Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Июль 2018, 12:48

Һис тә килешерлек түгел!

Үткән ай ҡалала ҡарауһыҙ ҡалдырылған бер аҡса янсығынан ике мең биш йөҙ һум аҡса урлана. Бур ҡаса. Хәҙерге заман өсөн ғәжәп түгел тиер инек, енәйәт балалар баҡсаһында башҡа-рыла. Ҡайһы бер асыҡланған хәл-шарттар һағайта һәм борсолдора.

Үткән ай ҡалала ҡарауһыҙ ҡалдырылған бер аҡса янсығынан ике мең биш йөҙ һум аҡса урлана. Бур ҡаса.

Хәҙерге заман өсөн ғәжәп түгел тиер инек, енәйәт балалар баҡсаһында башҡарыла. Ҡайһы бер асыҡланған хәл-шарттар һағайта һәм борсолдора.

Бына, «селтәр маркетингы» тиһәң матур, заманса яңғырай, ысынбарлыҡта иһә дистрибьюторҙарҙың (алыпһатарҙарҙың) предприятие-учреждение, йорттар буйлап йөрөп сауҙа итеүе ошолай атала. Был тапҡырҙа ла хушбуй-шампунь тәйәнгән дистрибьютор шәрәмәте асыҡтан-асыҡ Киров урамындағы балалар баҡсаһына үтеп инә, тегеләй-былай урала, янсыҡ күреп ҡалғас, аҡсаны сәлдерә лә, бер ниндәй тотҡарһыҙлыҡһыҙ сығып китә. Ә бурҙың кем икәнлеге асыҡланғас, тамам хәүефләндереп ҡуйҙы.

-Урта йәштәрҙәге Златоуст ҡалаһы кешеһе. Быға тиклем дә суд алдына баҫтырылған граждан. Улай ғына ла түгел - тап әлеге мәл шартлы рәүештә хөкөм ителеп, ирке сикләнгән. Йәшәгән урынынан хөкөм үтәтеү инспекцияһы рөхсәте менән генә ҡайҙалыр барырға хоҡуҡлы була, - тип белдерҙе был енәйәт эше менән шөғөлләнгән эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова. Иптәш майор бөтә балалар менән эш иткән учреждение хеҙмәт-кәрҙәрен уяу булырға саҡырҙы. Теләһә кем ошолай иркен үтеп йөрөй, бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡала икән, нимә генә ҡылыуы мөмкин түгел, Хоҙай үҙе һаҡлаһын!

Проблема хәл итеүҙе талап итәлер. Яңыраҡ Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм район хакимиәте эргәһендәге йәмәғәтселек советы ағзалары балалар баҡсалары эшмәкәрлектәрен тикшерҙе. Байтаҡ ата-әсәләрҙе һәм тәрбиәселәрҙе иң ныҡ борсоған проблемаларҙың береһе - фәҡәт именлек, ти.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: