Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
21 Ноябрь 2016, 13:49

Киноға төшкән яҡташыбыҙ

«Тәүҙә шаярыу, бының булыуы мөмкин түгел, тип ҡабул иттем тәҡдимде»...

Йәй аҙағында булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөргәндә Таһир Танатов йәнә бер янып-ярһып китә. Шулай булмай, һәр кемгә фильмға төшөргә тәҡдим яһамайҙар бит. Ә бына яҡташыбыҙға мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ киноактер ролен һынап ҡарау бәхете тейгән.
Таһир Танатов Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 9-сы класында белем ала. Өс йыл элек ул мәктәптә әүҙем эшмәкәрлек алып барған «Бөҙрәкәй» өлгөлө балалар театрына йөрөй башлай. Етәкселәре - Гөлдәр Хәкимова. Театр бына инде нисәнсе йыл рәттән «Урал батыр» республика йәш сәсәндәр конкурсында алдынғы урындарҙы биләүе менән билдәле. Быйыл да Бөрйән районында уҙған ярышта 28 команда араһынан «Бөҙрәкәй» беренсе урынды алыуға өлгәште. Еңеү яулауҙа Таһирҙың өлөшө тос, сөнки тап ул төп ролде - Урал батыр образын башҡара бит. Ошонда йәш актер Сибай режиссеры Айгиз Ғабдуллин менән осраша. Таһирҙың сәхнәләге уйыны менән хайран ҡалған режиссер уны үҙенең «Серле бүләк-2» фильмында төшөргә саҡыра. Тәүҙә егет тәҡдимгә ышанып етмәй.
- Фильм ике өлөштән тора. Икенсе өлөшөн төшөрөү эше әле лә дауам итә. Мин август айында Сибайҙа һәм уның тирәһендә барған күренештәрҙә ҡатнаштым. Ун көн дауам итте был эш. Режиссерҙың өйөндә йәшәнем, - ти егет.
Фильм серле бүләк - фото-аппарат хаҡында. Ни өсөн серле? Сөнки ул теләгән урыныңа те-лепортациялай (күсерә) ала. Аңлауыбыҙса, тамашасыларҙы бик мауыҡтырғыс сюжетлы, фантастика жанрына ҡараған кино көтә. Әйткәндәй, ике сәғәткә яҡын дауам иткән фильм зәңгәр экрандарҙа киләһе йылдың февралендә донъя күрәсәк.
Фильмда Таһир ябай үҫмерҙе түгел, ә Джеки Чандың ҡустыһы - Фан Шэнь Линың үҙен уйнай. Ҡара билбауға эйә каратист, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкән «аҡ» ниндзя була ул. Йәш актерҙың каратэ менән шөғөлләнмәһә лә, кикбоксингҡа йөрөүе, ниндзя сәнғәте - «ниндзюцу» менән мауығыуы һәм нунчакилар менән эш итә белеүе ярҙамға килә.
«Киноға төшөүе ауырмы?» - тигән һорауға егет кире яуап ҡайтарҙы.
- Ауыр түгел, ә ғәҙәти бул-мағанса, - тине ул. - Мин бит сәхнәлә сығыш яһарға кү-неккәнмен. Ә бында төрлө урындарҙа эш итергә кәрәк. Иң ауыры бер егеттең башына «тондороу» һәм ҡапыл килеп сығып ниндзя битлеген йөҙҙән сисеп ырғытыу кадры булды. Сөнки һуҡҡан кеше булып таяҡты башҡа теймәҫтән алда туҡтатырға һәм ныҡ итеп те-гелгән битлекте талғын, әм-мә эффектлы сисергә кәрәк ине. Бер нисә дубль эшләргә тура килде. Киноға төшөү бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс процесс. Үҙемә дуҫтар таптым, йырсы Динислам Сафин менән таныштым. Бик оҡшаны!
Әйткәндәй, Таһир оҫта актер ғына түгел, ә өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнай. Ҡустыһы Ислам ағаһы кеүек киноға төшөү хыялы менән ҡабынмаған, әммә унан күрмәксе ҡурайҙа уйнарға өй-рәнгеһе килә. Класташтары иһә тәү әҙере Таһирҙы «йондоҙ» тип атаған.
Был йәй егет тормошонда эҙһеҙ үтмәне. Тынғыһыҙ, онотолмаҫ ун көндән һуң киләсәккә хыялы менән билдәләнә ул - актер булам тигән ҡарар ҡабул иткән егет. Йәш яҡташыбыҙға уңыштар юлдаш булһын һәм хыялдары тормошҡа ашһын!
Читайте нас: