Һуңғы арала республикабыҙҙың «яҡшы даны» киң таралды, буғай. Хатта төбәгебеҙҙә лә прокурор менән бәйле ығы-зығылы ваҡиға булды. Ҡала-район прокуроры ришүәт алыуҙа ғәйепләнә, енәйәт эше ҡуҙғатылған да инде.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң «алтын» прокуроры ике айға һаҡ аҫтына алынасаҡ, тинеләр. Суд әлегә шундай ҡарарға килгән. Прокурорҙың иһә 15 йылға тиклем ир-кенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ул эш бүлмәһендә 5 миллион һум ришүәт алғанда тотолғайны.
Бынан тыш, прокурорҙың йөҙҙәрсә миллион һумға иҫәпләнгән мөлкәте барлығы асыҡланған. Йортонда йөҙ һикһән миллион һум аҡса табылған, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Операцияны Федераль именлек хеҙмәтенең БР прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәргән.
Борай районы прокуратураһы Ҡуҙбай ауыл Советы башлығына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Енәйәтсе үҙ вазифаһын уҫал файҙаланыу һәм ялған аҙымға барыуҙа ғәйепләнә. Башлыҡ 2005-2018 йылдарҙа ауылдаштарына хужалыҡ кенәгәһенән ялған яҙма бирә. Ошо белешмәгә ярашлы, Ҡуҙбай һәм Абдулла ауылдарындағы һигеҙ кеше ер участкаһына эйә була. Ике гектар тәшкил иткән майҙандың дөйөм хаҡы бер миллион һумдан ашып китә. Һуңынан был ерҙәр нигеҙһеҙ рәүештә уларҙың милкенә күсә.
«Ришүәт алыу йолаһы беҙҙең халыҡтың ҡанына һеңгән, уны бөтөрөү мөмкин түгел», - ти ҡайһы берәүҙәр. Бәхәсләшергә булалыр, шулай ҙа йәмғиәтебеҙгә коррупцияның элек-электән хас икәнлеген һис тә инҡар итеп булмай. Шуныһы хаҡ: илдә ришүәтселек бер заманда ла - батша власы осоронда булһынмы, Совет заманындамы - хупланмаған. Һәр етәксе был афәткә ҡаршы үҙенсә көрәшкән.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә коррупцияны закон менән тыйыуға табан тәүге аҙымдар Иван III батшалыҡ иткән осорҙа яһалған. 1561 йылда уның ейәне Иван Грозный урындағы ер идаралыҡтарының судьяларына ришүәт алған өсөн үлем язаһы биреү хаҡында ҡарар сығарған.
1649 йылда ҡабул ителгән хоҡуҡи документтарҙа ла ришүәтселәрҙе һәм вазифаһын яман уй-ниәттә файҙаланғандарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләләре сағылыш тапҡан. Петр I заманында илдә коррупция ла, батшаның был афәткә ҡаршы көрәше лә киң ҡолас алған. Мәҫәлән, ҡайһы бер өлкәләге дәүләт хеҙмәткәрҙәренә бер вазифаны ике йылдан артыҡ биләү рөхсәт ителмәгән, ришүәт биреүселәр ҙә, хатта бындай енәйәт хаҡында өндәшмәй ҡалған-дар ҙа язаға тарттырылған булған.
ХIХ быуаттағы ҡануниәт тарафынан коррупция күренештәре өсөн яуаплылыҡҡа тулыраҡ ҡараш булдырылған. Ул осорҙа ришүәт бирергә мәжбүр итеү иң ҙур енәйәттәрҙең береһе тип һаналған. Большевиктар ҙа, власты үҙ ҡулына алғас, 1918 йылдың май айында ришүәтселек хаҡында декрет сығарған. Ул «усын йылытырға» яратҡандарға биш йылға иректән мәхрүм ителеү һәм мөлкәттән ҡолаҡ ҡағыу менән янаған. Бынан тыш, коррупция үҫешенә өлөш индергәндәр революцияға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашыусыларға тиңләнгән, уларҙың енәйәт эштәре трибунал ҡарамағына бирелгән. 1922 йылдағы Енәйәт кодексының 114-се статьяһында ришүәт алған өсөн ҡаты хөкөм саралары, хатта үлем язаһы билдәләнгән.
Убырҙарҙы үҙебеҙ тыуҙырабыҙ, шикелле. Беҙ бит буш ҡул менән йөрөп өйрәнмәгәнбеҙ. Мәктәптә уҡытыусыларға бәләкәй генә бүләк эшләйбеҙ, дауаханаға барһаҡ, нығыраҡ тикшерһендәр өсөн сумка менән күстәнәс һуҙабыҙ. Хатта берәй учреждениеға юл төшһә лә, документтар тиҙерәк эшләнһен өсөн кәнфит-шоколад ҡыҫтырып барырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Юл ҡағиҙәһе боҙғанда шундуҡ кеҫәгә тығыла һалабыҙ.
Улар ҙа, юҡ, тимәй, ҡулдарын һона һалалар. Шулай булғас, тәртипте үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Беҙ бирмәһәк, улар ҙа алмаҫ. Мәкерле коррупция систе-маһына ҡасан да булһа сик ҡуйылырға тейештер бит!?