Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
9 Ноябрь 2018, 13:33

Хәл тотороҡло

РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге биргән мәғлүмәттәр буйынса, ун айҙа төбәгебеҙҙә 901 енәйәт теркәлгән (былтыр был осорҙа - 966), йәғни хәл бер аҙ арыуланған.

РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге биргән мәғлүмәттәр буйынса, ун айҙа төбәгебеҙҙә 901 енәйәт теркәлгән (былтыр был осорҙа - 966), йәғни хәл бер аҙ арыуланған. Енәйәттәрҙе асыҡлау күрһәткесе 69,5 процент.

Төбәктәге дәүләт власы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса эш алып барыла. Шул иҫәптән эске эштәр бүлеге вәкилдәре райондың террорҙарға, наркотиктарға, коррупцияға ҡаршы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйтәселек менән көрәш комиссиялары эшендә әүҙем ҡатнашалар. Халыҡтың ышанысы артһын өсөн хәбәр-мөрәжәғәттәрҙе теркәү, иҫәп-теркәү дисциплинаһын күтәреүгә, законлылыҡты һис тайпылышһыҙ үтәүгә йүнәлтелгән саралар ғәмәлгә ашырыла. Бүлек етәкселеге граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итә, хеҙмәт коллективтары менән осраша, ултыраҡтарҙағы халыҡ сходтарында ҡатнашыуға әһәмиәт бирелә.

Бүлектең шәхси составы терроризм акттары янаған йә ғәҙәттән тыш хәл шарттарында ла эш итергә әҙер булһын өсөн тактик һәм штаб күнекмәләре үткәрелә. Халыҡ күп йыйылған бөтә сараларҙа йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлек тейешле кимәлдә тәьмин ителә.

Профилактика эше йәйелдерелеү арҡаһында йәмәғәт урындарында башҡарылған енәйәттәр һаны кәметелә, кеше үлтереү, яуыз ниәттә кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян яһау осраҡ-тары артыуға юл ҡуйылмай.

Былтырғы ошо дәүер менән сағыштырғанда фатирҙарҙан урлашыу 10, мал урлауҙар 7 осраҡҡа кәмене, әммә автомототранспорт саралары урлау - 10, мобиль элемтә саралары (ке-ҫә телефондары) урлау - 24 фактҡа арттҡан. Шуға ла эске эштәр бүлеге етәкселеге халыҡҡа мөрәжәғәт итте: үҙ милкегегеҙгә һаҡсылыраҡ ҡарашта булығыҙ, автомобилдәрҙе махсуслашҡан һәм һаҡ ойошторолған майҙансыҡтарҙа ҡалдырып йөрөү зарур.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш ныҡышмалы алып барыла. Ун айҙа 63 факт асыҡлана, 36 осраҡ наркотик һатыуға бәйле. Судҡа 29 енәйәт эше йүнәлтелде. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау 63,4 процент тәшкил итте. Законһыҙ әйләнештән 2 341, 93 грамм тилерткес матдә тартып алына йыл башынан.

Алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы 68 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлә. Һәммәһе 419 000 һумлыҡ штрафтар һалынды. Законһыҙ әйләнештән 54,5 литр алкоголь продукцияһы, 68,5 литр этил спирты тартып алына.

ЮХХДИ бүлексәһе 9 664 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлай, 16 787 850 һумға штрафтар һалына. 28 юл-транспорт һәләкәте теркәлә, 34 кеше (шул иҫәптән 6 бала) имгәнә, 9 кеше һәләк булды. Ете юл-транспорт һәләкәте иҫерек көйөнсә башҡарыла.

Ошо осорҙа руль артына иҫерек ки-леш ултырған 425 водитель тотолған. Быныһы айырыуса борсолдора.

Булат ЯХИН.


Читайте нас: