Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
1 Февраль 2019, 15:09

Мутлашыусылар Һаҡлыҡ банкы клиенттарын алдауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан. Һаҡ булығыҙ

Мутлашыусылар ялған номерҙар яһарға өйрәнгән һәм хәҙер шылтыратыу картаның икенсе яғындағы кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән 900 һәм +7 (495) 500-55-50 номерҙарынан яңғырай.

Мутлашыусылар ялған номерҙар яһарға өйрәнгән һәм хәҙер шылтыратыу картаның икенсе яғындағы кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән 900 һәм +7 (495) 500-55-50 номерҙарынан яңғырай.
Схема түбәндәгесә: һеҙгә 900 номерынан SMS килә, унда әгәр яуап итеп кәрәкле кодты ебәрмәһәгеҙ, картанан автоматик рәүештә аҡса алына тип яҙыла. Һуңынан һеҙгә банк хеҙмәткәре (мутлашыусы) шылтырата һәм артынса уҡ ебәрелгән икенсе SMS-хәбәрҙәге кодты әйтеүегеҙҙе һорай. Ләкин тап ошо код буйынса аҡсағыҙҙы урлайҙар ҙа инде. Шылтыратыу ысынға оҡшаған. Мутлашыусылар һеҙҙең исемегеҙҙе, паспорт мәғлүмәттәрен, һәм хатта иҫәбегеҙҙә күпме аҡса ҡалғанын һәм һуңғы транзакцияны ла белеүе мөмкин. Әгәр банк хеҙмәткәре кодты әйтеүегеҙҙе һораһа, шунда уҡ трубканы һалығыҙ һәм 900 номеры буйынса Һаҡлыҡ банкына шылтыратып, ысынлап та аҡсағыҙға хәүеф янаймы-юҡмы икәнен белешегеҙ.
Айгөл ХИСАМОВА.
Читайте нас: