Мәғлүм булыуынса, бер ир 55 йәшлек ир ҡустыһын һәм танышын саҡырып кәйеф-сафа ҡора. Араҡы эскән кешенең теленә ҡасан хужа булғаны бар! Бер сама бу-лып алған 48 йәшлек ҡунаҡ шешәләштәренә бәйләнә башлай. Йорт хужаһы менән уның араһында етди конфликт ҡабына. 54 йәшлек ҡустыһы ағаһына яҡлаша. Ҡыҙған ауылдашы уға ла өлөш сығара, ахырҙа ир түҙмәй бысаҡҡа йәбешә. Әшнәһенең күкрәгенә һал-ҡын ҡорал менән сәнсә. Ауыр йәрәхәтләнгән ир дауаханаға оҙатыла, әле уның ғүмеренә бер нимә лә янамай. Оператив эҙләү барышында полиция хеҙ-мәткәрҙәре шиккә алы-ныусы 54 йәшлек ирҙе ҡулға алалар. Ир ғәйебен таны-ған, бысағын алғандар.