Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
19 Июль 2019, 10:17

Күршеһен талай

БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итә: районыбыҙҙың бер ауылында 33 йәшлек ир 57 йәшлек ҡатындың өйөнә инә лә, асыҡтан-асыҡ 5 мең һум аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кеҫә телефонын алып сыға. Хужабикә ҡаршылашырға ҡурҡа. Һәм бик дөрөҫ эшләгәндер - аҡылын хәмер менән юйған бәндә ни ҡылмаҫ ине....

Бер-нисә сәғәттән полиция хеҙмәткәрҙәре кеше талаусыны тота. Быға тиклем дә хөкөм ителгән ир шәрәмәте өйөндә йоҡлап ятҡан була. Талағаны өлөшләтә тартып алынды. РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса (кеше талау) енәйәт эше ҡуҙғатылды үҙә ҡулға алынды.

Бер генә урын аңлашылманы: рәсми хәбәрнамәлә криминаль ваҡиға "Исмангулово"ла булды тип яңылыш яҙғандар - әллә Имангулово, әллә Истамгулово? Һәр хәлдә лә Исманғол тигән ауыл Учалы районында юҡ!
Читайте нас: