Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
16 Ноябрь 2018, 12:27

Ашыҡма, таксист, һин кешеләр өсөн яуаплы!

- Әсәй, беҙ тыуған яҡтарға аяҡ баҫтыҡ. Оҙаҡламай ҡайтып етербеҙ. Әсәкәйем, ашарға бешереп ҡуй, йәме.

- Әсәй, беҙ тыуған яҡтарға аяҡ баҫтыҡ. Оҙаҡламай ҡайтып етербеҙ. Әсәкәйем, ашарға бешереп ҡуй, йәме.

Һин бешергән аштарҙы һағындым! Беҙ такси менән ҡайтырға сыҡтыҡ, - Гүзәлдең шат тауышынан яҡындарының да кәйефтәре күтәрелде.

Бер сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә Гүзәлдең ҡот осҡос һәләкәткә осрауы хаҡында ата-әсәһенә хәбәр итәләр.

Гүзәл менән Ринат ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле мәленән - туйҙарынан һуң, сит ерҙәрҙе күреп киләйек тип, сит илгә ялға баралар. Тыуған ергә аяҡ баҫҡас, бәлә көткәнен кем белһен инде?

Бына һигеҙенсе ай инде Гүзәлебеҙ түшәмгә ҡарап, әйтер һүҙен дә әйтә алмайынса, хәрәкәтһеҙ ята. Тормош иптәше Ринаттың да һаулығына ҙур зыян килде. Ошо уҡ таксила ултырып килеүсе бер ҡыҙ баланың был һәләкәттән һуң ғүмере өҙөлдө.

Һигеҙенсе ай атай менән әсәй ҡыҙыбыҙ өндәшерме, Гүзәлебеҙ элекке хәленә ҡайтырмы, тип өмөтләнеп йәшәй. Бар яҡындары, ауылдаштар уға Хоҙайҙан ярҙам һорай, ата-әсәһенә сабырлыҡ, түҙемлек теләй.

Был фажиғәнең башында кем тора һуң? Яуап билдәле - таксист. Мин бөтә таксистар ҙа эштәренә еңел-елпе ҡарай, кеше ғүмерҙәре менән уйнайҙар тип иҫбатламайым. Бурыстарына үтә яуаплы ҡараусылар бар араларында.

Тик бына ошо фажиғәгә тарыуға сәбәпсе таксист кеүек ваҡытында йоҡламай, машинаның төҙөклөгөн тикшермәй, тик аҡса артынан ҡыуыусылар ҙа юҡ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Һәләкәттән һуң ғәйепле таксист Гүзәлдең хәлен белешеп, ярҙам да тәҡдим иткәне булманы бит.

Юлға сығыр алдынан һаҡлаусы изге доғаларҙы уҡып, миңә ышанып ултырған ошо кешеләрҙе иҫән-һау алып барып еткерәйем тип Хоҙайҙан һорап, машинаның теүәллеген ныҡлап барлап йөрөгән осраҡта һәләкәттәр күпкә аҙыраҡ булыр ине, минеңсә. Кеҫәмә күпме аҡса керә тип түгел, кеше ғүмерҙәре тураһында уйлаһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Ашыҡмаһаң ине, таксист!

Земфира СОЛТАНОВА,

Илсе ауылы.


Әйткәндәй, автотранспорт предприятиеларының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы кәңәшмәләр тураһында яҙҙыҡ. Унда мәғлүм булыуынса, бик күптәр дәүләт ҡарамағындағы ҡала-эсе һәм төбәк-ара такси хеҙмәте тергеҙелеүе тураһында хыяллана икән.


Читайте нас: