Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
10 Август 2018, 11:34

Ит урлап, янғын сығаралар

Ошо көндәрҙә Учалы райо-нының эске эштәр бүлегенә илле өс йәшлек ир, йортона яуыз ниәт менән кереүҙәре хаҡында хәбәр итә.

Ошо көндәрҙә Учалы районының эске эштәр бүлегенә илле өс йәшлек ир, йортона яуыз ниәт менән кереүҙәре хаҡында хәбәр итә.

Был кешеләрҙең яуыз ниәт менән өйгә инеүҙәре етмәгән, һаҡһыҙлыҡта-ры арҡаһында янғын сыға-рырға ла өлгөрәләр. Хәл былай була, ир Илтабан ауылынан дача итеп өй һатып ала. Үҙенә ҡайтҡан ваҡытта йорттоң тәҙрәһен асыҡ ҡалдыра. Форсат менән ауылдың ике ире һәм улар менән бер ҡатын файҙаланып ҡалырға уй-лай. Баҡтиһәң, улар быға тиклем дә хөкөм ителгән булғандар икән. Төн еткәс был өс «таған» үҙҙәренә табыш алыу маҡсатында форточка аша өйгә үтеп ин-әләр. Ҡараңғыла бер нимә лә күренмәгәс, шырпы тоҡандыралар.

Һыуытҡыстан ит, фарш һәм билмән урлайҙар. Продукцияларҙы алып шылыу яғын ҡарайҙар. Шырпы ме-нән һаҡһыҙ ҡыланыуҙары арҡаһында янғын сыға. Һөҙөмтәлә, өй өлөшләтә уттан зыян күргән тиелә.

Тикшереү-оператив төр-көм шундуҡ ваҡиға урынына тикшереү менән сыға. Енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә төшә һәм ҡулға алалар. Урлау факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙ-ғатыла. Әлеге ваҡытта, ғәйепләнеүсе кешеләргә ситкә сығырға тыйылған, аңлы рәүештә мөлкәтте зыянлау, юҡҡа сығарыу буйынса тик-шереү бара.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: