Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Декабрь 2016, 14:07

Һылыуҡайҙар билдәләнде

Башҡортостан матур тәбиғәте менән генә түгел, ә батыр улдары, һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары менән дә дан ҡаҙанған. «Яйыҡ» һылыуы» конкурсында ҡатнашҡан һомғол буйлы, сибәр йөҙлө гүзәл зат вәкилдәренә лә ҡарап туйғыһыҙ. Баҫмабыҙҙың 2017 йылғы календарын биҙәүгә быйыл алты ҡыҙ дәғүә итте: Вилиә Фәррәхова, Нурзилә Миңлеғолова, Регина Моратшина, Гөлфинә Ҡунаҡҡолова, Гөлнур Солтанбаева, Зарема Әминева.

Быйыл конкурс еңеүселәрен һылыуҡайҙар өсөн интернет селтәрендә тауыш биреү аша хәл итмәҫкә булдыҡ. Сөнки гәзит уҡыусыларҙың байтаҡ өлөшө интернет селтәре менән ҡулланмай һәм бындай алым беҙҙең осраҡта ғәҙел булмай.
Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә матур. Берәүҙәренең сибәр йөҙө, нәфис буй-һыны әсир итһә, икенселәренең нескә күңеле, яҡты уй-маҡсаттар менән янып йәшәүе һоҡландырҙы. Шуға күрә ауыр һайлау алдында торған махсус баһалама комиссияһы төп еңеүсене генә билдәләп, башҡа конкурсанттарҙы номинациялар буйынса тәбрикләү ҡарарына килде.
Шулай итеп, «Яйыҡ» һылыуы» исеме Мулдаҡай ауылынан Зарема Әминеваға бирелә. Ул киләһе йыл дауамында баҫмабыҙҙың календары аша гәзит уҡыусыларҙы мөләйем йылмайыуы ме-нән һөйөндөрәсәк. Ә Вилиә Фәррәхова - «Иң нәзәкәтле», Нурзилә Миңлеғолова - «Милләт йәме», Регина Моратшина - «Нурлы йөҙлө», Гөлфиә Ҡунаҡҡолова - «Башҡорт һылыуы», Гөлнур Солтанбаева «Һомғол буйлы» номинацияларында еңеүсе тип билдәләнәләр. Барлыҡ һылыуҡайҙарҙы ла еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, иҫтәлекле бүләктәрҙе ре-дакциябыҙҙан килеп алыуығыҙ һорала.
Зарема Әминева 1998 йылдың 30 августында Илсеғол ауылында донъяға килгән. Әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем ала.
Ҡыҙ үҙен иленең ысын патриоты тип һанай. Республика яҙмышына, бигерәк тә халҡының киләсәгенә битараф түгел ул. Тап милләттең тарихын, ижадын өйрәнеп, уны киләсәк быуынға еткерер, заманса фекер йөрөткән һәм республикаға файҙалы шәхес булып үҫер өсөн башҡорт филология факультетына уҡырға ингән дә инде.
Зарема гәзит уҡыусыларыбыҙға «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика конкурсында гран-при алыусы булараҡ таныш. Уҡытыусыһы - Зөлфиә Әминева. Был ҡаҙанышы өсөн ул РФ президенты В. Путиндың грантына өлгәшкән.
Тормош девизы - «Тереклек итергә түгел, ә йәшәргә!» Ҡыҙыҡай үҙ камиллығы өҫтөндә даими эшләй, шәхес булып үҫеү буйынса лекциялар тыңлай, мәҡәләләр уҡый. Киләсәктә үҙен телевидение өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы. Тағы ла, мәҡәләләр яҙырға, форумдарҙа ҡатнашырға теләй. Иң ҙур хыялы - матур ғаилә ҡороп, яратҡан эше менән шөғөлләнеп, яҡшы балалар тәрбиәләп, бәхетле йәшәргә.
Читайте нас: