Рәсәйҙә эҙәрмәнлек хәрәкәте йәйелә бара. Ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының яу ҡырында ҡалған мәйеттәрен табып, тыуған яҡтарына илтеп ерләнеүҙәренә булышлыҡ итә.
Яңы ғына гәзиттә яҙҙыҡ та инде - 1942 йылда батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Василий Федорович Кузьмин, 76 йыл үткәс, тыуған Кирәбеһендә ерләнде.
Тик ошондай изге ғәмәл тирәһендә лә енәйәтселәр бутала башлаған. Берҙе яҙғайныҡ инде, мәҫәлән, Әбйәлил районындағы кешегә шылтыраталар: йәнәһе лә, атайығыҙҙың мәйете табылды, транспорт сығымдарын түләһәгеҙ, килтерәбеҙ. Һуңынан, телефон аша йә бензин бөттө, йә тәгәрмәс һытылды, тип хәйләләй торғас, 40 мең һумды күсерттерәләр.
Был ҡасафат беҙҙең районды ла урап үтмәне. Гәзитебеҙҙең күптәнге авторы Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы Сафина - тәжрибәле, белемле, тарих, эҙәрмәнлек мәсьәләләрендә лә теш ҡаҡҡан кеше. Әммә һис көтмәгәндә күңеленең төбөндәге яраны ҡуҙғытҡастары, хатта ул да саҡ ҡына ла уйлап тормай, һис шиклән-мәй. Нисәмә тиҫтә йыл тынғы бирмәгән йөк күңелдән төшөр тип ышанаһы килә шул!
Ә эш былай була. Берәү телефондан шылтырата, үҙен Мәскәү профессоры, тип таныштыра. Йәнәһе лә, монгол яуы үткән ерҙәрҙә археология тикшереүҙәре башҡаралар. Осраҡлы ғына рәүештә Орел өлкәһенең Алексеевка ауылы эргәһендә Совет һалдаты мәйетенә тап булалар: ар-тиллерия уты аҫтына эләгеп, ҡулынан автоматын ысҡындырмаған яугир блиндаж эсендә күмелеп ҡалған.
«Әнүәр Ғәлиморат улы Кәбиров һеҙгә туған тура киләме?» - тип һорашалар. «Нисәмә йыл әсәйемдең ҡустыһы тураһында мәғлүмәт эҙләйем, ә бында үҙҙәре шылтыраталар. Ҡыуаныстан быуылып илай башланым, яңылыҡ тураһында ишетеп балалар ҙа килде, төнө буйы йоҡлай алманыҡ. Әнүәр өлә-сәйемдең берҙән-бер улы. Ун һигеҙ бала таба, тик бер ул һәм ике ҡыҙ ғына иҫән-һау үҫә алалар. Әнүәре фронтта эҙһеҙ юғалғас, ҡайғынан бөгөлөп төшә, оҙаҡ йәшәй алманы, тормоштоң тәме тамам китә», - тип һөйләне беҙгә был хаҡта енәйәт ҡорбаны.
Телгә алынған яҡташыбыҙ 1942 йылдың мартында һуғышҡа китә, 1943 йылдың июнь айында ғәйеп була. 27-се полк составында алышыуы ғына теүәл билдәле, Ржев ҡалаһы янындағы ҡот осҡос бәрелештәрҙә башын һалған тип фараз ителә.
...Мәйете табылыу буш хәбәр икәнлеге оҙаҡламай асыҡланды. Ялған әҙәрмәндәр юҡ-бар сәбәп табып аҡса күсерттерә башлайҙар. «Шылтыратыу менән аҙ-маҙ түгел, шундуҡ меңәр-меңәр һум һораһалар, теләһә ҡайҙан табып бирергә әҙер инем!» - тип һуңынан моңһоу йылмайҙы Әҡлимә апай, көтөлмәгән хәбәр шул тиклем ныҡ тетрәндерә бит. Ярай ҙа, саҡ ҡына тынысланғас, эштең айышына төшөнә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Ошо көндәрҙә Әҡлимә апайҙан һораштыҡ, матди зыян ҙур түгел һылтауы менән, хатта, енәйәт эше ҡуҙғатылмаған икән! «Улар бит бер мине генә алдамайҙарҙыр... Миңә мең һум аҡса йәл түгел. Беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең һөйәктәрендә оятһыҙ рәүештә аҡса эшләүҙәре йөрәкте әрнетә. Хатта әйтер һүҙ ҙә таба алмайым. Өләсәйем Гөлсәсәктең улын көтөп, уның исемен әйтеп үлеүе тураһында инәйемдең һөйләгәне әле лә ҡолағым төбөндә ишетелә кеүек. Ярар, кеше хөкүменән ҡотолһалар ҙа, Хоҙай хөкүме булыр», - тип әрней әңгәмәсебеҙ. Был йәмһеҙ ваҡиғаның, исмаһам, бер файҙаһы булһын - ошондай алдаҡсылар булыуы хаҡында бөтә райондаштарҙы иҫкәртәйек. Был юлға бер баҫҡастары, ҡаңғыртырҙар артабан да булыр, моғайын.
Хәтерләп ҡуйығыҙ - һалдат һөлдәләрен ерләү менән шөғөлләнгән ысын эҙәрмәндәр бер осраҡта ла аҡса һорамайҙар, мотлаҡ рәсми инстанция һәм власть органдары аша эш итәләр.
БР Йәмәғәтселек палатаһы иҫкәртеү яһаны: үрҙә әйтелгәнсә кемдер шылтырата икән, барыһын да ентекләп һорашырға, һуңынан урындағы хәрби комиссариатҡа бәйләнешкә сығырға кәрәк. 89639091970 телефоны аша «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте» етәксеһе Волков Владимир Сергеевичҡа шылтыратырға ла мөмкин. Алдаҡсыларҙан һаҡ булығыҙ!