Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
15 Ғинуар 2019, 11:13

Ҡурҡыныс йәкшәмбе тетрәндерҙе

Әлбиттә, ҡот осҡос фажиғәнең нисек булыуын һораштыҡ, таныштарҙың яҡындары һәләк булыуға бар күңелдән ҡайғырҙыҡ, әммә тәфтиш барғас, әлегә башлыса рәсми хәбәрнамәләр менән сикләнергә тура килә.

Әлбиттә, ҡот осҡос фажиғәнең нисек булыуын һораштыҡ, таныштарҙың яҡындары һәләк булыуға бар күңелдән ҡайғырҙыҡ, әммә тәфтиш барғас, әлегә башлыса рәсми хәбәрнамәләр менән сикләнергә тура килә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы белдерҙе:

«Бөгөн иртүк (13 ғинуар) полицияға Учалы ауылындағы Мәктәп урамында атышыу тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына кисектермәй яҡындағы полиция экипаждары барып етә.

Әлегә булған фараз буйынса, 1984 йылда тыуған урындағы кеше таңда ҡатыны менән ыҙғышҡандан һуң күршеләрен - ике ир һәм бер ҡатынды ут ҡоралынан яралай. Күрше ҡатын ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән бирә. Ике яраланған ир дауаханаға алып барыла. Медиктарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан, бер ир (Учалы эске эштәр бүлегенең эксперт подраздедениеһы хеҙмәткәре) яраларҙан үлә.

Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәт ҡылыуҙа шикләнеүсе һәм уның ҡатынының ут ҡоралы яралары менән мәйеттәре табыла. Версия буйынса, ир башта ҡатынын атып үлтерә, һуңынан үҙенә-үҙе ҡул һала.

Кеше үлтереүҙәр башҡарылған ергә БР Эске эштәр министры Роман Деев барҙы. Ваҡиғаның бөтә хәл-шарттары асыҡлана».

Башҡортостан Тәфтиш комитеты идаралығының белдереүе лә оҡшаш:

«РФ Тәфтиш комитеты БР идаралығының Учалы бүлексәһе РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса (ике һәм унан күберәк кеше үлтереү) енәйәт эше ҡуҙғатты.Тәүге тәфтиш эштәренән асыҡланыуынса, 13 ғинуарҙа төндә урындағы кеше иҫерек килеш ҡатыны менән ыҙғыша, ҡатын, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып, күршеләргә ярҙам һорарға йүгерә. Мылтыҡ менән ҡоралланған ире уны эҙәрлекләй башлай. Күршеһен атып яралай, уның ҡатынын үлтерә. Һуңынан икенсе күршеһен дә яралай, ул дауаханаға килтергәс йән бирә. Һуңынан енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән ир ҡатынын үлтерә, үҙенә ҡул һала. Был енәйәт эшен тикшереү тәфтиш идаралығы начальнигының айырым контроленә алынды». Ҡот осҡос хәл бит.

Ә 14 ғинуар көнө Учалы филармонияһында осраҡлы рәүештә енәйәт ҡорбанына әйләнгән Гөлсиә Хилажева менән бәхилләшеү үтте. 34 йәшлек «Башҡорт йыры» конкурсы лауреаты учалыларҙың хәтерендә һөйкөмлө, һәләтле һәм алсаҡ кеше булып һаҡланыр.

Мәҡәлә яҙылған ваҡытта реанимацияла ятҡан иптәше, «Байыҡ» конкурсының Гран-при лауреаты Зариф Ғәлимйән улы һауыҡһын ине, тип бар күңелдән теләйбеҙ, ғаиләләге ике бәләкәй бала тулыһынса етем ҡалмаһындар ине инде!

Ә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир 2012 йылдан «Шахта төҙөү идаралығы» йәмғиәтендә тейәү-ташыу машинаһы водителе булып эшләгән. Ҡатынына киләһе айҙа 25 йәш тулған булыр ине... Учалы район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, был ғаилә насар яҡтан иҫәптә тормаған була.

БР хөкүмәте ултырышын үткәргән Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Учалы фажиғәһен телгә алды:

- Был - кешеләр оҙаҡ өйҙә ултырыуҙың һәм эсеүҙең бер һөҙөмтәһелер. Әлегә миңә мәғлүм булыуынса, фажиғәнең бер сәбәбе тап алкоголь менән иҫереү булған.

Радий Фәрит улы статистика ла бәйән итә: 2017 йыл менән сағыштырғанда, 2018 йылда республикала алкоголь менән ағыуланыуҙан байтаҡҡа күберәк кеше үлгән икән.

Илфат ЯНБАЕВ.

П.С. «Яйыҡ» гәзите, Учалы мәғлүмәт үҙәге коллективтары исеменән фажиғәлә яҡындарын юғалтҡан

кешеләрҙең ауыр

ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.


Читайте нас: