Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2019, 16:15

Иғтибар! Махсус операция башланды

Кисә, йәғни 16 сентябрь көнө, Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Был хаҡта республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итте. Сараның төп маҡсаты — тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.

Кисә, йәғни 16 сентябрь көнө, Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Был хаҡта республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итте. Сараның төп маҡсаты - тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.

Шуны белеп ҡуйығыҙ, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителеүе мөмкин.

Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан тик 50% түләү мөмкинлеге ҡаралған.

"Бурыслы" операцияһы барышында ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең бурысы бармы, юҡмы икәнен тикшерә, аңлатыу эштәре алып бара.

Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ-ның рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.
Читайте нас: