйыҡ. Бөтәһен дә ашат, кейендер... — тип
Нурғәлиевна, төрөмщиктең балаһынан нимә өмөт итәһең инде. Әмиләнең ниндәй
ғаиләнән килгәнен яҡшы беләһегеҙ бит. — Тәрбиәсебеҙ ҙә директорҙан ҡалышмай,
ауыртҡан ерҙән "семетергә" тырышты.
ҡағылмағыҙ! — Ҡыҙарған класташымдың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре бәреп сыҡты. —
Бөгөн үк уға хат яҙасаҡмын. Беҙҙән нисек көлгәнегеҙҙе вис һөйләйем!
ҡасҡалаҡ етмәһә беҙҙе ҡурҡытып маташа. Шулай инде: бүре балаһын күпме ашатма, ә
ул урманға ҡарай. Әсәйең йүнле бисә булһа, кеше үлтермәҫ ине. Һине барып
алғанда, өйөгөҙҙә бер тәғәм дә икмәк булмаған. Бар байлыҡ — буш шешәләр. Башың
бетле икәнен дә берүк онотма! Ә кейгән кейемең ҡортлап бөткәнен
хәтерләмәйһеңме? Ошолар һиңә еткәнме? Әллә тағы ла иҫеңә төшөрәйемме.
хәтлемгә килтерер тип уйламағайным. Директор үҙенә саҡырып ҡына әрләр ҙә, берәй
төрлө шелтәһен бирер, тип иҫәп тотҡайным. Ә бына бөгөн бөтәһе алдында ла оятҡа
ҡалдырҙылар. Әмиләнең, ана ҡалай, йөҙөн йырттылар. Уның әсәһе кеше үлтергәне
хаҡында белмәгәйнем бит. Бәлки, балалар йортона алып килгәндә бете лә
булғандыр. Тик ниңә һуң әле был хаҡта сәхнәнән һөйләргә кәрәк булды. Үҙем өсөн
дә, Әмилә өсөн дә ҡыҙғаныс ине был хәл. Ярай, әле халыҡ алдында рисуай иттеләр,
ти. Язаны ла икебеҙгә бирәсәктәр — быныһы көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе
лә минең арҡала башланды.
ғәфү үтенәм, — тинем ғәйепте үҙемдә танып. — Бүтән бер ҡасан да ҡасмаясаҡмын.
Был эштә үҙем генә ғәйеплемен. Зинһар, Әмиләгә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
икегеҙҙең дә ғәйебе бар! Нимә, әллә һине беренсе көн беләмме? Мине директор
итеп ҡуйыр алдынан ҡалала һеҙҙең кеүектәр менән эш иткәйнем. Шуға ла балаларҙың
ниңә бында эләгеүҙәрен белеп торам. Әсәйегеҙ йүнле булһа ҡырҡ йәшендә үлмәҫ ине.
Моғайын, араҡы менән дуҫ булғандыр. Артынса атайығыҙ ҙа вафат булды. Йүнле кеше
оҙаҡ йәшәй ул. Етмәһә, күп итеп бала тапҡандар бит — хөкүмәткә тамаҡ яуы итеп
булманы! — тип асыуланып берәү ҡысҡырғанға, әрләүҙән эйелә барған башымды
күтәрҙем. Әлиә апайым ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ата-әсәйебеҙҙең ниңә
үлеүен һөйләргә тотондо. Кесе йәштәге төркөм балалары араһында ултырған
Зөлфирәбеҙ ҙә иларға тотондо. — Белгегеҙ килһә, әсәйебеҙҙең миҙалы ла бар ине.
ата-әсәйегеҙҙе маҡтатырға йыйманым. Кем балаһы икәнегеҙҙе күптән беләбеҙ.
Балалар! Белеп ҡуйығыҙ: кем дә кем ҡаса, йәиһә эш боҙа — башынан
һыйпамаясаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм — ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Әмилә менән
Ильясты буш ҡалдырмабыҙ: бөгөндән алып тышҡа сыҡмаясаҡтар. Бер ай дауамында.
Мәктәпкә генә барырға рөхсәт ителә. Әлегә был уларға үтә йомшаҡ яза.
булып китте. Тимәк, директор беҙҙе колонияға ебәрмәйәсәк. Ҡурҡмаҫ та инем был
әйткәненә. Былтыр берәүҙе ебәрҙеләр бит. Мәүлиҙә Нурғәлиевна һүҙен дауам итте:
шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән
олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. —
Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян
бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...
тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә
ҙурыраҡ. Шулай булһа ла, беҙҙән бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡый. Тәрбиәселәр ҙә,
башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә уның менән еңел уртаҡ тел таба. Башҡаларға сәс үҫтерергә
ҡушмаһалар ҙа, уға ғына — аҡ юл. Берәй нәмә булһа, гелән Даян да Даян тип
тораларсы. Директор ҙа Даяндың һәр теләген иҫәпкә алып тора. Уның өсөн кейемде
лә махсус алалар. Шулай булмай ни, детдомда бит ул беҙҙең "вышка".
Тәрбиәселәр ҙә тыңлата алмаған баланы ул шунда уҡ урынына ултырта. Уның алдында
бөтәһе лә "Даян ағай" тип кенә йөрөй.
ниндәй мөһим кеше кеүек тота бит. Имеш, директор уның менән генә иҫәпләшә.
Кейгән әйбере лә затлы күренә бит. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә кейемдәребеҙ бер төрлө,
бары ул ғына айырылып тора.
— Директор беҙгә ҡарата бармағы менән күрһәтеп. — Тәртип аҡһай бит, малай.
Теләһә — ҡалаға сығып китәләр. Тәртип тә, режим да юҡ. Мине бар тип тә
белмәйҙәр. Былай эштәр бармай. Кстати, был бәндәләр менән һөйләшеп ал әле...
Әтеү, теҙгендән ысҡынғандар!
ҡәнәғәтлек менән башын һелкте. Мәүлиҙә Нурғәлиевна сәхнәнән төштө лә, бейек
үксәле туфлиҙәре менән тыҡылдатып сығыу яғына ыңғайланы. Бөгөнгө
"тамашаны" ла ул ябып ҡуйҙы:
барығыҙ. Һеҙ ҙә ҡабат ошолайта күрмәгеҙ. Ҡасҡалаҡтарға йәлләү юҡ, — тип көлөп
йүгереште. Бәләкәсерәктәре лә үсекләшергә генә тора. Директорҙың һүҙҙәре уларға
Әмилә, апайым һәм мин төркөмөбөҙгә
киттек. Өйгә эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк ине.
төркөм малайҙары ҡар таҙартырға сыҡтыҡ. Саф һауала эшләүе лә еңел — майҙан ни
тиклем ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡарҙы тиҙ арала тау итеп өйөп тә ҡуйҙыҡ.
Башҡарған эшебеҙ менән ҡыуанып, хәл алырға ултырҙыҡ. Шул саҡ үҙе менән өс
малайҙы эйәртеп алған һонтор кәүҙәле Даян күренде. Ул туп-тура беҙгә килә.
Минең эргәмә еткәс, ул мыҫҡыллы итеп һүҙ башланы:
бында икән дәһә! Һине генә күрге килеп тора ине.
Телһеҙ ҡалғың киләме, ә? — тине Даян күркәләнеп.
ипле һөйләшеү хәйерлерәк. Тик ниндәй зыян эшләгәнмен һуң уға? Үҙемде һис тә
ғәйепле итеп тоймайым. Шулай булғас, нишләп һуң мин уның алдында аҡланырға
тейеш. Бәлки, ул хәҙер ниҙер өсөн башымды эйермен тип көткәндер. Әммә үҙ
урынымда ҡаты торорға булдым.
бәйләнеп йөрөйһөң, — тинем асыуланып. — Мин һиңә нимә эшләнем?
Мә һиңә телең өсөн! — Һиҙмәҫтән генә ҡолаҡ төбөмә килеп тондорҙо. Шул саҡ башым
эшләйһең ул? — Төркөмдән малайҙарҙың берәүһе мине яҡламаҡсы ине. Был һүҙҙәр
"ағайыбыҙҙы" асыуландырҙы ғына шикелле.
ҡарап тораһығыҙ? Тиҙ генә юғалығыҙ күҙемдән. Һеҙгә лә берәрҙе еппәрәйемме әллә?
— Даяндың шашып ҡысҡырыуынан ҡурҡышып, башҡалар юҡ булды. Бары тик мин, Даян
һәм уның менән килгән өс малай тороп ҡалдыҡ.
танымайһыңмы? — тине тағы ла йоҙроҡтарын төйөп детдомдың "башлығы".
берәйҙе! — Көслө итеп тибеүенән ергә тәгәрәп киттем. Уның эргәһендәге теге
малайҙар Даяндың фарманын алып, ташланырға ғына торалар ине.
бирәнде типкеләйек тә ташлайыҡ.
менән һөйләшеп торорға ти!
— Ниндәйерәк яза бирәсәгебеҙҙе күптән уйлап ҡуйғанмын. Ха-ха, ҡасҡалаҡ. Әйҙә,
маңҡаға батып йәлләүҙе һора!
тағы битемә килтереп типте. Танауҙан ҡан аға башланы.
икәнемде яҡшы беләһең. Ә һин, шайтан алғыры, юрамал ҡасырға булғанһың. Бының
өсөн директорҙан Даян ағайың әрләнер тип уйламаныңмы? Бөгөн үҙең ишеттең, залда
мине Мәүлиҙә Нурғәлиевна торғоҙоп нимә тине? Балалар йортонда тәртип аҡһай
ти... Һинең кеүек һарыҡтар өсөн шулай тип әйтә. Был ҡылығыңа, беләһеңме, ни
эшләтәсәкмен? — Тамағы ярылырҙай итеп миңә "һабаҡ биргән" Даян бер
аҙға тымып ҡалды, шунан теге өсәүгә яҡыныраҡ килегеҙ әле тигәндәй, ымланы. —
Ҡасҡалаҡтың ботинкаларын сисегеҙ әле!
тормайбыҙ. Мин уны тотам, ә һеҙ, малайҙар, аяғынан ботинкаһын һыпырып алығыҙ,
бер ыңғайы нәскейен дә сисегеҙ.
Кәрәкмәй! Аяғым өшөй бит! — Даян ҡаты ҡулдары менән тотоп торҙо, ә теге
"көсөктәр" ботинкамды, носкиҙарымды ла тартып алдылар. Һыуыҡ ҡарға
ялан аяҡ баҫҡас, аяҡтарым зымбырлап китте. — Бирегеҙ ботинкамды, аяғым туңа
ҡасҡалаҡ үҙ көсөн күрһәтһен әле! — ти Даян. — Һиңә детдомды урап йүгерергә тура
киләсәк. Ә беҙ ваҡытты һанайбыҙ. Әгәр ҙә өс минут эсендә берҙе урап өлгөрмәһәң,
уны баҫтырып барығыҙ, ситкә ҡаса күрмәһен, ә мин ошонда ваҡытты һанап торормон.
Нимәңде ҡарап тораһың, йүгер! Ҡасҡаның өсөн яуап бирер кәрәк.
бүтән сара юҡ ине. Ирендәремде ҡымтып, алға саптым. Малайҙар арттан килә. Түҙ
инде саҡ ҡына, түҙ тип үҙемде тынысландырам. Ер шул тиклем туң икән.
Табандарымды өшөттөрә генә. Һыуыҡлыҡ һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Әммә мин
туҡтарға тейеш түгелмен, өс минут эсендә өлгөрөргә кәрәк. Бына мин гаражға етеп
киләм. Бәй, унан нисек үтергә икән? Водителдәр бит уның алдында гел машина
йыуа, һәм унан аҡҡан һыу боҙға әйләнә. Ысынлап та, гараж алды боҙ ине. Тимәк,
миңә шуның аша үтергә кәрәк... Бер аҙға туҡтап ҡалдым. Тегеләр ҡысҡырыша,
арттан йүгерә ине. "Өс минутта өлгөр!" — тиҙәр улар. Нимә булһа —
булһын, тинем дә алға йүгерҙем. Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ көйөнсә
атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде, ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер
нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға
барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным, боҙло ергә
ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанға һәр аҙымымдан
тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым.
Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йәиһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе
булып китте. Күҙ алдым томанланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле.
Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...
ауырттырҙыңмы, балаҡайым?
һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...
күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына
бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам — берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ
инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?
ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай
барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип
баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...
әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...
Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсе ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер
үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен.
Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...
әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем. Медсестра
Сәйҙә апай ҙа, бер-ике тәрбиәсе лә, директор ҙа янымда баҫып тора ине.
алдың, Ильяс! — тип йылмайып ебәрҙе Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Кем ҡушҡан ул Даянға
шулай итеп ҡыланырға! Бына күр ҙә тор — иманын уҡытырмын. Аяғың ауыртмаймы
тәгәрәне. Балалар йорто етәксеһенең һорауына яуап та бирге килмәй.
ти шәфҡәт туташы. — Әгәр ҙә саҡ ҡына оҙағыраҡ урамда торһа — эштәр хөрт булыр
ине. Әле беҙ спирт менән ыуҙыҡ. Йылыта торған мазен да һөрттөм...
тынысландырҙы шикелле. Бәлки, үҙенең ниндәйҙер кимәлдә ғәйебен дә танығандыр.
һиңә яңы ботинка алабыҙ? Ошо көндәрҙә Өфөгә юл төшөргә тора — әйҙә баш ҡаланы
һыйпарға ынтылды. Әммә ул ҡулдар миңә шул тиклем ят ине. Әгәр әсәйем ошоно
күрһә, нимә тип әйтәсәк. Директорҙың ҡулы ҡағылыуын теләмәүемде белдереп,
башымды ситкә борҙом. Уларҙың яңы кейеме лә, ҡалаһы ла миңә кәрәкмәй.
үҙемдең алдымда күрергә теләмәнем, сөнки шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә,
аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына
ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән!?
класташым менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Балалар йорто янында йәшәгән әбейҙең
өйөн үтеп барғанда, Фәрит кинәт туҡтап ҡалды.
еҫ! Әбекәй балыҡ ҡура. — Класташым асыҡ тәҙрә яғына табан боролдо ла, шул
тиклем дә танауҙы ҡытыҡлағыс еҫте һулап ебәрҙе. — Эх, хәҙер миңә бер таба
ҡуйһалар ҙа, ялп иттерер инем.
тәмле еҫ килә! Күптән балыҡ ашаған юҡ ине. Мин дә бындай танһыҡ ризыҡтан баш
минең әсәйем балыҡты шул тиклем шәп иттереп ҡура ине. Онға манып ебәрһәме!
Билләһи, телеңде йоторһоң. — Әсәй ҡуйынында булған саҡтар нисектер ошо татлы
еҫтән һуң иҫкә төштө лә ҡуйҙы. — Их, әсәкәйем дә, атайым да иҫән түгел шул,
былай итеп кеше тәҙрәһе төбөндә шайығымды ағыҙып тормаҫ инем. Теләһәм, көндә
балыҡты гелән бирмәйҙәр шул, — тип ауыр көрһөндө Фәрит.
Әллә берәй нәмәмде һелтәргә тораһығыҙмы? Бар, китегеҙ бынан. Өйөм янында
темеҫкенеп йөрөмәгеҙ! — тине лә асмалы тәҙрәһен шап иттереп ябып ҡуйҙы. Беҙ ары
киттек. Фәрит тә, мин дә әбейгә бер һүҙ әйтмәнек. Нимә тиһең инде оло кешегә?..
йөрөгәндәрҙән түгел. Үҙен ипле тота. Яңыраҡ ҡына детдомға килде ул. Әсәһе үлгәндән
һуң, атаһы үҙе тапшырған. Беҙ Фәрит менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ, бергә уҡыйбыҙ.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Матур итеп һүрәт
төшөрә. Әйтерһең дә, шуның өсөн генә тыуғанмы ни!
класташым. Әллә ниндәй бәләкәй нәмәнән дә мөғжизә күрә белә. Шуныһы аптырата.
Ташып аҡҡан гөрләүектәргә ҡарай ҙа: "Ана, улар ҙа яҙ килеүенә шатланып туя
алмай", ти. Йә сағыу нурҙарын өләшкән ҡояшҡа төбәп: "Беҙҙе ҡояш апай
ярата, шуға ла уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Күҙ алдыңа килтер әле, Ильяс, бер
тәүлеккә ул юҡ булһа, нишләрбеҙ?" — тип башты ҡатыра. Үҙе зирәк инде. Бына
әле лә ул бик шәп идея бирҙе.
һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен. Хәҙер ҡайтып ашап алабыҙ ҙа, Иҙел
буйына балыҡ ҡармаҡларға барабыҙ! Һин ризамы?
Йылғаға яҡыныраҡ йәшәгән берәй малайҙан һорап торорбоҙ.
ҡул ҡыҫыштыҡ та детдомға табан атланыҡ. Ашағандан һуң, кеҫәбеҙгә бүтәндәрҙән
артып ҡалған икмәк телемдәрен дә һалып алдыҡ. Ярай, тәрбиәселәрҙән бөгөн Хәкимә
апай эшләй ине. Ул шул тиклем алсаҡ. Балалар менән әрләшеп тә, талашып та
бармай. Уның йомшаҡлығынан беҙ файҙаландыҡ та.
шул тирәлә йәшәгән малайҙан ҡармаҡ һорап торҙоҡ. Болонда ятҡан бүрәнәләрҙе
тәгәрәтеп, селәүсен дә табып алдыҡ. Күп тә үтмәй Иҙелдең тымығыраҡ урынына
ҡармаҡ ташлап ултыра инек. Ә йылға быйыл ғәләмәт ташҡан. Аръяҡ менән
тоташтырыусы ағас күперҙе бына-бына ағыҙып китергә итә. Ярҙарына һыймаҫтай булып
ҡайҙа ашҡына икән? Һыуға оҙаҡ ҡарап торһаң, баш әйләнеп китә хатта.
ташлағанда селәүгә төкөрөп теләк әйттеңме?
улайтмаһаң, балыҡтар емде урап үтәсәк. Йә шуға әйтәм бер ҙә ҡапмай. Сығар ҡармаҡты.
эләктерҙе лә, эстән генә нимәлер һамаҡлап алды. Шунан йәнә ташланы.
китте. Бер һүҙ ҙә әйтмәй ултыра бирҙе. Шунан һүҙ башланы:
менән уйнағаны ла булманы. Көнө буйына дуҫтары менән әллә ҡайҙа йөрөп тик ятты.
Шунан кисен иҫереп ҡайта ла, һуғышырға тотона. Хатта ҡыш көнө тип тормай беҙҙе
урамға ҡыып сығара ине. Бер тапҡыр шулай һуң ҡайтты ла, аш таптырырға тотондо.
"Утын юҡ бит, нисек бешерәйем һуң?" — ти әсәйем. Был һүҙҙәрҙе
ишеткәс, атай тамам ҡоторондо. Йәне көйөп тышҡа атылып сыҡты ла, ҡайҙандыр
йыуан ғына ағас тотоп инде. "Утын юҡ тип һылтанаһыңмы, кәнтәй!? Мә, һиңә
утын!" — тип әсәйҙе туҡмарға тотондо. Беҙ әсәйебеҙҙе яҡлап ҡараныҡ та ул,
атай үҙебеҙҙе осора һуҡты. Һыуыҡ тип тә уйлап бирмәне, әсәйҙе йылы кейемһеҙ
ҡыуып сығарҙы. "Мин һеҙгә яҡшы әсәй алып ҡайтам", — ти үҙе. Таңға
ҡарай ғына хырылдап йоҡлап китте. Беҙ һеңлем менән ишекте астыҡ. Әсәй соланда
ҡалтырап ултыра ине. Шунан һуң һөйөклөм йыш ауырыны. Төндәрен туҡтауһыҙ
йүткерә. Хатта тын ала алмай башланы. Бер нисә айҙан һуң әсәйебеҙ... үлде. —
Ғаилә фажиғәһен бәйнә-бәйнә һөйләп ултырған дуҫым, устары менән битен ҡаплап,
илап ебәрҙе. Ирендәре лә туҡтауһыҙ ҡалтырай. Фәрит илағас, миңә лә ҡыйын булып
Мин һине аңлайым. Балыҡтарҙы ҡурҡытып ебәрмәйек, — тинем дуҫымды йыуатып. — Ә
һеңлең әле ҡайҙа? Һеҙ бер туғанмы?
туҡтата алмай, һыҡтай-һыҡтай, өҙгөлө тауыш менән һөйләүен дауам итте.
бар ине. Тик ул кемдә икәнен үҙем дә белмәйем. Атайым Наҙгөлдө сиғандарға һатып
ебәргән. Быны миңә үҙе иҫерек саҡта әйтте.
ғына һатыла бит. — Ғәжәләнеүемде йәшерә алманым.
һатып йөрөгән. Атайым һеңлемде эйәртеп тышҡа сыҡҡан булған. Шунан тегеләр был
тиклем һылыу баланы һат тигәндәр. Ә атайым, һармаҡ, Наҙгөлдө һатҡан да ебәргән.
— Фәрит йәнә ҡысҡырып иларға тотондо.
ныҡ итеп тартылды. Күрәһең, арыу ғына балыҡ килеп эләккән.
ҡаба! Тарт тиҙерәк! — Көтөлмәгән ҡыуаныстан урынымдан һикереп торҙом. Класташым
да илауын онотто. Ҡармаҡты тартып ебәргәйне-е-е — ҙур балыҡ килеп сыҡмаһынмы!
илап ултыра инек, хәҙер беҙҙән дә нығыраҡ шатланған кеше юҡтыр. Шулай булмай
ни! Балыҡтың да ниндәйен эләктерҙек бит. Үәт, туясаҡбыҙ, исмаһам... Ә балыҡ
ярҙан һикрәндәй, һис тә генә ҡулға бирелергә уйламай.
һикерәнләгән арала ағас күпер янына ҙур ғына ҡара машина килеп туҡтаны. Унан
матур, ҡап-ҡара костюм кейгән бер ағай сыҡты. Галстугын да таҡҡан, моғайын, ҙур
кешелер. Иҙелкәй бына-бына ағыҙырға тейеш иҫке ағас күперҙе оҙаҡ ҡарап торҙо ла,
йылғаға яҡын барырға ярамай тип уҡытыусыларығыҙ әйтмәнеме?
тинем мин. — Тик балыҡ ашағы килә бит.
ата-әсәйегеҙ һатып алмай? — Ҡара костюмлы ағай һорауҙар биреүен дауам итте.
тип һүҙгә Фәрит тә ҡушылып китте. — Бына ниндәй балыҡ тоттоҡ! Теләйһегеҙме,
һеҙҙе лә һыйлайбыҙ! Суртан барыбыҙға ла етәсәк...
— Тимәк, детдомдыҡы тиһегеҙ.
Әйҙәгеҙ, улай булғас машинаға ултырығыҙ. Йортоғоҙға тиклем алып барып ҡуям.
Ташҡын ваҡытында йылға буйында йөрөүе хәүефле.
ишектәрен йәш кенә водитель асып бирҙе. Беҙ ултырҙыҡ. Машина еңел генә урынынан
ҡуҙғалды. Теге костюмлы ағай беҙгә берәр кәнфит тотторҙо. Шунан исемебеҙҙе
һораны. Үҙе блокнотҡа барыһын да яҙып барҙы. "Һә" тигәнсе детдомға ла
килеп еттек. Хушлашҡанда теге ағай, бик етди генә ҡараны ла:
йөрөмәгеҙ, — тип бармағы менән киҫәтеп ҡуйҙы. — Директорығыҙға минән сәләм
балыҡсылар, — тине лә ҡуҙғалып китте. Беҙ Фәрит менән ҡул болғап тороп ҡалдыҡ.
булып сыҡты. Ашхананан май һорап алдыҡ та, төркөмөбөҙҙөң аш бүлмәһендә ҡурҙыҡ.
Һәр кемгә теүәл өлөш сыҡты. Хәкимә апайҙы ла һыйларға онотманыҡ. Йоҡларға
ятҡанда ла, күптән танһыҡ ризыҡты ауыҙ итә алыуыбыҙға шатланып бөтә алманыҡ.
тынғылыҡ бирмәй ине. Теге ҡара машиналағы ағай кем булды икән?
класҡа мәктәп завучы килеп инде. Күҙлеген ипләй биреп, парталар буйлап күҙ
йүгертеп алды ла уҡытыусыға ҡарап:
менән Фәрит кәрәк ине. Срочно ғына детдом директоры саҡырта, — тине. Был
һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк жыу итеп ҡалды. Тағы ниндәй эш боҙҙоҡ икән тигән уй
малайҙар! Һеҙҙе директорығыҙ түҙемһеҙләнеп көтә. — Дәресте өҙгәне өсөн завуч
уҡытыусы алдында уңайһыҙланып:
детдом директорына әйтеп ҡараным, дәрес бөткәс ҡайтарырбыҙ тип. Юҡ, һис тә генә
ҡайтыуыбыҙға эстән шатланһаҡ, детдомда нимә көтәсәге шомдо арттырҙы ғына. Әллә
берәй кем нимәлер тип ошаҡлаштымы икән? Улай тиһәң, тәртип боҙғаныбыҙ булманы.
Мәктәптә яҡшы уҡыйбыҙ. Ярай, нимә булһа булһын тип, ҡул һелтәнек тә, йортобоҙға
ингәс тә, вахтала ултырған һаҡсы, туп-тура директор кабинетына барығыҙ, тине.
Нурғәлиевнаның кабинетына етә башлаһам, ниңәлер аяҡтарым ебей ҙә төшә. Был юлы
ла шулай булды. Балалар йортонда Фәриткә ҡарағанда күберәк йәшәйем. Шуға ла
килдегеҙме! Тиҙерәк үтә һалығыҙ, аснәҡәттәр. — Директорыбыҙҙың йөҙөнә ҡарағанда
кәйефе насар икәнлеге асыҡ сағыла ине. Шуғалыр ҙа инеп тә өлгөрмәнек, сәсрәп
беҙҙе әрләй башланы. — Бына бөгөн коллектив менән йыйылып, һеҙҙе генә көтөп
ултырабыҙ. Башҡа эшебеҙ юҡ, шуға тип уйлайһығыҙмы?
уйнауҙан, туйғансы әҙер ризыҡты ашауҙан, йоҡлауҙан башҡаһын белмәйбеҙ бит, —
тине көлөмһөрәп тәрбиәселәрҙең береһе. — Һеҙ, балалар, эшләйһегеҙ, ә беҙ —
уйнайбыҙ. Шулаймы, Ильяс, Фәрит?!
ашарҙай булып ҡарайҙар. Етмәһә, һәр төркөмдөң тәрбиәсеһе лә бында килгән. Тотош
коллективтың директор кабинетында ултырыуы юҡҡа түгелдер.
булдығыҙ? — тип текләнде Мәүлиҙә Нурғәлиевна.
ҡыйыу һөйләшәһең түгелме, маңҡа! Тәрбиәсенән һорамай-нитмәй бындай ташҡын
мәлендә балыҡҡа барғандар, етмәһә, геройлыҡ күрһәткәндәй ауыҙ асып тора. —
Директорҙың асыуы көсәйә бирҙе. — Нимә, ас йөрөйһөгөҙмө әллә?
— Бығаса шым торған Фәриттең яуабы ине был.
ултырған тәрбиәселәргә етә ҡалды.
балалар күрмәгән ризыҡты һоғоналар бит!
ашатма, ул һәр саҡ урманға ҡарай тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.
йыйын алкаштарҙың балаларын кеше итәм тип ғүмер үтте инде.
ултырған директор ҙа һүҙгә ҡушылды:
костюм кейгән ине. Аҙаҡ беҙҙе машина менән алып килде.
убырҙар! Ғөтдәгеҙҙе ашарҙай булып йөрөйһөгөҙ шунда, мәңге туймаҫтай. Ҡорһағығыҙ
ярылғырҙар. Ә һеҙ ул ағайҙың кем икәнен беләһегеҙме?! — тине төкөрөгөн
бөтәһен дә беләһегеҙ. Минең исемемде һатыр өсөн юрамал эшләгәнһегеҙ. Күп
булмаһа, директорыбыҙ шулай ҙа былай тип янына үҙегеҙ барғанһығыҙҙыр әле. —
Мәүлиҙә Нурғәлиевна миңә асыулы ҡарап. — Кәкре аяҡ, кил әле бында. Бына ошо
китаптағы фотоға ҡарале. Уның аҫтында нимә тип яҙылған? Әйҙә, ҡысҡырып уҡы!
алып килгән кисәге ағай ҙаһа! Эйе, эйе! Мин яңылышмайым. Галстугы ла шул уҡ.
Фотоһын да аҡрайтып китапҡа баҫҡандар икән. Шунан аҫтағы яҙыуға текләндем:
башлығы... — тип ҡысҡырып ошо һүҙҙәрҙе генә уҡығайным, тәнемә эҫе булып китте.
Быны ишеткәс, Фәрит тә аптырай төштө. Тимәк, теге кәнфит менән һыйлаған
костюмлы ағай ҙур кеше булып сыҡҡан! Ә беҙ уны ҡайҙан беләйек...
тартмаһынан гәзит сығарҙы ла, уны бөтәһенә лә күрһәтеп, ҡулында һелкетеп алды:
беҙҙең исемде нисек һаталар! Ҡарағыҙ әле! Район гәзитендә балалар йорто
тәрбиәләнеүселәренә ҡарау юҡ, ташҡын ваҡытында Иҙелгә йөрөйҙәр тип яҙылған.
Иртәнсәк глава үҙе шылтыратты. Ильяс менән Фәрит исемле малайҙарығыҙ бигерәк
сос икән, ти. Ваҡланып та тормайҙар, Иҙелдә бындай ташҡында суртанды ғына
тоталар тигән була. Мин аптырап киттем. Әллә шаяртыумы икән тип уйланым. —
Мәүлиҙә апай теге гәзитте сәрт иттереп өҫтәлгә бәрҙе. — Нимә, хәҙер тәртип
булһын өсөн һәр ауылдың йылға буйын йөрөп сығайыммы, тип ҡаҙалды башлыҡ. Шелтә
бирһендәр өсөн мәғариф идаралығына ла еткерәм тине. Уф, был хәтлем дә игелекте
белмәгән балалар булыр икән донъяла. Әҙәм мәсхәрәһе бит, тик торғанда ошо ике
туймаҫ тамаҡ өсөн исемең һатылһын әле!? Был хаҡта радионан да һөйләгәндәр, ти.
Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ булдығыҙ инде, ҡәбәхәттәр!
былай бөтөрөн кем уйлаған! Теге ағай ҙа бының өсөн директорыбыҙҙы әрләр тип кем
белгән? Ә ағай үҙе ипле генә күренә, беҙҙең менән дә тыныс ҡына, йылмая биреп
быларҙы нишләтәбеҙ? — Директорҙың һорауы ҡаты яңғыраны.
ебәрәйек. Аҡылға ултырырҙар, исмаһам.
китмәһендәр әле. Йүнле әйбер кейеп үҫкәндәй ҡыланмаһындар.
бүтәндәргә бирергә кәрәк.
хужаһын тешләй тиеүҙәре ошолор.
аҙ саңдарын ҡағып алһын...
тәҡдимдәр яңғыраны. Ишеткәндәрҙән ҡыҙарып-бүртенеп бөттөк. Теге ваҡыт табала
ҡыҙарып бешкән суртан кеүек ине битебеҙ.
иптәштәр. Барыһын да яза итеп бирһәк тә, әҙ булыр, — тине өҫтәл артынан сығып
Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Бына хәҙер йәйгегә яңы кейемдәр бирәсәкбеҙ. Әйҙә, был
йолҡоштар йөрөһөн иҫкеһендә. Улар беҙҙең исемде һатам тип ашҡынғанда, ниңә
бирәндәрҙе йәлләргә ти! Ашатҡанына, кешесә йоҡлай алғандарына шөкөр ҡылһындар
әле. Хөкүмәткә аҡса яуы булып торалар. Ә үҙҙәренән бер тинлек тә файҙа юҡ.
Даянға әйтергә кәрәк тигән фекер ҙә дөрөҫ. Әйҙә, иманын уҡытып алһын быларҙың.
Әтеү, бауҙан ысҡынған эт кеүек ҡоторалар. — Шунан беҙгә үгеҙҙәй һөҙә яҙып
ҡараны ла: — Ә хәҙер — марш мәктәпкә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
барғанда йәнә ҡаты тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:
носки тип ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ!
шартлата тибеп Даян килеп инде. Фәрит менән китап уҡып ултыра инек.
китабығыҙҙы алып тороғоҙ мин булғанда! — Үҙе йоҙроҡтарын төйөп, әллә беҙҙе
ҡурҡытырға теләп, ишеккә берҙе һуғып та алды. Барыбер йәш үҙенекен итә икән.
Беҙҙән күпкә олораҡ булғас, көрәктәй ҡулдарын улға-һулға һелтәргә оҫта.
Мәктәптә лә ауыл балалары менән йыш һуғышып китә. Һин ғәйепһеҙ булып та, һонтор
ағай килеп танауыңды тиктомалдан ҡанға борхотоп китһә лә, уға "ҡуй"
тип әйтеүсе юҡ. Әле лә Даяндың бүлмәбеҙгә килеп инеүе тиктомалдан түгел.
кабинетында булғанда "Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын"
һорамай-нитмәй балыҡҡа барҙығыҙ? — Ирендәре ослайып, Даян миңә яҡынлашты.
тәрбиәсеһе түгелһең бит, — тинем.
Гел проблемалар һеҙҙән сыға. Һеҙҙең өсөн беләһегеҙме миңә нисек эләкте! Директорҙан
шелтә алып тороуы ла рәхәт түгел. Етәр, күп шаштығыҙ! Балыҡ күрмәгәндәй
ҡыланып... Мин дә һеҙҙе буш ҡалдырмам.
өсөн ер ишелеп төшмәй бит. — Фәрит үҙенсә "башлыҡ" алдында аҡланырға
Мә һиңә! — Фәриттең ҡолаҡ төбөнә шаҡ итеп ҡалды. — Шунан миңә боролдо ла. —
Һиңә лә кәрәкме? Бына һиңә! — Йоҙроғон һелтәгәйне, саҡ эйелеп өлгөрҙөм.
ҡарғаларҙы туҡмап, ҡулымды бысратҡы килмәй. Белеүемсә, һеҙ бик яҡын дуҫтар бит
инде. Астан үлерҙәй булып, балыҡҡа ла бергә барғанһығыҙ. Детдомдың исемен
юрамал һатып йөрөйһөгөҙ. Директор икегеҙҙең дә кәрәген бирергә ҡушҡайны. Ә мин
ошолайтырға булдым. Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә спортзалға төшәһегеҙ. Башҡа
малайҙарҙы ла саҡырам, әйҙә, күрһендәр. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡанға батырғансы
туҡмарға тейешһегеҙ. Ысын дуҫлығығыҙ шунда күренер. Кем дә кем еңелә, шуны
үҙемә шестерка итеп алам. Ул минең кейемемде йыуасаҡ, бүтән йомоштарҙы
үтәйәсәк, әйткән ергә йүгереп барасаҡ. Аңлашылдымы!?
тинем. Ниңә әле беҙ Даян ҡушты тип бер-беребебеҙҙе күрәләтә ҡанға батырырға
Фәриттең дә һүҙҙәре минең әйткәнде ҡеүәтләне.
ҡарағыҙ. Ул саҡта барлыҡ детдом малайҙары һеҙҙе типкеләйәсәк. Шунан икегеҙ ҙә
минең ҡолдарым булаһығыҙ инде.
туҡмалырбыҙ, тик шестерка булмаясаҡбыҙ, — быны әйтмәй булдыра алманым.
сыҡтығыҙ. Әле минең менән ҡаршылашҡандары осрамағайны. — Башын тырнап, уйланып
ҡотолоуҙың икенсе юлы ла бар. Минең кәнфит яратҡанымды беләһегеҙҙер. Әгәр
һуғышырға теләмәһәгеҙ, миңә кәнфит алып килегеҙ. Ҡайҙан табырға икәнен
әйтәйемме? Ана, ауыл уртаһында баҙар бар. Шунда икәүләшеп барығыҙ ҙа, берәй
килоһын сәлдерегеҙ. Бының өсөн һеҙгә теймәйәсәкмен. Башҡа төрлө эш тә ҡушмам.
һайларға ирек бирәм. Тәүгеһе, икегеҙ ҙә туҡмалып, шунан минең иҙән һөртөүсе
сепрәктәрем булаһығыҙ. Икенсеһе иһә, кәнфит урлайһығыҙ ҙа, минән ярлыҡау
алаһығыҙ. Кискә тиклем ваҡыт бирәм. — Ялбыр сәсле, һонтор кәүҙәле Даян ишекте
шапылдата ябып сығып та китте.
урынлашты. Оҙаҡ шым ултырғандан һуң Фәрит һүҙ башланы.
күктән ошоно күреп торһа, нимә тиер! Улым исемемде һатып йөрөй тип ғәрләнерме
икән? Һуғышҡы ла килмәй бит, Фәрит. Дуҫтар бер-береһен ҡанға батырырға тейеш
Үҙ башына булһа ярар ине! Берәй заман үҙен типкеләп китһәләр ине. Мәйтәм, Ильяс,
әллә баҙар яғына барып урайыҡмы?
әле. Бәлки, берәй нәмә уйға килер.
килергә кәрәк тип тәрбиәсенән һораныҡ та, ауылдағы баҙарға һыпырттыҡ. Ундағы
барлыҡ тәм-томдарға ҡыҙығып, әллә нисә тапҡыр урап сыҡтыҡ.
ғына юҡ шул, — тигән булабыҙ.
Ауыҙын йырып, шарҡылдашып көлөп ҡала ҡайһы берҙәре. Шул саҡ күңелгә бик ауыр
һатыусы булам. Күпме теләйһең, шунса кәнфит ашайһың, ивет. Һине лә һыйлармын
шунда уҡ шиғыр сығарып, һамаҡлап ҡуйҙы:
ишеткәс, ҡыуанып киттем. Шул саҡ, бер һатыусы апай, ҡул болғап беҙҙе саҡырып
торам, нимәгәлер өмөт итеп йөрөйһөгөҙ. Минең эргәнән дә әллә күпме үттегеҙ. —
Бер ҡатырға йәшниккә күрһәтеп. — Һеҙгә йомошом бар ине. Бына ошоларҙы иҫке клуб
артына сығарып яндыра алмаҫһығыҙмы? Буш итмәм.
тормай. — Фәриттең ауыҙы йырылып китте. — Булдырабыҙ уны, апай!
ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарҙы яндырыу урыны бар. Шунда дүрт буш йәшникте тиҙ генә яндырып та
ҡуйҙыҡ. Бының өсөн теге апай өсәр һум аҡса тотторҙо. Йәшәйбеҙ былай булғас!
Күңел дәртләнеп китте. Шунан икенсе һатыусыға барҙыҡ:
ярҙам кәрәкмәйме? — Тағы бер нисә йәшник көлгә әйләнде. Ләззәтләнеп киттек.
Кеҫәгә сыңлап тороп инеп ятҡан һәр тәңкә күңелгә май булып яғылды. Әле
өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә, бишенсеһенә шулай ярҙам иттек. Ҡараңғы төшкәнсе баҙарҙа
йүгергеләнек. Ялҡынға керпектәр ҙә өтөлөп бөттө. Ҡағыҙ яндырғанда көслө ялҡын
сәскә лә бәрелде. Ул төтөн еҫенә һеңеп бөтөүебеҙҙе әйтәһе лә түгел. Шулай ҙа
беҙ сикһеҙ шат инек. Инде һатыусылар ҡайтырға ғына йыйынғанда, кеҫәләге бар
тәңкәләргә кәнфит һатып алдыҡ. Бер төргәк кәнфит килде лә ҡуйҙы! Үәт, исмаһам,
шәп булды! Эшкә бирелеп китеп, киске ашты ла онотоп киткәнбеҙ. Тимәк, иртәгә
иртәнсәк кенә ризыҡ күрәсәкбеҙ. Әммә былар барыһы ла кәйефте ҡырманы. Беҙ бит
тәү тапҡыр үҙ көсөбөҙ менән аҡса эшләнек. Шуға кәнфит алдыҡ. Эйе, һатып алдыҡ,
ә Даян ҡушҡанса урлашманыҡ.
башындағы ике ҡатлы йортобоҙға ҡайтып та киттек. Үҙебеҙ кәзә бәрәстәре кеүек
һикрәнләйбеҙ. Күптән бындай кәнфитте күргән юҡ ине. Шуға ла берәрҙе тәмләп
ҡарарға булдыҡ. Их, шул тиклем дә татлы икән! Был хәтлем дә телеңде йоторлоҡ
тәмлекәсте тәүгә ауыҙға алыуым.
алып барып бирҙек. Кәнфит тулы төргәкте күргәс, "башлыҡ"тың ауыҙы
йәйелеп китте. Һуҙылып ятҡан карауатынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Хәҙер урлашырға һеҙҙең дә ҡулдан килә! — Ирендәрен сап иттереп яланы ла, шунда
уҡ бер нисә кәнфитте һоғоноп та ҡуйҙы...
ҡайтып киләбеҙ. Детдом янында йәшәгән әбейҙең өйөнә барып еткәс, таныш еҫ йәнә
танауға килеп бәрелде. Күрәһең, әбей балыҡ ҡура.
беҙҙең менән булып үткән хәл-ваҡиғалар күҙ алдына баҫты. Ниңәлер ошо мәлдә
үҙемде ауға килеп эләккән балыҡтай тойҙом.Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды.
бынан, — тинем дә, эре-эре аҙымдар менән балалар йортона табан атланыҡ.
Әмилә үҙенә урын таба алмай. Уның бер уйы — нисек тә булһа иртәрәк мәктәптән
ҡайтыу. Бының сәбәбе лә бар.
бирәләр, — тине ауыҙы йырылып ул. — Төшкә ҡарай өләшә башлайҙар, шуға тиҙерәк
ишеттем. Хәтәр шәп кроссовкалар алып килгәндәр икән, яңы костюмдар ҙа бар,
тиҙәр. — Был хаҡта һөйләгәндә класташымдың йөҙө балҡып китте.
берәй йүнле кейем эләкһә ярар ине...
бит. Белеп ҡуй — ауыҙыңды асып йөрөһәң — бер нимәһеҙ ҡалырһың. Хәҙер үк
дәрестән һорап ҡайтырға кәрәк. Складҡа тәрбиәсебеҙ менән барабыҙ, беренсе булып
сиратҡа баҫабыҙ. Шунан үҙеңә тап килгәнен һайлап алаһың.
булһа ла, алдан өлгөрөргә кәрәк. Әтеү йүнлеһен һайлап бөтһәләр, ҡалыр шунда йә
ҡыҫҡаһы, йә оҙоно. Йөрө шунан кеше көлдөрөп. Анау тапҡыр кроссовки алғанда
эләкте инде миңә. Ат башындай ҙуры ғына ҡалғайны. Башҡаһы булмағас, алдым инде.
Аҙаҡ көлмәгән кешеһе ҡалманы. Анау көндө физкультура дәресендә кроссовки
аяғымдан төшөп ҡалды. Юҡ-юҡ, хватит! Инде йүнлеһен, үҙемә ярағанын генә
зыңғырланы. Биология дәресе башланды. Мин үҙемдең яҡын дуҫым, бер бүлмәлә
йәшәгән Фәрит менән ултырам. Беҙҙең класта өс детдом балаһы уҡый: мин, Әмилә,
Фәрит. Уҡытыусы яңы тема аңлатҡанға күрә, дәфтәремде алып, барыһын да яҙып
үҙенә урын тапмай, тегеләй-былай борғалана. Миңә ҡағыҙ ташлай ҙа, уға ҡараһаң,
"әйҙә, һорайыҡ та ҡайтайыҡ" тигәндәй ымлай. "Юҡ,
һорамайым", тигәндәй башымды сайҡайым да, яҙыуымды дауам итәм.
ҡайтырға, — тине ахырҙа Әмилә. — Детдомға медкомиссия килергә тейеш,
тәрбиәсебеҙ дүртенсе дәрестән һорап ҡайтырһығыҙ тигәйне.
хәҙер бала түгел. Ана, ҡарале малайҙарға. Бөтәгеҙҙә бер йортта йәшәйһегеҙ, ә
холоҡтарығыҙ төрлө. Бына мин Ильяс менән Фәритте өлгө итеп ҡуйыр инем. Дәрестә
тып-тыныс ултыралар. Өйгә эште ваҡытында үтәйҙәр, уҡытыусы менән телләшмәйҙәр
ҙә. Ә һин ҡыҙ башың менән насар ҡыланаһың. Әйҙә бүтән улайтма, йәме!
ауыҙын остайтып, көлөп ебәрҙе. — Улар шулай күренә генә, ә үҙҙәре... Бына Фәрит
йоҡосоноң йоҡосоһо. Ә Ильяс — эт ялҡауы. Исмаһам, үҙенең кейемен дә йыуа белмәй
— гелән апаһынан йыуҙыра.
Фәрит тә шымып ҡала алманы.
тиһәң, Әмиләне ҡуш инде, — тине кластағы ҡыҙҙарҙың береһе.
баш? Һин ниңә ҡыҫылаһың, ә? Күптән кәрәгеңде алғаның юҡмы? Минең менән
булышҡансы, ана, оҙон танауыңды ҡыҫҡартыр инең. — Теге ҡыҙ ҙа шымып ҡалманы:
тоҡсайҙары менән һөйләшмәйем, — тине лә алдына боролдо.
Хәҙер кәрәгеңде алаһың! — Асыуы ташҡан Әмилә класташыбыҙҙың сәсенә барып
Ултырғыстар йән-яҡҡа осто. Оло йәштәге уҡытыусы уларҙы нисек кенә
тынысландырырға маташмаһын, барыбер килеп сыҡманы. Ҡыҙҙар бер-береһенең сәсенә
йәбешкән дә, ебәрергә уйламайҙар ҙа. Башҡалар ҙа урынынан торорға баҙнат итмәй.
Әмиләнең холҡон улар яҡшы белә — аҙаҡ үҙҙәренә эләгеүе бар.
Әмиләне айырырға булдыҡ. Бәхәс беҙҙең арҡала башланды бит.
тинем тынысландырырға тырышып.
беҙҙән көләләр бит, — ти Фәрит. — Былай ҙа гел детдомдыҡыларҙың эсен сәйнәйҙәр.
Әмиләнең ҡулын тешләп алды.
бит! — Ҡыҙ ҙа тешләүенең сәбәбен аңлатмаҡсы итте.
йәнә тегегә тондорҙо. Тас та тос һуғыш китте. Дәфтәр, ручкалар тирә-яҡҡа осто.
Теге ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап китте. Беҙ уларҙы айырабыҙ тип, үҙебеҙгә лә
Фәриттең битен тырнап алды, шунан мине лә осора төртөп ебәрҙе. Ҡысҡырышыуҙарҙан
тинем! — Уҡытыусы түҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә тымып ҡалды. Апай асыулы
итеп беҙгә ҡараны. — Хәҙер үк кластан сығығыҙ! Дәресте бүлеп юрамал ҡыланаһығыҙ
дәфтәр-ручкаларын йыя башланы. Фәрит менән мин генә сығырға ашыҡманыҡ.
барығыҙ! Тиҙерәк күҙемдән юҡ булығыҙ тигәндәй, уҡытыусы ишек яғына күрһәтте.
Әмиләнең артынса беҙ ҙә сыҡтыҡ. Ул ишек төбөндә көтөп торған икән. Класта ғауға
ҡуптарғаны өсөн уның менән һөйләшке лә килмәй. Ә ул бер ни булмағандай йылмая
һөйләшмәйем. — Бите тырналған Фәрит шулай яуапланы.
Әмилә юхалана бирҙе. — Анау осло танауға йәнеп көйҙө лә китте. Ул үҙе
детдомдыҡылар тураһында һөйләнергә ярата. Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин юрамал
Уҡытыусы ҡайтырға тәүҙә үк рөхсәт итмәгәс, нисек тә булһа һыпыртырға кәрәк тип
ултыра инем. Шунан кемдер менән булһа талашыр кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Ә теге
ҡыҙ минең ҡорбаным булды ла ҡуйҙы. — Һәйбәт иттем, ивет?
уҡытыусыбыҙ шылтыратып әйтмәһә ярар ҙа ул, — тинем.
Берҙе әрләрҙәр ҙә оноторҙар. Ә бына бөгөн матур кейем алһам, үәт, исмаһам, шәп
буласаҡ. Малайҙар, һеҙгә костюмды үҙем ҡарап бирәсәкмен. Шөкөр, кейемдә мин
вкусым бар ул. Тик һеҙ миңә асыуланмағыҙ, йәме!
йәшәгән кешегә оҙаҡ үпкәләп буламы инде?! Әмилә лә шул хәтлем мауыҡтырғыс
һөйләүгә әүәҫ. Ғәйебе булһа ла, уны танып, йәтеш кенә итеп аҡлана белә. Бына
әле лә класта ғауғаның сығыуы шул иртәрәк ҡайтыу хәстәрләүенән икән тине.
улайтма. Белгең килһә, аҡыллы ҡыҙҙар һуғышып, талашып йөрөмәй. — Оҙаҡ шым
барғандан һуң Фәрит телгә килде.
аҡыллыларым! Бүтәнсә улайтмам, әммә ҡаршы сыҡһалар — шымып ҡалмам!
күпселек ыҙғыш шул кейемгә бәйле. Йөҙ балаға бер юлы әйберҙәр алып киләләр ҙә,
шунан тараталар. Өйҙәге кеүек һәр кемде кейендерер өсөн айырым баҙарға
йөрөтмәйҙәр. Гелән бөтәһенә лә бер үк төҫтә әйбер алына. Аяҡ кейеме лә, костюм
да, куртка ла, шапка ла, бирсәткәләр ҙә — бөтәһе лә бер иш! Игеҙәк кеүек
йөрөйһөң шунда! "Ана, инкубаторҙар урамға сыҡҡан!" — тип мыҫҡыллай
ауылдан ҡайһы берәүҙәр. Әй, ғәрләнәм шул һүҙҙәрҙе ишетһәм. Ошо
сепрәк-сапраҡтарҙы һаҡлап кейә белеү ҙә — ҙур оҫталыҡ. Берәүҙең бирсәткәһе
тишелһә, икенсенекен урлай ҙа ҡуя. Ә һин минеке тип әйтеп ҡара! Бөтәһе лә бер
иш бит! Бик һирәк кенә бүтән төҫтәге бер нисә кейем килә. Бына шул өлөшкә
эләгәйем тип хыяллана ла инде Әмилә.
теләгән кейемде һатып аласаҡмын. — Фәрит татлы хыялдары менән уртаҡлашырға
тотондо. — Балаларыма ла, ҡатыныма ла бүтәндәрҙә булмағанын һайлармын. Һеҙгә лә
иң затлыһын бүләк итермен, йәме?!
йомартлығынан йылмайып ебәрҙек. Эй, хыялланырға ярата ла инде Фәрит! Беҙҙә эшләгән
Флүрә апай, әгәр ныҡ теләһәң — хыялдарың тормошҡа аша, ти. Фәриттең дә, минең
дә, Әмиләнең дә уйлағандары ысынға әйләнһә ярар ине.
Хәкимә апай эшләй. Беҙҙең иртә ҡайтыуыбыҙға аптырап ҡуйҙы.
киткән, — тип яуапланы Әмилә.
алыштырғансы, сос ҡыҙыҡай келәт яғын урап өлгөргән. "Хәкимә апай, унда
хәҙер кейем бирәләр. Әйҙәгеҙ, шунда барайыҡ", — тип Әмилә һорағас,
тәрбиәсебеҙ теге "хазина"ға алып китте.
Әмилә шатлығынан һикереп ебәрҙе. — Уңдыҡ былай булғас. Малайҙар, тәүҙә миңә
һайлайбыҙ ҙа, шунан үҙем һеҙгә ҡарап бирәм, йәме.
икән! Ысынлап та, бер нисә бүтән төҫлө кроссовки, костюмдар ҙа килтергәндәр.
Бүтәндәрҙән айырылып торған кейемдә йөрөйәсәгемде күҙ алдыма килтергәс, күңелгә
йылы йүгерҙе. Фәрит тә ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәй.
оҡшағанын һайлап алды. Башы күккә тейерҙәй булып ҡыуана инде.
тиклем ҡыҫҡа еңле костюмда йөрөүеңде онот! Хәҙер шартына килтерәбеҙ. Бына
ситкә! — Тәрбиәсе ишетмәгәндә ҡолағыма шыбырланы. — Икенсеһен ҡарайыҡ.
быныһы! — Ситтән ҡарап торған Фәрит һоҡланыуын йәшермәне. Тиҙҙән уға ла
килешкәнен һайланыҡ. Был юлы тап килгән кроссовкаларҙы ла алдыҡ. Бына, исмаһам,
бындай бәхет тәтемәне. Уларҙы быйыл да "инкубаторҙар" тип
эләкләйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә беҙгә улай тип әйтмәйәсәктәр. Үәт!
маҡтанып күрһәтмәнек. Төркөмдәштәр бына исмаһам көнләште! Ярай әле башлы
Әмиләбеҙ бар! Мәктәптә лә иғтибар үҙәгендә булдыҡ.
ниндәй кейем алып бирҙеләр! — Класташыбыҙ шундуҡ өйрөлөп тә күрһәтә. —
Детдомдыҡы булғас та беҙҙе мәхрүмештәр тип уйламағыҙ!
Фәриткә ҡарағыҙ әле! — Ул беҙгә бармағы менән күрһәтә. — Үҙем һайлап бирҙем.
Бына, исмаһам, джентельмендар хәҙер!
тикшерә башланылар. Матур кейемдә булғас, уҡыуы ла еңел икән. Үҙем генә бөгөн
ике "бишле" алдым. Әмилә лә "бишле"не эләктерҙе.
һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тиҙерәк киләһе уҡыу көнөнөң етеүен теләп, ҡайтырға
детдом директоры кабинетына саҡыртып алды.
беҙҙе күреү менән, төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләнә башланы:
менерҙәй итеп күп шаштығыҙ! Мәктәптә лә, бында ла эш боҙоп ҡына тораһығыҙ.
Кисәге генә дәрестә һуғыш ойошторғанһығыҙ икән. Ә тәрбиәсегә ҡайтып, уҡытыусы
ауырый тип алдағанһығыҙ. Хәкимә апайығыҙ, етмәһә һеҙгә кейем дә келәттән алып
биргән. Юҡ-ҡ... Бындай рәхмәтһеҙ балаларҙы шаштырырға ярамай. Хәҙер үк быйыл
алған бөтә кейемдәрегеҙҙе лә кире тапшырығыҙ! — Директорҙың һүҙҙәренән әллә
нисек булып китте. Класташтарымдың да башы эйелде.
килә... — тип һүҙ башлағайны ғына Әмилә, Мәүлиҙә Нурғәлиевна шунда уҡ уның
килмәй тауышығыҙҙы! Күҙемдән юғалығыҙ һуғыш суҡмарҙары! Ә хөкүмәт әйберҙәрен
хәҙер үк тапшырығыҙ! Марш бынан әремтамаҡтар!..
торған кроссовки кейеп бүтән йөрөй алманыҡ. Улай ғына булһа ине лә ул! Йыл
башында алған футболканы ла, свитерҙы ла, бүтән кейемдәрҙе лә тартып алдылар...
миҙгел. Быйыл бигерәк тә, сөнки картуф һәләк уңған икән. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә
апайҙың баҡсаһы ғәләмәт ҙур. Бына шунда көн дә эшләйбеҙ ҙә инде. Картуф алырға
барасағыбыҙҙы алдан әйтеп ҡуя. Ял етһә, көнөбөҙ шунда үтә.
эш урынында ятып ҡалһа ла, алты баланы өйөнә ебәрҙе.
тора, бөгөн эште бөтөрөгөҙ инде, — тине беҙҙе оҙатҡанда.
баҡсаһындағы ер яман ныҡ ҡаты, шуға унда ҡаҙыуы ла ауыр. Анау көндә ҡулға сөйәл
сығып бөттө, бил дә төнө буйына һыҙланы. Етмәһә, апай үҙе өйҙә булмаһа, уның
ире беҙҙең хужабыҙ кеүек ҡылана. "Ярай, ҡайтып ашап килегеҙ", — тип,
төш етһә детдомға ҡайтара. Тәрбиәсебеҙ төшкө аштан һуң йәнә үҙенә ҡыуа. Тәмләп
өйөндә сәй эсереүҙәре һирәк кенә булғыланы.
төнгө "няня" булып эшләүсе Флүрә апай үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны.
бешерермен, ҡоймаҡ ҡойормон. Мунса ла яғырбыҙ әле, — тине мөләйем апай. Төшкә
тиклем Рәйфә апайҙа бил бөктөк тә ул, тик детдомға килеп ашағандан һуң кире
барғы килмәне. Арыным, шул картуфын күрге лә килмәй. Фәрит тә әллә ни атлығып
апайға барайыҡ. Ул кисә саҡырҙы бит, — тинем бүтәндәр ишетмәгәндә.
онотоп та торамсы. Әйҙә, барайыҡ...
алтауыбыҙ Рәйфә апайҙың ҡушыуы буйынса баҡсаһына киттек.
өлгөртөр кәрәк... — тип йәнә ҡабатланы тәрбиәсебеҙ.
сыҡҡас та Фәрит менән икенсе яҡҡа һыпырттыҡ. Малайҙарға был турала өндәшмәҫкә
алып килһәгеҙ, Рәйфә апайға әйтмәбеҙ, — тине "эшселәрҙең" береһе. —
Уның ире лә өйҙә юҡ шикелле. Моғайын, һиҙмәҫтәр.
өй бар. Ошо булыр Флүрә апайыбыҙҙың йорто. Ана, баҡсаһы тулы сәскә, әллә ҡайҙан
ҡунаҡтар! — Хужабикә беҙҙе күреү менән йылмайып ебәрҙе. — Әйҙүк, әйҙүк. Бына
ашым да бешә. Кисәге генә һарыҡ һуйғайныҡ.
Их, ҡалай танауҙы ҡытыҡлай ул! Күптән ундай ашты ашаған юҡ ине.
итеп ҡоймаҡ ҡоя, үҙе беҙҙең менән һөйләшә:
алғайнылар — күңелһеҙ булып китте әле. Чечняға эләккән бәләкәсем. Ә ағайығыҙ
эштә. Мин көнө буйы өйҙә яңғыҙым. Бына һеҙҙе күргәс, өй яҡтырып китте.
дә, аш эсербеҙ, йәме... — ти яғымлы тауышы менән.
әйтергәме-юҡмы тип оҙаҡ уйлап ултырҙым. Шунан әсәләй яҡын күргән кешегә барыбер
эшләнек. Анау көндә картуфын ала башлағайныҡ. Бөгөн бөтөрөгөҙ, ти ҙә ҡуя. Былай
ҙа төшкә тиклем хәл бөттө. Яңынан үҙенә ебәргәс, дүртәүбеҙ уға китте, ә беҙ
Ильяс менән һеҙгә һыпырттыҡ.
Шул Рәйфә апайығыҙ үҙенең ике балаһы булып, гел һеҙҙән эшләтә. Ҡышын уға һыу
ташып йөрөгәнегеҙҙе лә беләм.
ҡарарға ҡушҡанын, һарайын таҙартырға ебәргәне хаҡында ла ишеткәйнем. Ҡыҙҙарҙан
өйөн йыйыштырырға, иҙәнен йыуырға ҡуша икән.
яҡын күреүегеҙҙе өнәп етмәй Рәйфә. "Балаларҙы шаштырма, үҙеңдән алыҫ
тот" тигән була. Анау тапҡыр һеҙгә йыуаса алып килеүемде лә оҡшатманы.
һалды, күпереп бешергән икмәген дә өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡоротлап аш бигерәк тәмле
икән! Бындай һөтлө сәйҙе лә күптән эскәнебеҙ юҡ ине. Уңған да инде беҙҙең Флүрә
сығып, күрше малайҙар менән уйнап та алдыҡ. Аҙаҡ мунса индек. Ошо мәлдә үҙемдең
балалар йортонда йәшәүем хаҡында онотоп та киткәнмен. Бында бит бөтә нәмә өйҙәгесә.
Шуны ярамай, быны ашарға хөкүмәт ҡушмай, тегендә бармағыҙ, унда йөрөмәгеҙ
үтә яғымлы, изге күңелле. Мунсанан һуң тағы баллап сәй эстек.
һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Флүрә апайҙа нисек кенә яҡшы булмаһын, беҙгә детдомға ҡайтыр
кәрәк. Әгәр һуңлаһаҡ — Рәйфә апайыбыҙ тетмәбеҙҙе тетәсәк! Флүрә апай күп
иткәнсе тәмлекәстәрҙе, бөгөнгө ҡоймағын да һалып бирҙе.
сәләм әйтегеҙ. Иртәгә күрешербеҙ, йәме! — тип оҙатып ҡалды. Беҙ ҡыуанышып,
ҡоралай кеүек һикерә-һикерә, ҡайтып киттек.
матур өй төҙөйәсәкмен! — тигән була дуҫым. — Унда бөтәһенә лә урын етәсәк. Һин
дә, Ильяс, шулай гел ҡунаҡҡа килеп йөрөрһөң.
апайҙарҙыҡы кеүек йорт һаласаҡмын.
ант итәйек — балалар йортонан сыҡҡас, матур итеп үҙебеҙгә донъя ҡорабыҙ ҙа,
дуҫ, татыу ғаиләбеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ...
ингәнде һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге малайҙар арып ҡайтҡан, карауатта һуҙылышып
яталар. Күстәнәс тулы пакетты күргәс, кемуҙарҙан уратып алдылар.
саҡырығыҙ әле! Флүрә апай бөтәһенә лә теүәл бүлергә ҡушты, — ти Фәрит.
бүлмәгә йыйылды. Һәр кемгә икешәр ҡоймаҡ, берәр ус кәнфит эләкте. Бындай
бәхеттән тегеләр ҙә арығанын онотто шикелле.
ҡайтып инде лә һеҙҙе таптыра.
Фәрит урынынан ҡалҡына бирҙе.
Барыбер Рәйфә апайға шылтыратып әйтәсәген беләбеҙ бит.
апай килеп инде. Йөрәк жыу итеп ҡалды.
бездарҙар? — Тәрбиәсе тәүҙә Фәриткә килде лә, башына асҡыс менән шаҡ итеп һуғып
ебәрҙе. — Кемегеҙ ҡотортто?
Апай тапочкаһын сисеп, табаны менән минең дә башына шаҡылдата һуҡты. Башым
әйләнеп китте. Бүлмәбеҙгә йыйылған малай-ҡыҙҙар сығып ҡасырға уйлағайны ла,
Рәйфә апай шунда уҡ туҡтатты:
ҡуҙғалмай тинем! — Шунан беҙҙе һөҙөрҙәй итеп ҡарап алды. — Был бәндәләргә
таянырға ярамай! Ҡалай сос булып сыҡтылар әле! Ничего, кәрәгегеҙҙе бирермен
әле. Һеҙ булмағас — бүтәндәр эште бөтөрә алмаған. Ә иртәгә ҡар яуып ҡуйһа?
Хоҙайҙан яҡшы көндө теләгеҙ, көн боҙолһа — башығыҙҙы ашайым. Шул Флүрәлә
Рәйфә апайҙың асыуы ҡабарҙы ғына:
әүрәтеп үҙ эшен эшләтәлер әле.
күрмә. Йән көйгәндә йә тәҙрәнән алып ырғытырмын... — Бүтәндәр ҡоймаҡ тотҡан
көйөнә ҡатҡан да ҡалған. Быны Рәйфә апай ҙа күреп ҡалды.
биҙрәһен алып кил әле, — тине ҡыҙҙарҙың береүһенә.
килде лә, бысраҡ биҙрәне бүлмә уртаһына ултыртты.
ошо биҙрәгә ташлағыҙ! — Быны ишеткәс, балалар бер-береһенә ҡарашты. Ҡоймаҡты
күптәре онотҡанда бер күрә. Кемдер хатта уны берҙе тешләп, тәмен татып та
тешләһәм буламы? — тине кемдер арабыҙҙан.
ташлағыҙ. Беренсенән, санэпидстанция ундай аҙыҡты ашатырға ҡушмай. Икенсенән,
бүтән Флүрәнең ҡулынан берәй нәмә алып ҡарағыҙ әле!
Ашай ғына башлаған ҡоймағын да, кәнфиттәрҙе лә биҙрәгә ташлап, күңелдәре төшөп,
тейҙе генә! Ул педагог түгел, белеп ҡуйығыҙ шуны, — тип апайҙы әрләргә күсте. —
Балалар менән бөтөнләй эшләй белмәй. Һеҙҙең режимды боҙоп, үҙенә саҡырған
кешене башы бар тип әйтеп буламы? Уның был ҡылығын мин, юғары белемле педагог,
аңлай алмайым. Ошо турала Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләшергә тура киләсәк.
күренмәне. Уға нимә булған икән тип, борсолоп бөттөк. Бәлки, ауырыйҙыр, бына
төҙәлер ҙә, эшкә сығыр тип уйланыҡ. Һәм бер көндө Флүрә апай төркөмгә килеп
инде. Ниңә көндөҙ эшкә килгән, тип аптырап та ҡуйҙыҡ. Яратҡан апайыбыҙҙы
сыр-сыу килеп шунда уҡ һырып алдыҡ. Уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙы:
"няня"быҙҙың кәйефе юҡ. Ҡулына документтар тотоп алған. Бер аҙ шым
торғандан һуң, йылмайырға тырышып беҙгә яуап бирҙе:
Миңә бер ни ҙә булманы. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән йыш осраша алмаясаҡбыҙ. Шулай
килеп сыҡты инде. Әммә өйөмдөң ишеге һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. — Флүрә апай һәр
беребеҙҙең башынан һыйпаны ла, сығыу яғына ыңғайланы.
Балалар йортоноң "башлығы" Даян киске аштан һуң Фәрит менән мине
бүлмәһенә саҡырып алды. Нимә булды икән? Бер эш тә ҡылманыҡ шикелле. Тәртип
боҙһаҡ, тәрбиәселәр уға "саңыбыҙҙы ҡағырға" ҡушҡанын беләбеҙ ҙә ул.
задание бар, — тине ялбыр сәсле Даян. — Белеп тораһығыҙ, 8 Март яҡынлашып килә.
Байрамға һөйгән ҡыҙыма бүләк алырға аҡса кәрәк. Шуның өсөн һеҙҙе саҡырттым да
инде. Сос икәнегеҙҙе беләм. Ике көн генә ҡалды. Икәүләшеп миңә илле һум табып
һорап тораһығыҙмы, урлайһығыҙмы, эшләп алаһығыҙмы... Ике көн эсендә илле һум
булмаһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Ярай, ошоноң менән һүҙем бөттө, хәҙер үк эҙләй
башлағыҙ, — тине лә карауатына һуҙылып ятты. — Барығыҙ, барығыҙ!
шуға көслөрәк. Шуның менән файҙалана ла. Ә уҡыуы әллә ни яҡшынан түгел. Күпме
балаларҙан көлгәне бар уның. Анау тапҡыр миңә лә эләкте. Бына хәҙер аҡса
таптыра. Был турала тәрбиәсегә әйтһәң, үҙеңә генә насар эшләйәсәкһең. Ошаҡлашып
йөрөйһөң тип кәрәгеңде биргәнсе туҡмар. Башҡа малайҙарҙы ла һиңә ҡаршы ҡотортор
табырға! Беҙгә ул хәтлемде берәү ҙә биреп тормаҫ. Ишшеү, урлағыҙ тигән була!
Юҡ, утта яндырам тиһәләр ҙә, ҡулымды кеше кеҫәһенә тыҡмам!
бәлки, бирерҙәр, — тине Фәрит.
тора. Тик "аҡса биреп тороғоҙ әле" тип теләнселәү яман уңайһыҙ. Шулай
магазин эсендә оҙаҡ ҡына әйбер ҡарап торған булдыҡ. Үҙәк урамда йәшәгән апай
бына инде икенсе тапҡыр магазинға килде. Йәнә беҙҙе күргәс, аптырап китте.
— Баяғы тоҙ алырға онотҡайным,
шуға килдем әле, — тине ул һатыусыға. — Бынау малайҙар һаман тораларсы.
Кәштәлә ятҡан тәмле-татлыларға тексәйеп ҡарағаныбыҙҙы күргәндер инде. Кеҫәһенән
ун һум сығарҙы ла, беҙгә һондо.
бит! — тине йомарт апай. — Шунан тоҙ һатып алды ла, сығып китте.
эләккәс, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек. Тағын ҡырҡ һум тапһаҡ, Даянға бирәбеҙ
ҙә ҡотолабыҙ. Детдомға ҡайтып барышлай юлдан тағы ике һум табып алдыҡ. Хәҙер 12
Фәрит аҡсаларҙы йәнә һанап ҡуйҙы. — Бына бит, дуҫым, беҙ ниндәй бәхетле.
магазинға инеп торманыҡ, һатыусы алдында уңайһыҙ ине. Ҡыйыулыҡ табып, берәүҙән
ваҡ аҡса һорап ҡарағайныҡ, ул ағай үҙебеҙҙе оялтып китте.
аҡса һорамаясаҡмын, — ти Фәрит. — Үҙем күп итеп эшләйәсәкмен. Әгәр ҙә кемдер
һорап килһә — биреп торормон.
торғас, Фәрит бик шәп тәҡдим яһаны:
юл ҡарҙан асыла башлаған бит. Әйҙә, шул яҡтарға йөрөп киләйек. Әгәр кемдеңдер
кеҫәһенән тәңкә төшөп ҡалһа, ул ҡар ирегәс күренә бит.
Тау башындараҡ урынлашҡан урам яғына юлландыҡ.
бара, шунан ошо тайғаҡ урында ҡолай. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡсаһы ҡойола. Ә ул шуны
белмәй, тора ла, юлын дауам итә. — Ваҡ аҙымдар менән Фәрит шулай үҙенсә
һөйләнеп алға бара. Уныңса булыуы ла мөмкин. Был боролош яман ныҡ тайғаҡ шул.
Тимер аҡса табырмын тип иғтибар менән юлымды ҡарап барҙым.
Класташым тамаҡ ярып ҡысҡырып ебәрҙе. — Илле тин таптым, илле тин! Ур-ра!
буйлап йөрөһәк тә, бүтән табышҡа юлыҡманыҡ. Кеҫәлә ни бары 12 һум да 50 тин...
Даян түҙемһеҙләнеп көткән. Беҙҙе күреү менән бүлмәһенә саҡырып алды.
усыма, — төлкөләй хәйләкәр ҡарашына эстән генә асыуланып ҡуйҙым. — Һалығыҙ,
һалығыҙ! — Табылған аҡса Фәриттә ине. Ул барыһын сығарҙы ла, Даянға һондо.
күргәс, "башлыҡ"тың йөҙө боҙолоп китте.
— Фәрит ҡалтыраулы тауыш менән яуапланы.
аңлайышлы әйтмәнемме әллә?! Һеҙҙән һорайым!?
эҙләнек, — тинем аҡланып. — Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.
шкафҡа шаҡ иттереп һуғып ебәрҙе.
тигәйнем. Мин үҙ һүҙемдә торам. Бөгөн Фәрит һинең менән, ә иртәгә Ильяс менән һөйләшеп
алырға тура килер. — Йыйған аҡсабыҙҙы кеҫәһенә һалды ла, беҙҙе бүлмәһенән ҡыуып
бүлмәһенә башҡа төркөм малайҙарын йыйҙы. Шунан һәр саҡ уға йомошсо булып
йөрөгән малай Фәритте саҡырып алды. Хәҙер "башлыҡ" уның менән нимәлер
эшләйәсәк. Иртәгә миңә сират етә тине бит. Даян менән беҙҙең бүлмә йәнәш, шуға
берәй тауыш-тын ишетелмәҫме икән тип, һаҡ ҡына тыңлап торам. Әгәр дуҫымды
туҡмай башлаһалар, тәрбиәсене барып саҡырырмын ул. Күп тә үтмәне, тышта нимәлер
Йән өҙгөс тауыш ишетелде. — Үл-лә-әм! Үлә-ә-әм!
Ҡараһам, Фәрит ерҙә аунап ята. Уның янына йүгереп сыҡтым. Класташым түҙә алмай
тегеләй-былай тулай. Барыһы ла шунда уҡ аңлашылды: Фәритте тумбочка эсенә
ултыртҡандар ҙа, икенсе ҡаттан ырғытҡандар. Ҡар иреп, боҙға әйләнгән ҡаты
урынға ғына килеп төшкән. Ипләп ҡараһам, дуҫымдың башынан шабырҙап ҡан аға.
Быны күреп, ҡалтыранып киттем, үҙем дә күҙ йәштәремде тыя алманым. Урамда
йөрөгән башҡа малайҙар Фәритте индерешергә ярҙам итте. Медпунктҡа алып барҙыҡ,
башын бинт менән уранылар. "Туйға тиклем төҙәлерһең", — тине шаяртып
буйына йоҡлай алмай сыҡты. Берсә карауатында туланы, берсә аяғына баҫып атларға
ла маташты. Ыҙалай-ыҙалай таңды аттырҙы. Уның йөҙө ап-аҡ ине. Хатта иртәнсәк
киҫәтеп ҡуйҙы. "Әгәр берәй кемгә һөйләһәгеҙ, көн күрһәтмәйәсәкмен", —
тине ул беҙгә. Шулай ҙа мин Рәйфә апайға һөйләп бирергә булдым.
шул Даян тураһында ошаҡлашалар ҙа йөрөйҙәр. Ышанмайым, — тип үҙемде пыр
"Башым әйләнә, Ильяс, тора алмайым", — тине ул йәшләнгән күҙҙәрен
уны тыңларға ла теләмәне:
юрамал ҡылана инде. Үҙе шалҡан кеүек. Әй, хәйләкәр ҙә ошо йолҡоштар!
саҡ йылмайып, ҡыуанып йөрөгән дуҫымды алыштырҙылармы ни! Йүнләп ашамай ҙа. Бер
ике ҡалаҡ ҡаба ла, тәрилкәһен ситкә этә. Баш ауырыуҙан дарыу биреп, уны көсләп
мәктәпкә лә йөрөргә ҡуштылар. "Сикәм ауырта, башым гел әйләнә", — тип
һаулығына зарлана бирҙе Фәрит. Тик уны тыңлаусы ғына булманы.
бер аҙнаға яҡын үтте. Нисек кенә көсләһәләр ҙә, дуҫым мәктәпкә ҡабат бара
алманы. Көнө буйына бер кем менән һөйләшмәйенсә карауатында тик ятты. Мин уның
янында ултырҙым, кәрәкһә, һыуын да килтерҙем.
башланы. Әллә төҙәлергә итә инде!
нисек аңларға кәрәк!? Беҙ бит әле бер йортта, бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
— ти ятҡан көйөнә бармағы менән күрһәтеп. — Күрәһеңме, минең матур өйөмдө.
Алдында машинам да тора...
әйләнгән шикелле. Әллә нимә һөйләгән була. Имеш, өйө тора, машинаһы бар. Тиҙ генә
шәфҡәт туташын саҡырттым. Тәрбиәсебеҙ ҙә бүлмәгә атылып килеп инде. Ә Фәрит
һаман да ниҙер һөйләй ҙә һөйләй. Шәфҡәт туташы тиҙ арала ҡалаға шылтыратып
"ашығыс ярҙам"ды саҡырҙы. Күп тә үтмәй, класташымды дауаханаға алып
киттеләр. Фәриттең йөҙө күм-күк ине...
тик Фәрит кенә дауахананан ҡайтманы.
ҡайта? — тип көн дә һорашып торҙом.
да йөрөйһөң. Уға кендегең йәбешкәнме әллә? Ҡайтмай ул! — тине ҡырт киҫеп Рәйфә
апай. — Уны бүтән детдомға күсерҙеләр...
Фәрит ризалашмаҫ ине ул. Балалар йортонан сыҡҡас та, дуҫ булып йәшәрбеҙ тип ант
бирешкәйнек бит. Ул Флүрә апайҙыҡы кеүек йорт һалам тигәйне. Аҙаҡ ғаиләбеҙ
менән ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ тигәне лә хәтерҙә. Фәрит үҙ магазиным була тип
хыялланды. Әгәр Рәйфә апай әйткәне дөрөҫ икән, тимәк, элекке уртаҡ хыялдар юҡҡа
сығасаҡ. Ҡайҙан эҙләп табам мин уны? Тәрбиәсемдең был хәбәренән һуң оҙаҡ шаңҡып
йөрөнөм. Ышанмайым. Үҙҙәре ҡотолоу өсөн әллә ҡайҙа көсләп ебәргәндәрҙер...
күп тә ҡалманы. Көн шул хәтлем аяҙ. Ҡояш битте ҡыҙҙыра ғына. Класта бындай
мәлдә ултырып түҙеп булмай. Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Бөтәбеҙ ҙә инеп
ултырыштыҡ. Уҡытыусы бөтәбеҙҙе лә барлайым тигәйне, журналды алырға онотҡан
уҡытыусылар бүлмәһенән класс журналын алып кил әле, — тине миңә.
ышаныс белдереүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, уҡытыусылар
бүлмәһенән журналды барып алдым.
инде. Кемгә сиреккә ниндәй билдә ҡуйыласағын шул тиклем белге килә. Берәү ҙә
күрмәгән саҡта, тәҙрә төбөнә барып, журналды ҡарай башланым. Ниңәлер Фәриттең
исеме һыҙып ташланған ине. Ҡыҙыҡһынып, һуңғы биттәрҙе ҡараштырҙым. Бәлки, ҡайһы
балалар йортона күсеүе хаҡында яҙылғандыр. Барыбар дуҫымды табасағыма өмөтөм
ҙур. Әһә! Таптым ул битте. Бында ваҡ итеп яҙғандар — танымаҫһың да. Шулай ҙа
яҙмаға нығыраҡ тексәйҙем: "Выбыл из школы. Основание: свидетельство о
смерти № ХР–10252". Был яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡаттым. Ирендәрем ҡалтырап
китте. Нимә? Фәрит үлгән?! Тәнгә эҫе булып китте. Тын алыуы ҡыйынайҙы. Башым
зыр әйләнеп китте лә, иҙәнгә йығылдым...
йортонда йыйылыш үтә. Бөтә төркөмдө бер рәткә теҙеп ҡуялар ҙа, үткән аҙнаға
"баһа" бирәләр. Тәүҙә директорыбыҙ һөйләй. Һуңынан завуч, аҙаҡ —
тәрбиәселәр... Кем мәктәптә тәртип боҙа, кем насар уҡый — ошонда тетмәһен
тетәләр. Аҙнаның иң тәртипле төркөмөн дә бында атайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡырын эш
эшләгәнен белә күреп, йыйылыштан ҡасып ҡалырға маташа. Кемдең шунда әрләнеп
торғоһо килһен инде?! Ә был юлы берәү ҙә йыйылыштан ситтә тороп ҡалманы. Хатта
кемдер бүлмәһендә йоҡлағанға һалышып, йәшенеп ҡалырға уйлағанын да саҡыртып
алдылар. Ҡайһы бала ниндәй этлек ҡылған, кем үҙен тәртипһеҙ тота тип тикшереп торманылар.
Күрәһең, ниндәйҙер унан да мөһимерәк яңылыҡ бар.
ваҡытыбыҙ бик ҡыҫҡа — шуға ла башҡа мәсьәләләргә бөгөн артыҡ туҡталып тормайым,
— тип башланы һүҙен Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Эш шунда — иртәнән һуң Өфөнән ҙур
кескәйҙәр төркөмөнән ҡыҙыҡай аптырап һорап ҡуйҙы.
Улар тиктомалға йөрөп ятмайҙар. Беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙҙе, тәрбиә
эшенең нисек барышын тикшерәсәктәр. — Шунан тамағын ҡырып, тик кенә тороғоҙ
тигәндәй бармағы менән янаны ла һүҙен дауам итте. — Хәҙер һөйләгәнемде ҡолаҡ
төбөнә киртеп ҡуйығыҙ. Бөгөндән үк бөтәбеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға
әҙерләнәбеҙ, бөтә бүлмәләрҙе лә аҫтын-өҫтөнә әйләндереп йыуабыҙ. Келәттән бөгөн
үк яңы кейемдәр аласаҡһығыҙ. Аҙаҡ, кеше килгәндә, минең шуным юҡ, минең быным
юҡ, тип мейемде серетеп йөрөмәгеҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килгән
ағай-апайҙар менән әллә ни һөйләшеп бармағыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ тип һораһалар,
бер үк ошаҡлаша күрмәгеҙ. Улар килер ҙә китер, ә һеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Ярай,
хәҙер тәрбиәселәрҙе тағы йыйып һөйләшеп алырмын. Ә һеҙ, тиҙ генә эшкә
бер хәл иҫкә төштө әле. Ярай әле яҙ мәле, әтеү үткән йылдағы кеүек этләнербеҙ.
Ҡайҙандыр ҡунаҡтар килергә тейеш. Директор ҡушҡанса, көнө-төнө әҙерләндек. Һәр
мөйөш, һәр бүлмә ялтлап тора. Бына иртәгә ҡунаҡтар килә. Ә беҙ күптән әҙербеҙ.
Тик кискә ҡарай көн һыуытты ла ҡуйҙы.
төнөн ҡырау төшөргә итә шикелле, — тип директорҙы хафаға һалды тәрбиәселәрҙең
апайыбыҙ үҙенә урын таба алманы. Тегеләй сапты, былай йүгерҙе:
булһын?! Бынау йәм биреп торған сәскәләр һулый бит улайһа...
һулый инде, — тинем уны-быны уйламайса. Ошо һүҙҙәр уны ҡотортоп ебәрҙе.
Һулыһа — ҡунаҡтарға инәң башын күрһәтәбеҙме? Ҡырау төшһә — төшһөн, әммә беҙ
бынау баҡсалағы сәскәләрҙе һулытырға бирмәбеҙ! Кәңәш һорап шылтыратмаған кешеһе
ҡалмаған тиҙәр. Ниһайәт, әмәлен тапты.
ҙур баҡса бар. Унда беҙ төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерәбеҙ. Килгән ҡунаҡтар һәр
ваҡыт шуға иғтибар итә лә. Балаларға ҡалай шәп тәрбиә бирәһегеҙ, тип маҡтап та
ебәрәләр икән. "Матурлыҡ аша донъяға һөйөү тыуҙырағыҙ, афарин" тип
әйтеүҙәрен үҙем дә ишеткәнем булды.
килерҙәр. Әгәр төнөн ысынлап та ҡырау һуҡһа — директорыбыҙ нимә күрһәтер? Быға
Мәүлиҙә Нурғәлиевна юл ҡуймаҫ... Олораҡ кластарҙа уҡыған малайҙар был төндә
йоҡламай сыҡты. Тәүҙә сәскә түтәлдәрен иҫке сепрәк-сапраҡ менән ябып сыҡтыҡ. Шунан
түтәлдәрҙе уратып усаҡ яҡтыҡ. Һәр малайға үҙенә "һаҡлау" өсөн түтәл
бүлеп бирелде. Сәскәләрҙе ҡырауҙан алып ҡалыу өсөн иртәнсәккә тиклем ут яғып,
директорыбыҙҙың кәйефе шәп ине. Инде ауылда бөтәһенеке лә шиңеп бөткәндә,
беҙҙең генә сәскәләр һулымаған. Ә килгәндәр, ошо һалҡын көндә лә беҙҙең
сәскәләрҙең баҙлап ултырғанына һоҡланып туя алманы...
тиклем дә әҙерлекте элек бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Шул уҡ көндә сағыу
сәскәләр төшөрөлгән ҡорғандар эленде, детдомдағы ингән урындан алып директорҙың
кабинетына тиклем, ашхана яғына, һәр төркөм бүлмәләрендә өр-яңы келәмдәр
түшәлде. Тәҙрә төптәренә матур вазалар ҡуйҙылар, хатта ҡайһы бер урындарҙа иҫке
люстралар ҙа алыштырылды. Бының менән генә бөтмәне әле яңылыҡтар. Гел генә
сатнаған, йә тотҡаһы ярылған шәшкенән сәй эсә инек, ә бөгөн уныһы ла ниндәйҙер
илаһи ҡөҙрәт менән матур ғыналарына алыштырылды. Бер булһа була икән дә ул.
Һәммәбеҙгә лә яңы нәскей, күлдәк, ыштан бирҙеләр. Эй, ҡыуандыҡ, эй һикергеләнек
ҡыуанысыбыҙҙан. Әллә ысынлап та ҙур кешеләр киләме икән, тип шыбырҙаштыҡ. Элек
ниңә йышыраҡ килмәнеләр инде! Гел ошолай матур йәшәр инек.
хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙенә урын тапмай ине. Йә тегендә, йә бында утҡа баҫҡан бесәй
кеүек сабыулайҙар. Директорыбыҙ ҡабат-ҡабат төркөмөбөҙгә инеп сыҡты. Ахырҙа,
тағы нимәне бында яҡшыртайым тип тамам хәле бөттө шикелле.
сәскә атҡан гөлдө кеше ингән урынғараҡ ҡуйығыҙ, ә бынау кибә башлағанын ниңә
һерәйтеп бында ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер үк берәй урынға йәшереп тороғоҙ! — тигән
була. Аҙаҡ Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙән "имтихан" алырға тотондо.
Әмилә. Быны ишеткәс, директор ҡобараһы осҡандай булды. Кинәт туҙынды ла китте:
Урында йәйелешеп ултырмайбыҙ — баҫабыҙ ҙа һаулыҡ һорашабыҙ. Йылмайырға ла
онотмағыҙ. Әтеү ауыҙығыҙ ослайышып, өңрәйеп торорға тиһәң — һеҙҙе ҡуш!
һеҙҙең эргәгеҙгә килеп хәлегеҙҙе һорашһа, нимә тиерһегеҙ? — Директорҙың был
һорауына яуап ҡайтарыусы булманы. Мәүлиҙә апай тағы "тоҡанып" китте.
Шуныһы насар, быныһы ҡыйын тип мыжып торһағыҙмы — үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Тағы бер
тапҡыр ҡабатлайым: "Рәхмәт һеҙгә. Минең барыһы ла яҡшы. Бында миңә оҡшай,
үҙемде өйҙәге кеүек тоям" тип әйтерһегеҙ! — Инде сығыу яғына ыңғайлағанда
ғына, ҡарашы бер малайға төбәлде. Ул яңы ғына бирелгән ыштанын кейем алған ине.
— Ах, бынау сусҡа! Ыштанын да бысратып өлгөргән! Кем һиңә әле үк кейергә ҡушты,
ә? — Ен кеүек тегенең ҡулынан тотоп алды ла елтерәтә башланы. — Һыйырға септә
япһаң шулай була инде. Хәҙер үк йыуып таҙарт. Әтеү башыңды серетәм. Бер ыңғайы
бөтәбеҙҙе лә әрләп алды ла китте. Шунан бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡылдата
көндә ашатыуҙары ла шәп булды. Төшкөгә билмән дә бешергәндәр! Алмаһын да,
кәнфитен дә күрҙек был көндә. "Ҙур кешеләрҙе" ҡаршылап, тамаша
залында улар хөрмәтенә концерт ҡуйҙыҡ. Мин дә унда йырланым. Килгән ҡунаҡтар ҙа
күреп иҫем китеп йөрөйөм әле, — тисе һомғол кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәсле апай. —
Бынау хәтле затлы балаҫтан кемдең балаһы атлай әле? Күп өйҙәрҙә бындай нәмә юҡ!
Тағы ла ҡайһы өйҙә көн дә билмән ашайҙар? Һеҙгә ҡарайым да һоҡланып бөтә
алмайым — ҡалай тәтәй кеүек кейенгәнһегеҙ! Шуға йөҙөгөҙ ҙә шат, кәйеф тә көр.
Әлбиттә, Хөкүмәтебеҙ һеҙҙең көнкүрешегеҙҙе яҡшыртыу менән бихисап ҡарарҙар
ҡабул итә, дәүләт аҡсаһын да йәлләмәй. Өйөгөҙ шуға ла гөл-баҡса кеүек балҡып
ултыра. Был тиклем дә хөрриттә йәшәп тә, насар уҡыһағыҙ оло гонаһ булыр ул!
Әйҙәгеҙ, балалар, тырышып-тырмашып белем тауына үрмәләгеҙ, үҫеп еткәс, илебеҙгә
файҙалы эштәр башҡарығыҙ. — Шуның менән был апай телмәрен тамамланы.
ҡуйылғанса, беҙ һәр кемдең сығышынан һуң гөрләтеп ҡул саптыҡ. Тағы ла бер нисә
бала йырлап алғандан һуң, күптән көткән ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы тамашабыҙ
тамамланды. Уларҙы директор ашханаға алып китте. Өфөнән килгәндәр директор
артынан эйәреп залдан сығып китте, тик ҡунаҡтарҙың берәүһе генә әллә ни
ашыҡманы. Мөләйем апайҙы шунда уҡ уратып алдыҡ. Ул кеҫәһенән сығарып кәнфит
өләште. Шунан сәхнәлә торған пианино артына ултырып, дәтле көйҙәрҙе лә уйнап
ишеттерҙе. Был апай башҡаларға ҡарағанда бигерәк алсаҡ булып сыҡты. Һәр
беребеҙҙең исемен һораша, нисек уҡыуын белешә.
да күҙәтеп тик торҙом. Шунан теге апай балалар менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла
сығыу яғына ыңғайланы. Нисектер ул апай минең яҡҡа боролғайны, ҡараштарыбыҙ
тура килде лә ҡуйҙы. Теге апай минең янға килде.
ниңә ситтә тораһың? — тине ул йылмайып.
яуап бирергә әйтә алмай, тотлоғоп ҡалдым.
танышайыҡ. Мин — Гөлшат Әмировна булам. Ә һин?
Апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, иренем дә киттем. Рәхмәт тигәндәй йылмайып ҡуйҙым. —
Бына, Ильяс, йөҙөңә ҡарайым да ниңәлер һинең өсөн борсолам. Кемдән шул хәтлем
өркәһең. Яурындарың да төшөп киткән, күҙеңдән дә хәүефеңде күрәм...
барыһы ла яҡшы. Бында үҙемде өйөмдә кеүек тоям, — тинем директор өйрәткәнсә.
Әйҙә үҙеңдең йәшәгән бүлмәңде күрһәт әле. — Боҙло һыу менән ҡойҙолармы ни! был
апай ниңә шул тиклем минең менән ҡыҙыҡһына икән? Әллә директор юрамал мине
һынап ҡарарға ҡушҡанмы? Ошо уйҙар оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә шул тиклем
дә ихлас һөйләшкән, йөҙө ҡояш кеүек балҡып торған апайға ҡуй булмай бит инде.
Бүлмәмдә башҡа малайҙар юҡ ине, икәүләшеп кенә һөйләшеп ултырҙыҡ.
ҡунаҡтар ысынлап та ҙур ғына етәкселәр икән. Һәр кеше яуаплы урында эшләй. Ә
Гөлшат апайҙы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрен, хөрмәт иткәнгә күрә үҙҙәре менән
Мин һине яҡшы аңлап торам. Таныш булмаған кеше менән һөйләшеп ултырғанға
директорың әрләр тип уйлайһыңдыр. Мәүлиҙә апайығыҙға үҙем аңлатырмын. Оҙаҡ
йылдар балалар менән эшләгән кеше булараҡ, һинең һағыш тулы күҙҙәреңде күргәс,
урап үтә алманым. Әллә берәй төрлө ярҙам кәрәкме? Әйт, оялма...
юҡ. Ике "дүрт"ем генә бар. Уныһы ла физкультуранан һәм химиянан.
ишеткәс, Гөлшат апай арҡамдан һөйөп алды. Аҙаҡ ҡайҙа уҡырға теләүемде лә
тиклем уҡып та училищеға барып тормаҫһың. Һинең урының — университетта. —
Гөлшат Әмировнаның был һүҙҙәрен ишеткәс, аптырап киттем. Әйтеүе генә еңел бит
ул. Ә һин унда инеп ҡара! Әле педучилищеға барам тип тәрбиәсемә әйткәнгә, ул
алмаҫмындыр. Университет бит ул.
уйҙарымды юйҙырырға ашыҡты.
алмаҫһың? Уҡыйһың. Йөҙөңдән күреп торам — һин булдыраһың. Бына тигән кеше булып
һөйләшеп ултырғанда үҙемдә шул хәтлем ышаныс артҡандай тойолдо. Бөгөндән
университетҡа барырға әҙер инем. Хыялымда үҙемде шунда уҡып йөрөйөм тип хис
иттем. Ошо осрашыуҙа был мөләйем апай иҫтәлеккә ручка ла бүләк итте. Шул саҡ
бүлмәгә Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Берсә мине һөҙөрҙәй итеп ҡараны, берсә
Гөлшат апайға йылмайырға тырышты. Миңә ҡарата булған нәфрәте йөҙөнә сыҡҡан ине.
ваҡытын алаһың. Улар былай ҙа алыҫ юлдан арыған, — тине ул. — Гөлшат Әмировна,
әммә мин бында сәй эсер өсөн килмәнем бит.
генә көтәбеҙ. Сәй һыуына...
урынынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы. Шунан бер аҙға туҡтап ҡалды, миңә
— Ильяс, мин әйткән һүҙемде
онотма! Һин булдыраһың. Бәлки, Өфөлә күрешербеҙ ҙә... — Тағы ла ниҙер әйтергә
теләне ул, әммә Мәүлиҙә Нурғәлиевна ашыҡтырғас, ҡабаланып хушлашты ла сығып
ҡунаҡтар ҡайтыр юлға йыйынды. Беҙ ҙә уларҙы оҙатырға сыҡтыҡ. Улар килмәһә, ошо
яңы кейемдәр беҙгә тәтер инеме? Детдом да танымаҫтай итеп үҙгәрер инеме?
ултырғансы Мәүлиҙә Нурғәлиевна ҡунаҡтар менән нимәлер хаҡында һөйләшеп көлөштө,
һәр кеше менән ҡосаҡлашып хушлашты. Ә беҙ, еңелсә генә кейенгән көйөнсә, ишек
алдына сығып ҡул болғап ҡалдыҡ.
юғалғас, директорыбыҙ ауыҙы йырылып, оло ҡәнәғәтлек менән детдомға инде.
Балалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Тик Мәүлиҙә апайҙың эскә үтеүе булды, ҡорт
саҡҡандай асыуланды ла китте:
киткерҙәр! Ғүмерендә балаҫ күрмәгәстәр — шулай инде. Тапап, бысратып та
өлгөргәндәр. Хәҙер ҡорғандарҙы ла йыртып бөтөрҙәр! Шунан тағы ҡунаҡтар килә
ҡалһа... Юҡ,былай булмай! Шунда уҡ матур келәмдәр ҙә юҡ булды, ҡорғандар ҙа
иҫкеһенә алыштырылды, төркөмдәге вазалар ҙа, яңы сынаяҡтар ҙа кире келәткә
тапшырылды. Беҙгә бирелгән әйберҙәрҙе лә, һеҙҙең тиҙ туҙҙыра торған ғәҙәтегеҙ
бар, тип кире йыйып алынды...
бирле үҙемә урын таба алмай йөрөнөм. Башымда бары бер уй — университет! Тик
унда нисек уҡырға инәләр икән? Ниндәй имтихан тапшырырға кәрәк? Ошо туҡтауһыҙ
һорауҙарыма яуап табыр өсөн китапханала әллә нисәмә журналды аҡтарып сыҡтым.
Башҡаларҙан һорар инем — оялам. Әллә ысынлап та шунда инергә йыйындыңмы, һине
ҡушҡуллап көтөп торалар тип көлөрҙәр.
төпсөнә-соҡсона торғас, аҙмы-күпме нәмәне белдем. Тик ундағы бер шарт ҡына мине
хафаға һалды. Университетҡа ун беренсенән һуң ғына уҡырға алалар икән. Ә мин
әле 9-ҙа уҡыйым. Был ҡағиҙәне кем уйлап сығарҙы икән?
аҙаҡ Өфөгә барыр инем дә ул. Мин белгәндән әле берәүҙе лә детдомда 11-се класҡа
ҡалдырғандары булманы. Туғыҙҙы бөтөү менән йә һөнәрселек училищеһына, йә
хаҡта уйлайым. Анау тапҡыр Өфөнән килгән Гөлшат Әмированың әйткәне һаман да
ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торғандай: "Һинең урының — университетта. Һин булдыра
мин бирешкәндәрҙән түгел. Ни тиһәң дә, туғыҙынсы кластамын. Элек кенә ул ҙурҙар
беҙҙе юҡ-барға дөмбәҫләй ине. Хәҙер улары китеп бөттө. Тәрбиәселәр ҙә ҡул
күтәрә алмай. Бәлки, директорҙан һорап, тағы ике йылға ҡалырғалыр? 11-се класты
тамамлайым да, туп-тура университетҡа барасаҡмын. Әгәр детдомда ҡалдырмаһалар?
Әйҙә, берәй ПТУ-ға индерәбеҙ тиһәләр?! Йо-о-оҡ! Ул саҡта туғыҙҙы бөтөү менән,
аттестатымды алам да, үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтырмын. Унда үҙебеҙҙең өйөбөҙ
бар бит инде. Шунда йәшәп торормон тағы ике класты бөткәнсе. Ә аҙаҡ инде —
Өфөгә! Көндәрҙең береһендә Мәүлиҙә Нурғәлиевна саҡыртып алды. Беҙ бишәү инек.
холҡо бар: кеше менән һөйләшкәндә, бер ҡасан да әңгәмәсенең күҙенә ҡарамай. Ә
ҡайҙалыр өҫкә, түбәгә, йә тәҙрә яғына ҡарап һөйләшә. Был юлы ла шулай итте.
отчет ебәрергә кәрәк, — тине ул ауыҙын ослайтып. — Шуға һеҙҙе йыйып алдым. Бына
шулай ваҡыт үтә лә китә, хәҙер һеҙ ҙә детдомдан китәһегеҙ. Ҡайһы баланы ниндәй
уҡыу йортона урынлаштырырға йыйынғаныбыҙҙы һорайҙар. Моғайын, тәрбиәселәрегеҙ
ошо турала һеҙгә әйтеп ҡуйғандыр. Әйҙәгеҙ, теләгегеҙҙе әйтегеҙ. — Һөйләп
бөткәс, беҙҙең яҡҡа ҡараны.
килә, —тине өсөнсө төркөмдәге ҡыҙ. — Быға сәнғәт училищеһында уҡыталар тиҙәр.
шымып ҡалды. Шунан ултыра бирҙе лә шарҡылдатып көлөп ебәрҙе.
уйлап һөйлә, тиҙәр, — тине көлөүенән туҡтай алмай. Һинең рәсемдән генә
"бишле" бит, ҡалғандары шыр "өслө". Һинең арҡала, Өфөгә
барып, комиссия алдында оятҡа ҡалғым килмәй.
да шунда уҡырға кәңәш итте. — Ҡыҙҙың йөҙө ҡыҙарып, үҙенең теләген
Нурғәлиевна урынынан һикереп торҙо. — Әллә ҡайҙа йәһәннәмдә уҡығансы, ана,
үҙебеҙҙең райондағы ПТУ-ға бар. Әгәр һүрәт төшөрөргә яратаһың икән, әйҙә,
малярға уҡы. Маляр менән рәссам араһында бер генә лә айырманы күрмәйем.
ҡайҙа уҡыясағы билдәләнде. Ниңәлер уларҙы район үҙәгендәге училищенан арыраҡ
ебәрергә ашыҡманы директор.
лә ҡыймай тик торҙом. Ул һүҙ тел осонда ғына торған кеүек, тик әйтергә
әллә? — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна ручка менән өҫтәлгә таҡылдатып. — Хыяллана
торғас, башыңды юғалттыңмы?
тиһең? — Башҡаларҙың да ҡарашы миндә генә ине. Күҙҙәренән күреп торам — һәр кем
нимә тип әйтеремде түҙемһеҙләнеп көтә.
дә бөтәһе алдында әйтергә булдым:
тинем саҡ ишетерлек итеп кенә.
директорыбыҙ тәүҙә ауыҙын асып, нимә әйтергә лә белмәй тора бирҙе. Берсә
тиҫтерҙәремә, берсә миңә ҡараны.
ишетә күрмәһен! Бот сабып көләсәктәр бит! — Өҫтәлдәге дәфтәрҙәрен шапылдата
һалды ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шунан туҡтаны. Уҫал ғына итеп әйтеп, мине
күндерергә тырышты. — Һеҙҙең теләгегеҙҙе һорайбыҙ тигәс тә, ул тиклем ҡоторорға
тимәгән. Һинең кеүектәрҙе Өфөлә көтөп торҙолар, ти! Икенсенән, беҙ берәүҙе лә
11-се класҡа ҡалдырмайбыҙ. Һин дә хан балаһы түгел.
алғас, үҙ ауылыма ҡайтам. Шунда ике йыл уҡырмын да...
әйтеп бөтөргә лә бирмәне:
һинең өсөн яуап бир. Анау көндә педучилищеға барам тип тәрбиәсеңә әйткәнһең.
Хәҙер килеп оялмай ҙа университет тип тораһың.
теләгемде һоранығыҙ — шуға әйттем.
мәғариф министры үҙе талап итә. Шуға оҙаҡҡа һуҙмай исемлекте ебәрергә кәрәк. Ә
һин тораһың бында, ваҡытты алып. — Төкөрөгөн сәсеп директор әрләшә бирҙе. —
Шунан, теләк тигәндәй, һин бит хәлеңдән килерҙәйен әйтергә тейешһең. Әйҙә,
университет тигәнде онот, икенсе берәй техникумға урынлаштырайыҡ. Бына электрик
кабинетынан сыҡтыҡ. Берәүҙең дә кәйефе юҡ ине.
Был көндән башлап бөтөнләй
тынғылым юғалды. Әгәр ысынлап та директор шунда уҡырға ебәрһә! Ә
документтарымды ҡулыма тоттормаясаҡ та!
булмаһын, Мәүлиҙә апайҙың әйткәне менән һис тә килешә алманым. Нисек инде
яратмаған һөнәр буйынса эшләргә була? Ярай, уҡып диплом алырмын, ти. Ә аҙаҡ
нимә? Күңел ятмай бит, күңел...
алмай ятҡанда, башҡа уй килде әле. "Был отчетты мәғариф министры үҙе талап
итә!" тигәйне бит директор. Ул министр ниндәйерәк кеше икән? Моғайын, уның
да йөрәге барҙыр. Әллә министрҙың үҙенә хат яҙырғамы?
уҡытыусыларҙан уның тураһында белештем. Шунан адресын да таптым. Хатты яңғыҙым
бүлмәлә ҡалған мәлдә яҙҙым. Быны берәү ҙә белергә тейеш түгел бит.
таныштырып үттем. Ҡайһы мәктәптә, нисек уҡыуымды яҙҙым. Ниндәй фәндәр оҡшағаны
хаҡында ла уртаҡлаштым. Яҡшы уҡығас, университетҡа инергә теләгем барлығын
яҙҙым. Тик директорҙың быға ҡаршы килеүен, ауылыма ла ебәрергә теләмәүен
белдерҙем. "Мәктәпте тамамлағас, үҙ көсөм менән университетҡа инәсәкмен,
тик һеҙ миңә 11-се класта уҡып бөтөүҙә ярҙам итегеҙ", — тип үтендем.
министрлыҡтың вәкиле килде. Мине директорҙың кабинетына саҡыртып һөйләштеләр.
уҡырға теләй икән, әйҙә, уҡыһын, — тине шул апай. — Әйҙәгеҙ уның был теләгенә
ҡаршы килмәйек. Бәлки, булдырыр ҙа...
ҡалдырҙылар. Ә башҡалар 9-сы кластан һуң сығып китте. Тик министрға хат яҙғаным
өсөн, әллә күпме эләкте миңә.
Көнөм нисек булыр? Шуны уйлап, төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Ысынлап та, бик
тулҡынландырғыс минуттар көтә алда. Тыуған ауылыма ҡайтам бөгөн. Беҙ
тыуып-үҫкән йорт ни хәлдә икән? Ауылдаштарым мине танырмы? Күрше-күлән
иҫән-һаумы икән? Милиционер беҙҙе апайыбыҙға алып барам тип алып киткән көндө
әлегеләй хәтерләйем. Күп кенә йылдар үтте. Хәҙер ул ваҡытта ҡалала уҡыған ике
ағайым да, оло апайым да үҙаллы ғаилә ҡорған. Улар беҙҙең хәлде белергә йыл
менән Алһыу ҙа 9-сы класты бөтөп сығып китте, хәҙер һөнәр үҙләштерәләр. Зөлфирә
менән мин генә ҡалдыҡ. Йылдар үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә икән. Элек беҙгә
берәйһе ауыр һүҙ әйтһә, илап ебәрә инек. Хәҙер ундай күренештәргә күнеп
бөткәнмен. Хатта атайым менән әсәйемде иҫкә алғанда ла күҙ йәштәрем сыҡмай.
Белмәйем, бәлки, ағыр йәштәр ағып бөткәндер ҙә. Шөкөр, быйыл имен-аман 11-се
класты тамамланым. Бер нисә көндән университетҡа уҡырға инер өсөн Өфөгә алып
барасаҡтар. Алыҫ яҡҡа юлланмаҫ элек, атай нигеҙенә барып килергә булдым. Хәҙер
мин үҙаллы тиһәм дә була. Ҡасандыр теш һыҙлағанда, уны һурҙырам тип Әмилә менән
ҡасҡайныҡ. Ундай замандар артта ҡалды. Әмилә лә туғыҙынсы кластан һуң училищеға
уҡырға инде. Тегенсегә уҡып йөрөй. Хат алышып торабыҙ. Гелән беҙҙе ыҙалатҡан
Даян да күптән балалар йортонан сығып китте. Уны техникумға урынлаштырғандарын
беләм. Детдомдан киткәндән һуң уның тураһында хәбәр ишетелмәне.
дә, иртә менән юлға сыҡтым. Автостанциянан детдомдыҡыларға бирелә торған
"проездной" менән ҡалаға тиклем билет алдым. Бына мин ҡала автовокзалында
ултырам. Ә унан минең ауылыма күп тә ҡалмай.
ауылыма тиклем барған маршрутҡа билет алдым. Автобус килергә әле ярты сәғәт
бар. Автовокзал эсендә шул хәтлем эҫе, шуға ла тышҡа сыҡтым.
ярар ине. Ошо көндөң һәр минуты ҡәҙерле тойола башланы. Тиҙҙән тыуған ауылымда
буласаҡмын. Быға әле һаман ышанып бөтмәйем. Тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә.
Күңелдә шул хәтлем шатлыҡ хистәре тулышҡан. Етмәһә, көнө лә сағыу бит.
талашҡанға артыма боролдом. Ҡараһам, ике бомж сүп-сар һауыты эргәһендә ыҙғыша.
Берәүһе буш шешәне ҡулына ныҡ итеп тотҡан, ә икенсеһе шуны тартып алырға
ҡысҡыра ҡартырағы. — Мин уны алдараҡ таптым. Ә һин үҙеңә икенсе урындан эҙлә.
тырышҡан әҙәмде ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ та. Өҫтөндә бысраҡ футболка, ыштаны
ла йыртылып бөткән. Күрәһең, туҡтауһыҙ эсеүҙән бите лә туп кеүек шешенгән. Күҙ
төбөндә күге лә бар. Был кеше йыл буйына ҡырынмағандыр ул! Ғүмеремдә беренсе
тапҡыр асарбаҡты осратам. Тик уны ҡайҙалыр күрҙем шикелле. Бәлки, танырмын тип
уның яғына табан бер-ике аҙым яһаным. Бәй, был бит Даян! Эйе, эйе, ана
маңлайында миңе лә бар. Мине ҡарҙан яланаяҡ йүгерттергән, Фәрит дуҫымды икенсе
ҡаттан тумбочка эсенә ултыртып ташлаған Даян бит был! Ерәнгес булып китте.
Танып ҡалмаһа ярар ине тип, икенсе яҡҡа боролдом. Ә ул һаман шешә өсөн талаша
тә, зыяратҡа барҙым. Бында минең иң ҡәҙерле кешеләрем ята. Атайымдың да,
әсәйемдең дә һуңғы төйәге ошонда. Уң аяғым менән зыяратҡа индем. Ниңәлер
быуындарым шул хәтлем ҡалтырай. Йөрәк тә дөпөлдәп тибә. Тиҙ генә яҡындарымдың
ҡәберҙәрен таптым. Атайым да үлеп киткәс, бүтән йәшәй алмаҫбыҙ тип уйлағайным.
Ҡыйын булһа ла, уларһыҙ йәшәргә өйрәндек. Тик ата-әсәбеҙҙе бер минутҡа ла
онотманыҡ. Улар беҙҙең менән һәр саҡ бергә кеүек тойолдо. Ғәзиздәремдең ҡәбере
лә тәрбиәләнгән, сәскә лә ултыртылған. Тимәк, туғандарым килеп ҡарап торалыр.
эстән генә. — Атай, һин әйткәнсә, беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ. Балалар йортонда ла
бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Әсәй, һине лә онотҡаным юҡ. Һинең яҡты йөҙөң һәр саҡ
күҙ алдымда... — Шул саҡ әсәмдең фотоһүрәте миңә йылмайғандай булды. Йылы ғына
ел иҫте. Әйтерһең дә, бала сағымдағы кеүек әсәй баштан һыйпай. Зыяратта
торғанда ниндәйҙер тыныслыҡ күңелемде биләп алды. Ҡәҙерлеләрем менән эстән генә
һөйләшеп алғас, сығыу яғына ыңғайланым.
һанаулы ғына аҙымдар ҡалды. Хәҙер ошо боралыҡҡа етәм дә, беҙҙең урам башлана.
Ни хәлдә икән өйөбөҙ? Барыһы ла яҡшы булһа ярар ине, тип эстән теләп барҙым.
таный алмай торҙом. Ҡапҡаның төҫө күптән уңып бөткән. Тәҙрәләр ярыҡ... Кәртәгә
индем. Быны күргәс, шунда уҡ кәйефем төштө. Шулай ҙа өйҙәге әйберҙәр үҙ урында
ҡалғандыр, тип уйланым. Ҡараһам — ишек шар асыҡ тора. Һаҡ ҡына өйгә индем.
Индем дә, күргәнемә шаҡ ҡаттым. Өйҙә бер әйбер ҙә юҡ. Хатта мейестең йүшкәһен
дә, плитәһен дә ҡутарып алғандар. Бары иҫке генә тимер карауат ҡалған. Уныһы ла
күңелде бошороп, ярыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә шығырлап тора. Бә-әй! Әйтерһең дә
бында бер кем дә йәшәмәгән дә, берәү ҙә донъя ҡормаған. Ғаиләбеҙ менән төшкән
фотобыҙҙы ҡарап алырмын тип уйлағайным. Был хыялым да селпәрәмә килде. Өйҙә
имен бер нимә лә ҡалмаған. Ҡасандыр атай миңә нимәлер бирәм тигәйне, уныһын да
мәңге таба алмаҫмын инде. "Минең өсөн ғүмер буйына иң ҡәҙерле нәмәм
булды", — тигәйне атай. Балалар йортонда йәшәгәндә бик ауыр саҡта ла
түҙҙем. Тыуған йортома ҡайтып, шул нәмәне барыбер табырмын тип өмөтләндем. Ошо
өмөт миңә яҡшы уҡырға сәм бирҙе, атай әйткәнсә, үҙемде тәртипле тоторға этәргес
булды. Ә бөгөн килеп ошо хыялым юҡҡа сыҡты. Сараһыҙҙан, тупһаға ултырып
йортомдо күрҙем — хәҙер кире балалар йортона барыр кәрәк. Иртәгә мине Өфөгә
алып барырға тейештәр. Шуға бөгөн һуңға ҡалмай детдомда булыр кәрәк. Урамға
сығып килгәнгемде күргәс, эргәбеҙҙән китеп барған бабай туҡтап ҡалды.
инде, — тип оҙон һаҡалын һыйпап ҡуйҙы бабай. — Ғиззәттең кесе малайы тип
Ҡартлас ҡосағын киреп шат йылмайып ебәрҙе. — Һине лә күрер көнөм бар икән дәһә.
Хоҙайға рәхмәт, Хоҙайға! — Бабай мине ҡосаҡланы ла, арҡамдан тупылдатып һөйөп
алды. Күҙҙәренән йәштәре лә күренде. — Ә мине таныйһыңмы?
әйтә алманым. Был бабайҙы мин танымайым шул, ә ул мине белә.
— тине минән яуап ишетмәгәс. — Мин ауылдың иң оло кешеһе. Һеҙ бәләкәй инегеҙ
бит, хәтерләмәйһеңдер ҙә. Атайыңа ясинды уҡығайным. Мәрхүмде тәрбиәләп, үҙем
һуңғы юлға оҙатҡайным. Их, иртә китте шул, иртә...
барайыҡ, минең һиңә бирер әйберем бар. — Бабай таяғына таянып алға атланы. Мин
ултырғыс бирҙе лә, үҙе һандығынан нимәлер эҙләй башланы. Үҙ алдына һөйләнә
Ошонда ғына һалғайным шикелле, ҡайҙа ята икән, ә?
Рамаҙан бабай? Һандыҡҡа һалғас, моғайын, кәрәкле әйберҙер. Бабай оҙағыраҡ
эҙләнә бирҙе, ә минең ҡыҙыҡһыныуым артты ғына.
килеп ултырҙы. Теге нәмәне усына йомған да күрһәтергә ашыҡмай.
университетҡа инергә йөрөйөм.
— О-о-о! Бик шәп, бик мәслихәт.
Атайығыҙ мәрхүм булғанда, бигерәк кескәй инегеҙ шул. Ғиззәттең хәле насар
икәнен ишеткәс, уға инеп сыҡҡайным. "Һаулыҡ самалы, — тигәйне ул. — Әгәр
минең менән берәй хәл була ҡалһа, ошо әйберҙе кесе улыма — Ильясҡа
бирерһең", тине. Күп тә үтмәй ул донъя ҡуйҙы. Ә мин уны һиңә тапшырып
өлгөрмәнем — һеҙҙе детдомға алып киткәндәр. Яңғыҙым тороп ҡалғас, һине күреп
өлгөрмәйенсә үлеп китермен тип борсолғайным. Бына бит Хоҙайҙың мәрхәмәтлелеге.
— Бабай туп-тура күҙемә ҡараны ла, миңә ҡулын һуҙҙы. — Мә, улым, атайыңдан
ҡалған ҡомартҡыны ҡабул ит.
усында бетеү! Атайым ошоно миңә бирергә булған икән. Ипләп кенә, ҡалтыранып
уны, Ильяс, — тине Рамаҙан бабай. — Был ябай әйбер түгел. Ул бик тарихи ҡомартҡы.
Уның менән олатайың һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Эйе, эйе — ошо бетеү
Европаны урап ҡайтҡан. Аҙаҡ донъя ҡуйыр саҡта уны атайыңа тапшырған. Бына хәҙер
Ғиззәттең васыяты буйынса һиңә бирәм.
алмай, ҡартласты ҡосаҡлап алдым.
да һәйбәт кешеләр булды! Уларҙы тотош ауыл халҡы хөрмәт итте. Һин дә, ошо
бетеүгә тоғро ҡалып, яҡшы йәшә, игелекле бул йәме. Һинең ҡылыҡтарың өсөн
ата-бабаң рухына рәнйергә тура килмәһен.
— Рамаҙан ҡарт өгөт-нәсихәттәрен әйтә бирҙе.
әттәгенәһе, дөрөҫ әйтә алмайым шуны.
лә йылмайып ҡуйҙы. — Үәт шунда уҡырға инергә тырыш. Былай ҙа һеҙҙең турала
район гәзитенән уҡып, ҡыуанып торҙоҡ. Детдомда үҫеп, тыуған йортоңа килеүең бик
хуп. Һинең тормошоңда былай ҙа имтихандар күп булғанын, уныһын белеп торам.
Шөкөр, һынауҙарға бирешмәгәнһең. Өфөлә лә имтиханыңды уңышлы бирерһең тип
сәй ҡайнатып ебәрҙе. Кескәйҙән таныш ине шишмәбеҙҙең тәмле һыуы. Сәй эскәндә
мин бала сағыма урап килгәндәй булдым. Бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, юлға сыҡтым.
төшөрмә! — тип киҫәтеп, ҡул болғап ҡалды бабай.
әҙерләндем. Келәттән аҙыҡ-түлеген дә алдым. Икешәр кило дөгө, ҡарабойҙай,
макарон үлсәп бирҙеләр. Берәр кило шәкәрем, кәнфитем дә бар. Аҙаҡ яңы нәски,
яҙып-һыҙырға дәфтәр, ҡәләмен дә тотторҙолар. Элек мәктәпкә кейеп йөрөгән ҡыҫҡа
еңле костюмды, күлдәгемде лә алдан уҡ йыуып ҡуйғайным. Тик барлыҡ ошо
ашамлыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һалып алырға юл сумкаһы табылманы.
тоҡтар донъя беҙҙә, — тинеләр. Башҡаһы булмағас, бар "мөлкәтемде" шул
ла, был ерҙәр миңә шул тиклем ғәзиз. Ошо төбәктә үҙемә яҡшы дуҫтар таптым,
мәктәбендә үҙем өсөн донъяның күп серҙәрен астым. Уҡытыусыларыма айырыуса
рәхмәт! Кеше айырыу тигән күренеш бында ят. Ябай ғаиләнән булһынмы, әллә
детдомданмы — улар өсөн тип-тиң. Барыһына ла талаптар бер. Бәлки, шуғалыр ҙа
унда уҡыуы еңел бирелде. Шуға улар алдында баш эйәм.
түгел. Үҙемдең һәр ҡылығыма яуап бирә алам. Ә бит балалар йортона килгәндә күҙе
асылмаған бесәй кеүек инем. Рәйфә апай ҙа, "няня"быҙ Флүрә лә,
дуҫ-иштәрем дә — барыһы ла күҙемде асырға ярҙам итте. Уларҙың һәр ҡылығына
ҡарап һығымта яһаным, кәрәк икән фәһем алдым.
кире ҡайтар", "хөкүмәт ашын ашайһың" тип элек ишетһәм, аптырашта
ҡала инем. Кем һуң ул хөкүмәт? Әле генә шуны аңланым, хөкүмәт иҫәбе — ул барлыҡ
халыҡтан йыйылған ҡаҙна икән. Ә мин уны берәй бай кеше икән тип уйлап йөрөнөм.
Оҙонмо, ҡыҫҡамы, йоҡамы кейгән әйберҙәр өсөн мин хөкүмәткә рәхмәтлемен.
Хөкүмәткә, тимәк, халыҡҡа. Атай-әсәйем үлеп киткәс, ошо халыҡ беҙҙе урамда
ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн мин бөтәһенә лә бурыслымын.
хаҡта уйланып барҙым. Был уйҙар әллә ҡайҙан килә ул?! Йәнемә яҡын ауылдан
алыҫлашҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ кеүек.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла барҙы. Юл буйына ул миңә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Өфөгә етеү
менән тәүҙә ниндәйҙер ҙур бина алдына барып туҡтаныҡ.
лә директор ҡулыма ауыр ғына йәшникте тотторҙо. Быны юлға сығыр саҡта детдом
келәтенән алғайнылар. Эсендә берәй төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙ ятһа, еңел генә булыр ине.
Үҙе лә ике пакет тотоп алды. Әммә ул пакеттарҙа тәмлекәстәр икәнлеген шундуҡ
артынан эйәрҙем. Ҙур ишекте асып, эскә индек. Был бинаның эсе ғәләмәт матур
икән дәһә. Аҙым һайын кабинеттар. Моғайын, бында етәкселәр ултыраларҙыр. Икенсе
ҡатҡа күтәрелеп тормайынса, һул яҡҡа боролдоҡ. Коридорҙың осона барып еткәс,
тимер ишек алдында Мәүлиҙә Нурғәлиевна туҡтап ҡалды. Әле генә ауыҙы остайып
барған директорыбыҙҙың кабинетҡа еткәс, йөҙөндә йылмайыу күренде. Ул бүлмәлә
оло йәштәге апай ултыра ине.
остазыбыҙ, — тине инеү менән Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Бә-әй, беҙҙең директорыбыҙ
матур итеп иҫәнләшә лә белә икән! Тәүгегә ишетеп торам.
һаумыһығыҙ, — тине күҙлеген сисеп теге ханым.
аҡыллыларҙан-аҡыллы, педагогтарҙың-педагогына таулы райондан ҡайнар сәләм алып
килдем әле. — Директорыбыҙҙың был хәтлем һөйләшә белеүенә хайран ҡалдым. — Бына
һеҙгә кескәй генә күстәнәсебеҙ ҙә бар.
ултырған апайҙың күҙҙәре ялтлап китте.
тине ул берсә йәшниккә, берсә миңә ҡарап. — Бына һеҙҙе һәр ваҡыт бүтән балалар
йорто директорҙарына үрнәк итеп ҡуям. Алыҫ ара тип тормайһығыҙ, Өфөгә йыш
киләһегеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү юлындаһығыҙ.
оялғандай, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Нурғәлиевна һеҙҙе кисекмәҫтән дәүләт наградаһына тәҡдим итер кәрәк. Был
мәсьәләне үҙем хәстәрләйәсәкмен. — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, директорыбыҙ иреп
төшкәндәй булды. Балаларса ҡыуанып, уның алдында мине лә һөйөп ебәрҙе. Мәүлиҙә
апайыбыҙ балаларҙы ярата ла белә икән! — Әле ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ? — тип
ҡыҙыҡһынды оло йәштәге апай.
диссертацияһы яҙырға булдым әле. Ни тиһәң дә, тәжрибәм етерлек.
Уңыштар ғына теләйем. Ә был егет кем була?
— тип Мәүлиҙә Нурғәлиевна яһалма йылмайырға маташты, шунан башымдан һыйпап
ҡуйҙы. — Университетҡа нисек тә булһа индерергә уйлайым. Унан ҙур кеше сығыр
ул. Университетҡа индермәһәм — исемем Мәүлиҙә булмаҫ!
күңеллелегегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ысын педагог шулай эшләргә тейеш тә.
коридорға сығарҙы ла, үҙҙәре оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡында һөйләште. Мәүлиҙә
апайҙың юлы уңды, күрәһең. Кәйефе көр ине. Сығып машинаға ултырҙыҡ та ҡайҙалыр
киттек. Ә мин тиҙерәк теге университетты күргем килә.
университетҡа барабыҙ? — тинем оҙаҡ шым бара торғас.
ҡойроҡ хәҙер башымды ҡаңғыртыр инде. Туҡтат әле машинаны, — тип һуҡрана-һуҡрана
шоферға бойороҡ бирҙе. — Килеп еттек, сыҡ, әйҙә!
Бына һинең документтарың. Аттестатың да, справкаларың да ошонда, — тип ҡаты
ғына папканы һуҙҙы. — Бына һиңә йәшәргә 500 һум аҡса. Ипләп тотонһаң, етә ул.
Уйлап ҡараһаң, бер икмәк 15 һум ғына тора, тимәк, был аҡсаға туйғансы ашай
алып бармайһығыҙмы ни? Мин юлды белмәйем бит...
Министрға минең өҫтөмдән яла яғып хат яҙғанда үтә лә сос инең! Телең оҙон
икәнен яҡшы беләм. Үәт! Шулай булғас, университет ҡайҙа икәнен дә табырһың! —
Директор машинаға ултырып, ишекте шап иттереп япты ла, ҡуҙғалып та киттеләр.
тапҡыр. Бында таныштарым да, туғандарым да юҡ. Ә теге университетҡа нисек барып
етергә икән? "Ҡала советы" тигән туҡталышта оҙаҡ шаңҡып торҙом.
Етмәһә, миңә бөтәһе лә тексәйеп ҡарай. Әллә тоҡ аҫҡан кешене тәүгегә күрәләр
троһаң, кис тә етер. Тиҙерәк ҡыбырлар кәрәк. Их, ҡаланың картаһы булһа...
Киоскта, моғайын, барҙыр. Барып илле һумға шунан Өфөнөң картаһын һатып алдым.
Унда юғары уҡыу йорттарының адресы ла, нисек барырға икәнлеге лә күрһәтелгән.
Үәт шәп булды, исмаһам! Ә мин һайлаған университет Телеүҙәк янында икән.
Бигерәк алыҫ шул. Аҡса йәлләп йәйәү атлаһаң, көнө буйына ла барып етмәҫһең. Юл
аша сығып, автобусҡа ултырҙым.
күрергә хыялланған уҡыу йортондамын. Буласаҡ уҡытыусылар ошонда белем ала икән.
Ҡабул итеү комиссияһына барып, кәрәк документтарҙы тапшырҙым, ғаризаһын да
яҙҙым. Ҡултамғамды ҡуйҙырып, документтарымдың күсермәһен алып ҡалдылар.
килерһегеҙ. Әлегә хуш булып тороғоҙ, — тине бындағы белгес. Әммә мин кабинеттан
сығырға ашыҡманым. Ҡайҙа барырға һуң миңә? Имтихан көнөнә тиклем урамда
йөрөмәйем бит инде. Ахырҙа, ул апайға барыһын да аңлатым бирҙем.
студенттар профсоюзына барабыҙ ҙа мәсьәләне хәл итәбеҙ, — тине апай
тынысландырып. — Етемдәргә ятаҡта йәшәү бушлай. Әйҙә, эйәр артымдан.
ятаҡтың өс кешелек бүлмәһендә ял итә инем. Юлда шул хәтлем арытҡайны. Изге
кешеләр сит тарафта ла бар икән, тип ҡыуандым.
килеп, университетҡа документтарымды тапшырҙым, ятаҡҡа урынлаштым. Хәҙер бар
маҡсатым — имтихандарҙы уңышлы биреү.
йөрөмәнем. Яҡындағы магазинға барам да, кире бүлмәгә ҡайтам. Көнөн дә, төнөн дә
китапты ҡулдан төшөрмәнем. Миңә еңелгә һалышырға ярамай. Әгәр илке-һалҡы йөрөп,
уҡырға инә алмаһам, әҙәм мәсхәрәһе буласаҡ. Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла рәхәтләнеп
көлөр, бүтәндәр алдында исемемде һатыр. Юҡ, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай!
Нисек кенә булмаһын, университетҡа уҡырға инергә тейешмен! Ҡайһы саҡ китап
тотҡан көйөнә йоҡлап китәм. Шулай итеп аҙнанан ашыу ваҡытым, уҡыған
материалдарҙы ҡабатлау, яҙыу-һыҙыу менән үтте.
"бишле"гә бирҙем. Шатлығым эсемә һыйманы. Әммә уның менән уртаҡлашыр
кешем юҡ шул янымда. Бүтәндәрҙең ата-әсәһе һөҙөмтәһен көтөп, ишек алдына тора.
Шатлыҡты ла уртаҡлашыр кеше юҡ, быныһы үтә лә ҡыйын ине. Урыҫ теленән диктант,
туған телдән инша яҙыу әллә ни ҡыйын түгел. Ә бына тарих менән саҡ ҡына
ауырлыҡтар бар. Етмәһә, күп уҡый торғас, башым да әйләнеп бөттө. Иртән иртүк
һуңғы имтиханды бирергә барам. Быуындар ҡалтырай. Берәй һанды ғына яңылыш
әйтмәһәм ярар ине. Бетеүҙе усыма һалып, эстән генә белгән доғаларымды
өсөн, ярҙам ит инде. Минең шул хәтлем юғары белемле кеше булғым килә.
Үтенесемде ишетһәң ярар ине...
һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирҙеләр. Шунда дөрөҫ яуапты яҙып тапшырырға
тейешбеҙ. Һуңғы имтихан үтә лә ҡыйын булып сыҡты. Һорауҙарҙа күберәк икеләнә
башланым. Әллә күп уйланғанға шулай тойола. Ә профессор парта араһынан йөрөй,
унда-бында ҡарай. Күсереп ултырған бер егетте ҡыуып та сығарҙы. Уф, йөрәгем
тапшырығыҙ! — тине имтихан ҡабул итеүсе. — Иртәгә ошо аудиторияға йыйылығыҙ.
йылдан оҙағыраҡ тойолдо. Төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа ниндәй генә
уйҙар инмәне! Әгәр насар бирһәм, нимә булыр? Улайһа, хуш хыялдарым!
"ПТУ-ға урынлаштырам тигәндә ризалашманың, хәҙер инәл миңә" — тип
мыҫҡыллар директорыбыҙ. Ғәрлегеңдән ят та үл! Иртә менән барып, университет
аудиторияға инеп ултырҙым. Профессор ҡағыҙҙар тотоп килеп инде. Янында
факультеттың деканы ла бар ине. Декан тигәндәре бында дәү генә етәксе икән.
биргән абитуриенттарҙың, дөйөм һөҙөмтә буйынса уҡыуға ҡабул ителгәндәрҙең
исемен уҡый башланы. Әле береһе, әле икенсеһе үҙ исемен ишеткәс, баҫып рәхмәтен
әйтә. Шатлығын йәшерә алмай ҡул сабып, урынынан һикергәндәре лә осрай. Ун туғыҙ
кешенең исеме аталды. Шатлығынан илап ебәргәндәре лә бар ине. Унауҙан ашыуҙың
яңғыраманы... Барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Бөттө былай булғас! Хәҙер
кейемдәремде йыйырға ла, килеп алыуҙарын һорап, детдомға шылтыратыр кәрәк.
Кеҫәмдә, исмаһам, аҡсам да ҡалманы. Уҡытыусыларымдың күҙенә нисек күренермен?
Балалар йортонда ҡалған Зөлфирә һеңлем дә минең өсөн оялып йөрөр хәҙер.
шатлығынан шаулашҡандарҙы тынысландырып декан. — Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙең
исемен әйтергә онотҡанмын. Ильяс Мөхәмәтов атлы егет бындамы ул? — Исемемде
ишеткәс, ҡулдарым ҡалтырап китте. Яуап бирергә телем дә әйләнмәй.
тотлоға-тотлоға яуапланым да, көскә аяғыма баҫтым.
"биш"кә бирҙегеҙ! Университетыбыҙҙың ишектәре бөгөндән һеҙҙең өсөн
аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр солғап алды. Шатлығымдан күктең етенсе ҡатына ғына
түгел, меңенсе ҡатына күтәрелгәндәй хис иттем үҙемде.