Яйыҡ
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
1 Ғинуар 2021, 02:00

"Туҡмай, тимәк, ярата!"

Вил менән Зәйнәп (исемдәре үҙгәртелде) яратышып өйләнештеләр. Зәйнәп 18 йәшендә генә кейәүгә сыҡты, тормош иптәше үҙенән байтаҡҡа оло ине. Һүҙ юҡ, ир сибәр, мыҡты кәүҙәле, әммә ана шул көнләшеү, тигән ауырыуы сыға торған ине. Тик-томалға бер ғәйепһеҙ ҡатынын уйнаш итәһең, тип аптыратты. Эшендә биш минутҡа тотҡарланһа ла, тауыш сығара, магазинға инһә лә, берәй һөйәрең менән осрашып йөрөйһөң, тип иҫәрләнде. Улай ғына түгел, айныҡ килеш тә, эсеп ҡайтып та туҡмай торған ине. Баһадир кәүҙәле иргә сибек ҡатын нисек ҡаршы торһон.

“Туҡмай икән, тимәк, ярата!”

Йыл һайын донъяла 3,8 миллион кеше көс ҡулланыу ҡорбанына әүерелә, шуның 1,8 миллионы - ҡатын-ҡыҙ. Миҫал артынан алыҫҡа китмәй генә, таныштар, яҡындар, ауылдаштар араһынан ғына эҙләп ҡарайыҡ. Уларҙың ғаиләләрендә барыһы ла яҡшымы, ығы-зығыһыҙ ғына йәшәйҙәрме?

Вил менән Зәйнәп (исемдәре үҙгәртелде) яратышып өйләнештеләр. Зәйнәп 18 йәшендә генә кейәүгә сыҡты, тормош иптәше үҙенән байтаҡҡа оло ине. Һүҙ юҡ, ир сибәр, мыҡты кәүҙәле, әммә ана шул көнләшеү, тигән ауырыуы сыға торған ине. Тик-томалға бер ғәйепһеҙ ҡатынын уйнаш итәһең, тип аптыратты. Эшендә биш минутҡа тотҡарланһа ла, тауыш сығара, магазинға инһә лә, берәй һөйәрең менән осрашып йөрөйһөң, тип иҫәрләнде. Улай ғына түгел, айныҡ килеш тә, эсеп ҡайтып та туҡмай торған ине. Баһадир кәүҙәле иргә сибек ҡатын нисек ҡаршы торһон.

- Эсеп-иҫереп ҡайта ла, йоҡлап ятҡан ереңдән тибеп уята. Ауыҙынан сыҡҡанды эт тә ашамай, йәнәһе мин уйнаш, фәлән-төгән. Сәстән һөйрәп иҙән буйлап һөйрәтеп алып йөрөй, эскә, аяҡ-ҡулға тибә. Нимәһе бар, күгәрмәй торған ерҙәргә һуға. Иртәгәһенә тән үлтереп һыҙлай, ә күгәргән ерем юҡ. Әллә нисәмә тапҡыр үлтерә, тип уйланым. Ахырҙа полицияға барып, туҡмай, тип ғариза яҙҙым. Улар нимә, иртәгәһенә икебеҙҙе саҡырттылар ҙа, татыу йәшәгеҙ, һуғышмағыҙ, тип 500 һум штраф һалып ҡайтарып ебәрҙеләр. Ир ҡайтты ла, ғариза яҙып йөрөгәнем өсөн тағы ҡанға батырғансы туҡманы. Түҙҙем-түҙҙем дә, былай йәшәп булмай, тип айырылырға булдым. Ике баламды алып өйҙән сығып киттем, ҡайҙа күскәнемде әйтмәнем. Ҡала бәләкәй, ҡайҙа йәшәгәнемде тиҙ белде. Әллә нисәмә тапҡыр эшкә килде, унда ярай хеҙмәттәштәрем аралап алып ҡалды. Ә бер көн иртә таңдан юлда һағалап торған, көтмәгәндә артымдан килеп йәбеште лә, башымды дөмбәҫләй башланы. Ысҡына алмайым, ярҙам һорап ҡысҡырам, кешеләр күрә, әммә береһе лә ярҙамға килмәй. Ошо мәлдә халыҡтың шул тиклем дә ҡаты бәғерле булыуҙарын аңланым. Әгәр ҙә һинең менән урамда бер-бер хәл була ҡалһа, бер кем ярҙамға килмәйәсәк, үҙеңә генә ышанырға кәрәк. Ирҙең көслө ҡулдарынан ысҡынырлыҡ түгел, шул ваҡыт ниндәйҙер ҡөҙрәт менән ысҡындым да йүгерҙем. Алда бер ҡатын китеп бара ине, уны барып ҡултыҡлап алдым да, ысҡындырмағыҙ, зинһар өсөн, ирем мине хәҙер үлтерә, тип ялбарҙым. Ир баҫтырып тотто ла һаман йоҙроҡтары менән һелтәнә, ҡатын аралашып маташа. Хәҙер полиция саҡырам, тигәс кенә ебәрҙе. Көс-хәлгә эшкә барып еттем. Ошо хәлдән һуң яңғыҙым йөрөмәҫкә тырышам. Хәҙер рәсми рәүештә айырылғанбыҙ, биш йыл йәшәмәйбеҙ, әммә һаман тынғы юҡ. Эсеп алһа телефон аша янай, өйгә, эшкә килә. Түҙерлек әмәл ҡалманы, ситкә сығып китеү тураһында уйлай башланым, сөнки үлтерәм, тип янай һәм бер көн килеп ниәтен бойомға ашырыуы бик ихтимал. Полицияға ла ғариза яҙып ҡуйғанмын, участковый ҙа хәбәрҙар. Шуға ла ҡатындарға әйтер һүҙем, ирегеҙ һуғыша икән, шундуҡ ҡасығыҙ. Үҙегеҙҙе йәлләмәһәгеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы, балаларығыҙҙы уйлағыҙ. Ғүмер бер генә, һеҙ ҙә бит кемдеңдер ҡәҙерле балаһы, үҙегеҙҙе яратығыҙ, - тип тамамланы хәбәрен танышым.


Халыҡ араһында “Туҡмай икән, тимәк, ярата!” тигән туҙға яҙмаған әйтем йөрөй, ниндәй ахмаҡ уйлап сығарғандыр уны!? Иң йәнде көйҙөргәне, был хәбәрҙе йышыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан ишетергә мөмкин. Туҡмалып та үҙҙәрен аҡларға маташыуҙарымы, аңламаҫһың. Социаль селтәрҙә танылыу алған бер төркөм бар, республикабыҙҙың төрлө райондарынан ҡатын-ҡыҙҙар шунда гәп һата, серҙәре менән бүлешә. Шул төркөмдә бер нисә кешенең яҙғанын ғына алып ҡараһаң, ошондай һығымтаға килергә мөмкин. Беҙҙең башҡорт ҡатындары тик туҡмалып йәшәйҙәр, шикелле. Ирем эсә, һуғыша, эсмәйенсә лә һуғыша, “гүләт” итә лә һуғыша, алимент түләмәйем, тип һуғыша, айырылһалар ҙа йәшәргә тыныслыҡ бирмәй, эҙәрлекләп килеп туҡмап китә. Бына һиңә мә, иҫең китеп, сәстәрең үрә торорлоҡ. Берәүҙәр, йәшәмә, ҡас ул тиран ирҙән, икенселәре - кейәүгә сыҡҡанһың икән, түҙеп йәшә, балаларың бар, боронғолар ғүмер буйы түҙгән, тип кәңәш бирә. А-у, йәмәғәт, ниндәй балалар хаҡына түҙеп йәшәү тураһында һөйләйһегеҙ һеҙ? Бер ҡул күтәргән кеше ғүмере буйы һуғышасаҡ, ундай ирҙән иҫән-имен мәлеңдә ҡасып ҡотолоуың хәйерле. Ундай ҡәбәхәттәр үҙгәрә торғаны юҡ.
Читайте нас