Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Август 2019, 12:16

Төнөн ҡайтыр кәрәк булһа, такси саҡыртабыҙ. Яҡташыбыҙ “уңайлыраҡ” ысул таба... Хәҙер ныҡ үкенә!

Төнгө ваҡытта Учалы ҡалаһының бер ихатаһында полицияның патруль-пост хеҙмәткәрҙәре иғтибар итә – йәш ир ВАЗ-2106 автомобиле эсендә нишләптер ултыра. Ҡулында документтары булмай. Тикшерә башлағас асыҡлана: районыбыҙҙың бер ауылында йәшәгән 25 йәшлек уҙаманға төнөн һәм эскән килеш өйөнә ҡайтыр кәрәк була. Тиҙерәк барып етеү өсөн сит кеше машинаһын ҡыуып алып китергә ҡарар итә.

Маҡсатына ирешә алманы, шулай ҙа енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ә автомобилдең 26 йәшлек хужаһы, “атһыҙ” ҡала яҙғаны тураһында полиция хәбәр иткәс кенә белеп ҡала – татлы йоҡоға бирелгән була бит был ваҡыт.
Читайте нас: