Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Кеше һәм хоҡуҡ
10 Августа 2018, 06:29

Үҙегеҙ ҡорбан булмағыҙ

18 августан Башҡортостан Республикаһында ҡырағай һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыласаҡ, тип хәбәр ителде лә.

Добавить в предпочтительные источники Google
18 августан Башҡортостан Республикаһында ҡырағай һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыласаҡ, тип хәбәр ителде лә.

Билдәле инде, рәсми рә-үештә теркәлгән, махсус рөхсәт алған һунарсылар

билдәләнгән урындарҙа

ғына кәсеп итә аласаҡ. Ә бына законһыҙ рәүештә ҡырағай йәнлектәрҙе үлте-реүселәргә мөнәсәбәт апа-руҡ ҡатыланды.Ошо арала, теүәл әйткәндә 8 июлдән РФ Енәйт кодексының 258-се статьяһына («Законһыҙ һунар») етди үҙгәрештәр ин-дерелде. Беренсенән, бра-коньерлыҡ менән тәбиғәт-кә килтерелгән «ҙур» һәм «айырыуса ҙур зыян» күләмдә-ре аныҡ күрһәтелде - 40 мең һәм 120 мең һум. Ошо зыянға ҡарап яза ауырлығы ла билдәләнә. Миҫал өсөн: РФ Хөкүмәте раҫлаған такса буйынса законһыҙ орғасы мышы атыуҙың зыяны 400 мең һумға, орғасы ҡыр кәзәһе - 200 мең һумға баһалана, йәғни, «айырыуса ҙур зыян» килтергән өсөн яуап тоторға тура киләсәк. Улар менән сағыштырған-да ҡыр өйрәген атыуҙан аҙыраҡ зыян килә, тип бил-дәләнеүе тәбиғи, әммә, конкрет хәл-шарттарға ҡа-рап, мәҫәлән, айырыуса һаҡланған тәбиғәт билә-мәләрендә енәйәт ҡылын-һа, зыян таксаһы махсус коэффициент ярҙамында бер нисә тапҡыр арттырыла.

Икенсенән, «ҙур зыян» килтергән өсөн штраф элекке 200 мең һумдан 500 мең һумға еткерелде. Ике йылға тиклем төрмәгә «ултыртыу-ҙары» ла бар икән.

Өсөнсәнән, «айырыуса ҙур зыян» килтергән өсөн штраф элекке 300 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем етте! Ғәйепленең, хәл-шарттарға ҡарап, өс-биш йылға ир-кенән мәхрүм ителеүе лә мөмкин буласаҡ.

Бына шулай, законһыҙ рәүештә урманға мылтыҡ тотоп сығыусыларға үҙҙәре-нең башбаштаҡлыҡтары ҡорбанына әйләнеп, үке-нергә тура килерҙер.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас