Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
12 Октябрь 2018, 12:05

Һатыусының уяулығы һоҡландыра

8 октябрҙә 19.00 сәғәттәр тирәһендә Илтабан ауылынан 49 йәшлек ҡатын ҡала-районыбыҙҙың эске эштәр бүлегенә шылтыратып, магазинға бурҙар төшөүе хаҡында хәбәр итә.

8 октябрҙә 19.00 сәғәттәр тирәһендә Илтабан ауылынан 49 йәшлек ҡатын ҡала-районыбыҙҙың эске эштәр бүлегенә шылтыратып, магазинға бурҙар төшөүе хаҡында хәбәр итә.

Ә эш былай була. Кисен магазинға битлек кейгән ике ир килеп инә. «Был - талау!» - тип һөрәнләп, улар һатыусыға янай башлай.

Тик ҡатын ебеп, төшөп ҡалғандарҙан булмай шул. Көн оҙонона сауҙа итеп тупланған кассалағы аҡсаны йәһәт кенә үҙе менән ала ла, йәшен тиҙлегендә мага-зиндан сығып йүгерә. Улай ғына ла түгел, үҙе артынан ишекте лә бикләргә онотмай! Бурҙар, әлбиттә, бындай хәлде көтмәй. Ишек - бикле, тәҙрәләрҙә - тимер рәшәткә. Магазин талаусылар, аптырағандандыр инде, полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, һыра эсеп рәхәтләнә тора.

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы, эске эштәр хеҙмәте подполковнигы Руслан Ғарипов белдереүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәт урынына килеп етә. Ике енәйәтсе лә быға тиклем хөкөм ителгән районыбыҙ граждандары булып сыға. Уларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 30-сы һәм 161-се статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, икеһе лә ҡулға алынған. Бына шулай, бәлки, хәҙер «тура» юлға баҫырҙар.

Лилиә ЗАКИРОВА.


Читайте нас: