Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең хаттар
16 Декабрь 2019, 12:28

Тылсым эйәһе

Тылсым эйәһе 1950 йылдарҙа эшләп йөрөгән сағымда ҡапыл ныҡ ҡына ауырып киттем. Өйҙә бер килкем ятҡандан һуң, Баймаҡ больницаһында 2 айҙан ашыу дауаландым. Әммә файҙаһы теймәне. Ҡатыным ҡайтанан ат менән мине ауылға алып ҡайтты. Артабан совхоз больницаһында айҙан ашыу яттым. Аҙаҡ хәлем шул тиклем насарайҙы, хатта ашай алмай башланым. «Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтһәңсе», — тип әсәйем атайыма әйткәс, ул мине Манһырға алып барҙы. Хәҙрәт олатай беҙгә ҡоҙа кеше, атайымдың бер ҡарындашын килен итеп төшөргәндәр. Барып еткәндә, өйө алдында халыҡ шығырым тулы. Атайым мине урамда ҡалдырҙы ла, хәҙрәткә үҙе инде. Күп тә үтмәй, кире сығып, мине саҡырҙы. Олатай мине ултыртып, баштан өшкөрә башланы. Хәҙрәт нимә уйлағанды әйтә лә ҡуя, тигәнде ишеткәнем бар ине. Минең нимә уйлағанымды белерме икән тип, төрлө уйҙар уйлайым, ә ул өндәшмәй. Ҡулы елкә тирәһенә еткәс, һыйпауҙан туҡтаны ла атайым менән һөйләшеп тик тора. Мин тын ала алмай башланым. Атайым быны күреп: «Ҡуй, Мөжәүир, баланы ыҙалатма инде», — тигәс, ул: «Ярай, ярай, коммунист кеше беҙгә ышанып етмәй шул», — тип ҡулын аҫҡа табан һыпырыуы булды, миңә тын алыуы рәхәт булып та ҡалды. Аҙаҡ бетеү яҙып бирҙе лә: «Мә, һиңә сепрәк, энә менән еп, өскөлләп тегеп ал», — тине. Минең хәлде аңлап, атайым үҙе тегеп элеп ҡуйҙы. Бергәләшеп сәй эстек тә ҡайтырға юлға сыҡтыҡ. Өс көн үткәс, хәҙрәт олатай төшкә керә: ауыл осонда тау башында ап-аҡ һарыҡтар көтөп йөрөй, үҙе мине саҡырып ҡул болғай. Уянғас, төшшөмдө әсәйемә һөйләнем. «Улай булғас, балам, ҡабат бар хәҙрәткә», — тип әсәйем колхоз идараһына ат һорарға китте. Идара рәйесе үҙенең атын, арбаһын алырға рөхсәт биргән. Шул көндә үк беҙ Манһырға юлландыҡ. Күктүбә ауылына яҡынлашҡас, ат манма тиргә батты, саҡ атлай башланы. Атайым арбанан төшөп, аттың башын һыйпаштырып, етәкләп алып китте. Мин арбала ятам, торалмайым. Бер саҡрымдан ашыу шулай барғас, ат туҡтап һелкенеп алды. «Хәҙер яйлап китербеҙ», — тип атай арбаға ултырҙы.

Тылсым эйәһе

1950 йылдарҙа эшләп йөрөгән сағымда ҡапыл ныҡ ҡына ауырып киттем. Өйҙә бер килкем ятҡандан һуң, Баймаҡ больницаһында 2 айҙан ашыу дауаландым. Әммә файҙаһы теймәне. Ҡатыным ҡайтанан ат менән мине ауылға алып ҡайтты. Артабан совхоз больницаһында айҙан ашыу яттым. Аҙаҡ хәлем шул тиклем насарайҙы, хатта ашай алмай башланым. «Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтһәңсе», — тип әсәйем атайыма әйткәс, ул мине Манһырға алып барҙы.

Хәҙрәт олатай беҙгә ҡоҙа кеше, атайымдың бер ҡарындашын килен итеп төшөргәндәр. Барып еткәндә, өйө алдында халыҡ шығырым тулы. Атайым мине урамда ҡалдырҙы ла, хәҙрәткә үҙе инде. Күп тә үтмәй, кире сығып, мине саҡырҙы. Олатай мине ултыртып, баштан өшкөрә башланы. Хәҙрәт нимә уйлағанды әйтә лә ҡуя, тигәнде ишеткәнем бар ине. Минең нимә уйлағанымды белерме икән тип, төрлө уйҙар уйлайым, ә ул өндәшмәй. Ҡулы елкә тирәһенә еткәс, һыйпауҙан туҡтаны ла атайым менән һөйләшеп тик тора. Мин тын ала алмай башланым. Атайым быны күреп: «Ҡуй, Мөжәүир, баланы ыҙалатма инде», — тигәс, ул: «Ярай, ярай, коммунист кеше беҙгә ышанып етмәй шул», — тип ҡулын аҫҡа табан һыпырыуы булды, миңә тын алыуы рәхәт булып та ҡалды. Аҙаҡ бетеү яҙып бирҙе лә: «Мә, һиңә сепрәк, энә менән еп, өскөлләп тегеп ал», — тине. Минең хәлде аңлап, атайым үҙе тегеп элеп ҡуйҙы. Бергәләшеп сәй эстек тә ҡайтырға юлға сыҡтыҡ.

Өс көн үткәс, хәҙрәт олатай төшкә керә: ауыл осонда тау башында ап-аҡ һарыҡтар көтөп йөрөй, үҙе мине саҡырып ҡул болғай.

Уянғас, төшшөмдө әсәйемә һөйләнем. «Улай булғас, балам, ҡабат бар хәҙрәткә», — тип әсәйем колхоз идараһына ат һорарға китте. Идара рәйесе үҙенең атын, арбаһын алырға рөхсәт биргән. Шул көндә үк беҙ Манһырға юлландыҡ.

Күктүбә ауылына яҡынлашҡас, ат манма тиргә батты, саҡ атлай башланы. Атайым арбанан төшөп, аттың башын һыйпаштырып, етәкләп алып китте. Мин арбала ятам, торалмайым. Бер саҡрымдан ашыу шулай барғас, ат туҡтап һелкенеп алды. «Хәҙер яйлап китербеҙ», — тип атай арбаға ултырҙы.

Байыш ауылын үткәс, бына ғәләмәт, ат бышҡырып юрта башламаһынммы?! Манһыр зыяратына етеп барғанда, ат кинәт тауға тартылып ҡасып китте, саҡ юлға төштөк. Ауылға еткәс, тағы ла һырт яҡҡа — иҫке мәсет яғына елдерҙе. Ат хәҙрәттең өйө яғына бармай ҙа ҡуя, атай етәкләп тигәндәй алып барҙы. Килһәк, олатай өйө алдында көлөп ултыра:

— Ғәбделваристарҙың ҡоймаһына бәйләп ҡуй, был яҡҡа килмәҫ, — ти.

Эргәһенә барып күрешкәс, хәҙрәт:

— Тағы ла килдегеҙме? Ярай, Ғәйнулла, атыңды һәләк итмәнеләр.

Әгәр ҙә кире боролған булһаң, атың харап була ине. Юлға сыҡҡас, шулай ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, тәүәкәлләп етеү сараһын ҡарарға кәрәк, — тип бик серле һөйләнә-һөйләнә беҙҙе өйгә саҡткырҙы. Миңә ниңәлер теге бетеүҙе һүтеп сисергә ҡушты. Ҡайсы алып һүтергә керештем, ә үҙемдең ҡулым ҡалтырай, шыр тиргә баттым. Бетеүҙе һүтеп, асып ебәрһәм, унда ике себен үлеп ята, һиҫкәнеп киттем. Хәҙрәт: «Кеҫәңә һалып ал», , — тигәс, атайым нишләптер себенде ташлап ебәрҙе. «Ай, Ғәйнулла, көрәшкәс, һин көрәшә тиһендер инде», — тип миңә бетеү төрөлгән сепрәкте усаҡҡа ташларға ҡушты. Шунан олатай минән ниндәй төштәр күреүемде һорашты. Күргән төштәмде һөйләнем. Ә тағы нимәләр күренә һуң тигәс, минең иҫкә төштө: әҙ генә серем итһәм дә бер һары ҡатын мине өйҙән алып сығып китә, икәү шаярышып йөрөйбөҙ икән тип күрә инем бит...

— Ана, шул инде һеҙҙе юлда ыҙалатыусы, хәҙер ул һине ҡайтыуҙа көтә. Һинән китһә, миңә һуҡранмаҫмы? — тип олатай миңә һораулы ҡараш ташланы.

Мин ҡурҡып киттең. «Юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаным.

— Ярай, улайһа, — тип көлдө лә, хәҙрәт мине тағы өшкөрә башланы.

Ҡабаттан бетеү яҙып, уны тегеп муйыныма элеп ҡуйҙы ла:

— Бар ҡарындашың янына, ҡымыҙ эсерһең, ә беҙ ҡоҙа менән сәй эсеп алайыҡ, һин эсһәң һыу етмәҫ, — тип шаяртты.

Мин сығып киттем. Ҡапҡаға яҡынлашыуым булды, бер аяғым тышта, икенсеһе эстә, ҡуҙғалып булмай ҙа ҡуя. Кешеләр аптырашалар. Әйләнеп тәҙрәгә ҡараһам, Мөжәүир ҡоҙа ҡарап тора, бер нисә минуттан аяҡтарым ҡатҡан урынынан ҡуҙғалды. Ғәбделварис кейәүҙәргә барғансы шул хәтле һыуһаным. Ингәс, Хәйрикамал:

— Ҡайным һуҡранманымы икенсегә килгәс, тәүҙә шикләнгәнһеңдер? — тип һораны.

— Эйе, мин шундайыраҡ уйҙарҙа булдым, — тиһәм, ҡарындашым көлдө лә, миңә ҙур ағас сеүәтә менән ҡымыҙ алып килеп тотторҙо. «Нисек эсеп бөтөрмөн» икән тип уйлаһам да, «һә» тигәнсе эсеп тә бөтөрҙөм. Ҡайтырға сыҡҡанда Мөжәүир олатай: «Баймырҙа аша ҡайтмағыҙ, юғиһә ыҙаларһығыҙ», — тип беҙҙе икенсе юлдан ҡайтарып ебәрҙе. Ҡайтҡас, икмәк ҡушып сәй эсеп алдым. Ун биш көндән һуң колхоз эшенә лә сыҡтым.

Ошонан йүнәлеп китһәм, хәҙрәт олатайға берәр баш ваҡ мал бирер инем, тип әйтеү әйткәйнем.

Ҡышҡы бер буранлы көндә олатайға кәзә алып барырға булдым.

Өйгә инеп сәләм биреп, хәлемде һөйләнем. Олатай миңә:

— Йә, ярай, ул кәзә мәлғүн беҙҙең кәзәләрҙе һөҙөрмө икән? — тип көлдө лә, — бар кәртәгә индереп ебәр, — тине. — Ана, ҡоҙағыйың малға бесән төшөрә алмай яфалана, уға ла ярҙам ит.

Тышҡа сыҡҡас аптырауға ҡалдым: мин бит уға кәзә тураһында бер нәмә лә әйтмәгәйнем. Кәзәне кәртәгә индерҙем дә инәйгә бесән төшөрөп, олатайҙан фатиха алып, ҡайтырга сыҡтым.

Был ваҡиғаларга байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бер мәл ҡатынымдың аяғы оҙаҡ һыҙлап ыҙалатҡас, Мөжәүир олатайга алып барырға булдым. Олатай ҡараны ла: «Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә», — тип өшкөрөп, бетеү биреп ҡайтарҙы. Шул төндә үк аяҡтарының һыҙлауы баҫылды. Бына, мөғжизә!

Күп йылдар үткәс, ҡатыным, ҡарындашым Сәхибә менән Манһырға олатайҙың зыяратына барып аят уҡып ҡайтырга йыйындыҡ. Ғәбделварис кейәүгә рөхсәт алырга индек. Ул өйҙә юҡ ине, Хәйрикамал ҡарындашҡа әйттек. Ул: «Хәйерен шунда һалып китерһегеҙ», — тине һәм беҙҙе сәй табынына саҡырҙы. «Ҡабаланабыҙ, миңә төштән һуң эшкә», — тип сәйгә туҡтаманыҡ. Әммә, ни ғәләмәттер, өр-яңы машина юлда һүнде лә ярты сәғәттәй мәшәҡәтләнергә тура килде. Шул саҡ ҡарындашым:

— Әҙер сәйҙе эсмәнек, ризаһыҙлыҡ билгеһе инде, — тип ҡуйҙы.

Зыяратҡа етеп, аят уҡып ҡайтып киттек.

Бына ошолар инде тылсымлы олатай тураһындагы хәтирәләрем.

Мөжәүир хәҙрәт Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән күрәҙәсе һәм халыҡты һауыҡтырыусы тылсым эйәһе булған, минеңсә.

Янышеа С. Баймаҡ районы, Ҡарамалы ауылы


Мине хәҙрәт бетеүе һаҡлай

Ишбикә апай сығышы менән Хәйбулла районы, Суҡраҡ ауылынан. Бәләкәй генә сагынан үкһеҙ етем ҡалып (башта әсәһе, аҙағыраҡ атаһы мәрхүм була) Әбделкәрим балалар йортонда тәрбиәләнә.

— Ярай әле өләсәйем булды, — ти ул аяныслы балалыҡ йылдарын хәтерләп. — Ул мине әҙәп-тәртипкә, динебеҙҙе яратырға өйрәтте, һөйөклө бала — көйөклө, тип һөйә торғайны мәрхүмә өләсәйем. — Ата-әсәң күреп туймаҫтай булып ярата, иркәләтә торғайны, тип хәтерләй торғайны.

Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды.

— Минең бөтә тормошом ошонда сағыла, — тине.

Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш, ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй-һын.

— Һинме был, Ишбикә апай? — тим, әле лә матурлығын юғалтмаған апайға һоҡланып ҡарап.

— 19 йәшлек сағым, — ти ул һәм хәтирәләргә төшөп китә. — 1950 йыл.

Баймаҡ баҙарына барҙым. Баҡһаң, Мөжәүир хәҙрәт тә бында килгән икән. Мине күреп ҡалды ла (бер саҡ балалар йортонда миңә бетеү яҙып биргәйне):

— Балам, эргәмә кил әле, — тип мине саҡырып алды. — Теге саҡта яҙып биргән бетеүҙе юғалттың инде, ә? — тине. Мин һиңә уны мунсаға тағып бармаҫҡа ҡуштым, ниңә әйткәнде тыңламаның?

Оялдым, ҡыҙарындым, бетеүен юғалтҡанды ҡайҙан белде икән тип аптыраным.

— Һиңә, ҡыҙым, бетеүһеҙ йөрөргә ярамай, Манһырға килеп сыҡ, һаҡлап йөрөтөр булһаң, тағы яҙып бирермен, — тине.

Тиҙ генә барып булманы, йылдар үтеп китте. Йәшлек менән хәҙрәттең ниндәй илаһи зат икәнлеген дә аңлап етмәгәнмендер, ахырыһы.

1963 йыл. Хәҙрәт ҡартайған, туҡһанға яҡынлап килгән сағы. Шулай ҙа бер-ике генә күрһә лә ул мине таныны.

— Килдеңме, балам, — тине. — Мине генә көтөп ултырғандай ихлас ҡабул итте. — Һиндә боҙом бар. Бәлки, кешеләрҙең һоғо (һоҡланыуы) тейгәндер, — тине. Ул миңә өскөлләп тегелгән бетеү һондо:

— Ал, балам, бөгөн бында юлланырыңды белеп, яҙып әҙерләп ҡуйғайным, — тине. Шунан тоҙ, сәй, һабын өшкөрөп бирҙе.

Ишбикә апай, был осрашыуға 43 йыллап ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы хәҙрәттең әйткән һәр бер һүҙен онотмайынса, йөрәк түрендә һаҡлай икән. Ул дауам итте:

— Балам, һине кеше һөйләр, урынһыҙ рәнйетергә тырышыусылар булыр, — тине олатай.

— Ниңә улай? — Бер ни аңламайым.

— Һин — Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө ҡоло. Раббыбыҙ һиңә Таһирҙың һөйгәне Зөһрәнекенә тиң матурлыҡ биргән. Матур гөлгә күҙ тейеүсән. Яман күҙ кешене генә түгел, хатта ағасты ҡорота. Минең әйткәнемде онотма: кеше һөйләй тип һүҙ ҡыуып йөрөмә, яманлап һөйләһәләр ҙә, маҡтап һөйләһәләр ҙә, мине иҫкә алғанығыҙ өсөн рәхмәт, тиңдә кит тә бар. Ҡабатлап әйтәм, — тине ул, — һин — Аллаһтың яратҡан бәндәһеһең.

— Белмәйем инде, олатай, — тип ул әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә лә төшөнөп етә алмай.

— Балам, мин барыһын да белеп ултырам, — тине хәҙрәт. Ул минең етем үҫеүемде лә, иремдең ниндәй холоҡло икәнен дә, үгәй ул үҫтереүемде лә әйтеп бирҙе.

— Яҙмыш һиңә һынауҙарҙы күп ебәрер. Яратҡан ҡолон ул шулай һынай. Сабыр ит, түҙ! Хоҙай һиңә маңлай бәхете бирһен! Маңлай бәхете... Был һүҙҙең мәғәнәһен дә мин яңы аңланым.

— Бетеүен юғалтманыңмы?

— Юҡ, икенсеһен күҙ ҡараһындай һаҡланым.

— Апай бетеүҙе ҡулына алып күрһәтте. — Ҡырҡ өс йыл тағам. Ул мине, ысынлап та, һаҡлай. Хәҙрәт мине ауыр яҙмыш көткәнен алдан белгән, күрәһең. Бетеүен биреп тәҡдиремде еңеләйтергә иткән ул. Бер-бер артлы дүрт баламды ерләнем, ирем дә иртә китте. Япа-яңғыҙ ҡалдым. Минең аяныслы хәлемде бер әҙәм аңламаҫ.

Ишбикә апай шулайтып үҙ хәлен һөйләп биргәс, уйланым: ысынлап та, олатай уның маңлайына яҙылған тәҡдирен белеп, нисек тә булһа яҙмышын еңеләйтергә тырышҡан.

— Һин көслө рухлыһың! — Һаман да бирешмәҫкә тырышҡан ҡатынға ихтирам менән ҡарайым. — Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағанһың, дин юлына баҫҡанһың, кешеләрҙең изгелеген күңел түрендә һаҡлайһың, әйләнә- тирәләге яҡындарыңа йөрәк йылынды таратып йәшәйһең.

— Хәҙрәт фатихаһынан барыһы ла, — тине изге күңелле апай «Мөжәүир хәҙрәт» китабын ҡулына алып:

— Егерменән ашыу китап һатып алып, мохтаждарға тараттым. Үҙем ете ҡат уҡып сыҡтым. Тағы ла бер ҡат уҡып сығам әле, хәҙрәт тураһында уҡыу минең яралы күңелемә дауа бит ул.

Аблаева Ишбикә, 1931 йылғы. Сибай ҡалаһы

Лира ЯҠШЫБАЕВА "Мөжәүир хәҙрәт" китабынан.
Читайте нас: