Эйе, артта алыҫ ҡалған 2007 йыл Тажикстан гражданы тейешле документтарһыҙ Учалы ҡалаһында аҙыҡ-түлек менән сауҙа иткән була.
Милиция хеҙмәткәрҙәре административ протокол төҙөй (ул саҡ полицияға әйләндерелмәгәндәр ине әле). Яуаплылыҡтан ҡотолоу өсөн сауҙагәр ришүәт бирҙереп матша (200 һум), тип бәйән итте Учалы район-ара прокуратураһы. Башта административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғына ғәйепләнһә, хәҙер инде ришүәт өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәфтиш барғансы ғәйепләнеүсе ҡайҙалыр сығып ҡаса. Сит ил гражданы булғас, оҙаҡ ваҡыт ҡайҙалыр йөрөп тотолмай.
Быйыл иһә йәнә Учалыға килә һәм нисәмә йыл элек ҡылынған ғонаһы өсөн тотола. Тикшереү һәм суд ултырышы үтеп, ғәйеплегә 20 мең һум штраф һалынды, тип белдеренде.