Яйыҡ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Октябрь 2018, 11:14

Лотерея ойошторолдо

Учалы мәғлүмәт үҙәге 1 октябрҙә ололарға бүләк яһаны - Учалы ҡалаһы, Рудник ҡасабаһы һәм Учалы ауылында йәшәүсе пенсионерҙар редакция аша «Яйыҡ», «Учалинская газета»ға льготалы хаҡҡа яҙыла алдылар.

Учалы мәғлүмәт үҙәге 1 октябрҙә ололарға бүләк яһаны - Учалы ҡалаһы, Рудник ҡасабаһы һәм Учалы ауылында йәшәүсе пенсионерҙар редакция аша «Яйыҡ», «Учалинская газета»ға льготалы хаҡҡа яҙыла алдылар. Бер ыңғайы лотерея ойошторолдо. «Яйыҡ»ҡа яҙылыусылар араһында бәхет В.Х. Баҡыеваға, Б.Г. Йосоповаға (ҡаланан), Ф.З. Бүләковаға (Учалы ауылы) йылмайҙы. Иҫтәлекле бүләктәрҙе килеп алыуҙары һорала, үҙегеҙ менән документ килтерергә кәрәк (паспорт, СНИЛС, ИНН).

Ҡалған ултыраҡтарҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙ ҙа бошонмаһын. Рәсәй почтаһы 4-14 октябрҙә Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһа үткәрә. Акцияға «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ла ҡушылып, гәзиттәргә яҙылыуҙың каталог хаҡы 10 процентҡа кәметелә, осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Читайте нас: