Республика буйынса Эске эштәр министрлығының юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хәбәр итеүенсә, Белорет-Учалы-Мейәс юлының 22 километрында «Mitsubishi Lancer» һәм «Лада Гранта»автомобилдәре бәрелешә, һөҙөмтәлә "Лада" машинаһының водителе һәм пассажиры һәләк була, береһенә - 18, икенсеһенә - 23 йәш. Тағы ике кеше дауаханаға оҙатыла. Һәләкәттең сәбәптәре асыҡлана.