Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
30 Август 2019, 16:11

Террорға ҡаршы бергә көрәшәбеҙ!

Терроризм - социаль-сәйәси һәм криминаль характерҙағы бик ҡурҡыныс күренеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм именлек хеҙмәте вәкилдәре генә уға ҡаршы тора алмай. Был афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур.

Терроризм - социаль-сәйәси һәм криминаль характерҙағы бик ҡурҡыныс күренеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм именлек хеҙмәте вәкилдәре генә уға ҡаршы тора алмай. Был афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, экстремистарҙы бер ҡарауҙан ғына айырып булмай. Шуға ла урамда, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә тирә-йүндәгеләрҙең кейеменә, үҙ-үҙен тотошона иғтибар итеү бер ҙә артыҡ түгел. Уяу булығыҙ.

Быйыл йәй Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара осрашыуы үткәйне. Өс көн дауамында йөҙҙән ашыу илдең именлек һағында тороусылар тотош Ер шарында тыныслыҡ тәьмин итеү, экстремизм һәм замандың башҡа хәүефенә ҡаршы тороу юлдарын өйрәнде. Шу-ныһы ҡыҙыҡлы булды, хәҙер баҡтиһәң именлек хеҙмәте, полиция шикле шәхестәрҙе кеҫә телефонынан ғына билдәләй ала икән. Бының өсөн халыҡ йөрөгән ергә ҡорал урынына камера тоҫҡау ҙа етә. Енәйәтселәр, хатта, йөҙөн үҙгәртеп тә ҡасып ҡотола алмай. Замандың виртуаль ҡоралдары пластик операция яһатыусыларҙы ла асыҡлай ала. Шәп бит! Юғиһә экстремизм интернет киңлектәренә тәрәнерәк йәшеренгән һайын уның йөҙөн дә билдәләү ҡатмар-лашҡандан ҡатмарлаша бара.

Террорсыларҙың беҙҙең арала йөрөүҙәре лә бик ихтимал. Экстремистик ойошмалар ҙур ҡалаларҙа ғына ҡара уйҙарын тормошҡа ашыра, тип уйлау хаталы. Ике йыл элек Учалыбыҙҙа ла ҡот осҡос күренешкә дусар булдыҡ. Хәтерегеҙҙәлер, ҡораллы әҙәм тау-байыҡтырыу комбинатына үтеп инеп ут аса. Фажиғәлә бер һаҡсы яралана, ҡорбандарҙың күберәк булыуы ла ихтимал ине бит.

Белем байрамына, республика башлығы, депутаттар, ауыл Советы башлыҡтарын һайлау көнөнә лә күп ҡалманы. Район хакимиәтендә терроризмға ҡаршы комиссияның һәм оператив штабының берлектәге ултырышы уҙҙы. Унда һайлау алды кампанияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар ту-раһындағы мәсьәләләр ҡаралды. Ултырыш барышында һайлау кампанияһы осоронда именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар ҙа тикшерелде.

Эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәре буйынса һайлауҙарҙа 140 полиция хеҙмәткәре эшләйәсәк, тип белдерелде.

Мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә туҡталды. Айырыуса хәүефһеҙлек системаһы, һаҡ хеҙмәте торошо иғтибарға алына. Был йүнәлештә һуңғы йылдарҙа ҙур эштәр башҡарыла. Белем усаҡтарында һаҡ ҡуйылды. Сит кешеләргә инеп-сығыу ҡәтғи тыйыла, видеокүҙәтеүҙәр урынлаштырылған. Эштәр артабан да дауам итәсәк. Уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәрен ғәҙәттән тыш хәл осрағында үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтеү буйынса уҡыуҙар ҙа даими ойошторолоп тора. Уҡыусылар менән аңлатыу эштәре алып барыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә һанала. Буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ, йәмәғәт.

Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән бит.

Читайте нас: