Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
29 Ноябрь 2016, 13:09

Килмәктә лә булдыҡ беҙ

Былтыр Наурыҙ ауылы хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы тәҡдиме менән бергәләшеп «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!»

акцияһын башлап ебәргәйнек. Тәүҙә наурыҙҙарға юлландыҡ, улар үҙ сиратында эстафетаны Яңы Байрамғол ауылы хакимиәтенә тапшырҙы, артабан Амангилде яҡтарына юл тоттоҡ. Ниһайәт, матур традициябыҙҙы быйыл да дауам итәбеҙ. Зәйнәкәйҙәр эстафета таҫмаһын миндәктәргә тапшырҙы. Ошо көндәрҙә коллектив менән бүләктәребеҙҙе тотоп Килмәк ауылына ҡунаҡҡа барҙыҡ.
Клуб шығырым тулы ине. Мәҙәниәт усағы мөдире Ильмира Хисмәтуллина етәкселегендә ағинәйҙәр түңәрәге ағзалары беҙҙе йыр-бейеү, телдә иреп торған сәк-сәк һәм буҙа менән әйҙүкләп ҡаршы алдылар. Ағи-нәйҙәр клубының ойош-торолоуына өс йыл. Әүҙем ханымдар бер са-ранан да ситтә ҡалмай. Репетицияларға барыһы ла ҙур теләк менән йөрөй. Йырлап-бейейҙәр, ҡул эштәре менән булышалар. Йәштәре сикләнмәгән, араларында Фаиза Мө-хәмәтова һымаҡ 80 йәште уҙғандар ҙа бар. Төрлө концерттарҙа, фестивалдәрҙә ҡат-нашалар. Ошо көндәрҙә уларҙың дүртәүһе - Зө-бәйлә Ишбирҙина, Фә-риҙә Шәрипова, Хазина Кашапова, Нәсимә Мо-ратова районыбыҙҙың башҡа ағинәйҙәре ме-нән бергә баш ҡалаға «Селтәр» традицион биҙәнеү әйберҙәре республика бәйгеһенә барып үҙҙәре эшләгән яғаларҙы (һаҡалдарҙы) күрһәтеп ҡайтты. Төр-лө номинацияларҙа бүләкләнгәндәр. Ғө-мүмән, Миндәк ауылы биләмәһендә хал-ҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын һаҡлау буйынса ҙур эш алып барыла.
Мәктәптәрҙә балалар менән дә ошо йүнәлештә шөғөлләнәләр. Был йәһәттән Миндәк урта мәктәбе директоры Гөлшат Хужиәхмәтова ның, башҡорт теле уҡытыусыларының хеҙмәтен билдәләп китеү урынлы булыр. Телебеҙгә ҡағылған замана ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә, туған телебеҙҙә саралар уҙғарыла.
- Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға ла һәр кеше башҡорт телен белергә, уны хөрмәт итергә бурыслы, тип уйлайым. Шулай ҙа күп нимә ата-әсәләрҙән тора, балаларҙы милли рухта тәрбиәләгәндә генә мәҙәниәтебеҙ, телебеҙ һаҡланасаҡ, - ти Гөлшат Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Беҙ килеүгә сағыу та-маша әҙерләнгән ине. Сәхнә түренә биҙәкләп «Яйыҡ» гәзитенә 25 йыл» тип яҙып та ҡуйғандар. Ошо рәүешле баҫмабыҙҙы юбилейы менән тәбрик-ләүҙәре барыбыҙҙы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Ағинәйҙәрҙең дәрт менән:
Килмәк халҡы әүҙем генә
Гәзиткә яҙылған икән.
«Яйыҡ» гәзитенән беҙгә
Ҡунаҡтар килеп төшкән.
«Яйыҡ» гәзите яҙыла
Матур башҡорт телендә.
Гәзит даны яңғыраһын
Илебеҙ күләмендә.
Аҙнаһына ике тапҡыр
Гәзите килеп тора.
«Яйыҡ»тағы хәбәрҙәрҙе
Уҡыйһы килеп тора.
Гәзитемде көтөп алам,
Уны бик тә яратам.
«Яйыҡ»яҙған яңылыҡтар
Уҡып ҡына ял итәм.
Янһам-көйһәм дә, янсығым
Аҡса менән һис тулмаҫ.
«Яйыҡ»ымды алдырамын,
Күңелем ярлы булмаҫ.
- тип таҡмаҡ һамаҡ-лағандары күңелгә май булып яғылды. Таҡмаҡтарҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлмирә Баймөхәмәтова менән Мөнир Иҡсанов ижад иткән. Мөнир Ишкенә улы элекке коллегабыҙ, бер-нисә йыл элек «Яйыҡ» гәзитендә эшләп китте. Уның тос фекерле мәҡәләләре, шиғырҙары уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш. Әлеге ваҡытта ул Миндәк мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Сара барышында шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Республика сәхнәләре йондоҙо, Килмәк ауылы уҙаманы, йырсы Ирек Ноғомановтың беҙҙе, ауылдаштарын хөрмәтләп кисәгә килеүенә айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Танылған артист оно-толмаҫ йырҙары менән кәйефтәрҙе күтәрҙе, «Учалым» йырына кү-мәкләшеп тыпырлатып бейеп тә алдыҡ. Мәктәп уҡыусыһы Ләйсән Хәм-зинаның, ағинәйҙәр клубы ағзаһы Рәмзиә Хәлилованың йырҙарын алҡыштар менән ҡабул иттек.
Шулай ҙа, сараның иң мауыҡтырғыс өлөшө - гәзиткә яҙылыусылар араһында уҙғарылған отошһоҙ лотерея бул-ғандыр. Йыйылған кви-танцияларҙың береһе лә отмай ҡалманы, бүләк барыһына ла эләкте. Килмәктә баҫмабыҙға киләһе бер һәм ярты йыллыҡҡа 70 ғаилә яҙылған. Был һан, һис шикһеҙ, тағы ла артыр тип ышанабыҙ, яҙылыу кампанияһы декабрь аҙағынаса дауам итәсәк.
Ғөмүмән, бында район, республика баҫмаларын алдырыусылар бихисап. Һәр өйгә бер баҫма тура килә. Почтальон Венера Ғәйнетдиноваға план буйынса 240 кешене яҙҙырырға кә-рәк, бөгөнгө көндә 190-ы яҙылған да инде. Ханым почтальон бу-лып 32 йыл эшләй, хаҡлы ялға сыҡһа ла, яратҡан һөнәрен ташламай. Ҡар-ямғыр, ел-буранға ҡарамаҫтан, ауылдаштарын яңы-лыҡтарға бай гәзит-журналдарҙан өҙмәй. Почта менән ауыл араһы байтаҡ ҡына, шуға ла ҡышҡыһын йәйәү, йәйгеһен велосипед менән йөрөргә тура килә үҙенә. Килмәктә иң күп баҫманы Рима Тайфурова алдыра икән, барыһы 9 дана.
- Гәзитһеҙ йәшәй ал-майым, энәһенән-ебенә тиклем уҡып барам. Гә-зиткә яҙылмаған кеше-ләргә аптырайым, рухи аҙыҡһыҙ нисек йәшәргә мөмкиндер? Шөкөр итһәң, аҡса йәшәүгә лә, үҙеңә оҡшаған баҫмаларға ла етә, - ти Рима Хәдис ҡыҙы.
Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Римма Сол-танова бар халыҡҡа их-лас күңелдән әүҙемлек һәм ата-бабаларыбыҙ рухына тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте һәм «Яйыҡ» гәзитен пропагандалауҙа, таратыуҙа ҙур өлөш индергәндәре, баш-ҡорт баҫмаһының бәҫен, мәртәбәһен күтәр-гәндәре өсөн Миндәк ауыл хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмәмәтоваға, 6-сы Миндәк урта мәк-тәбе директоры Гөлшат Хужиәхмәтоваға, Кил-мәк ауылы клубы мө-дире Ильмира Хис-мәтуллинаға, башҡорт теле уҡытыусыһы Мөнир Иҡсановҡа, почтальон Венера Ғәйнетдиноваға, иң күп баҫма алдырыусы Рима Тайфуроваға, бүләктәр һатып алырға аҡсалата финанс яр-ҙамы күрһәткән бағым-сыларыбыҙға - Зилә Рәхмәтуллинаға, Кә-рим Шаһыбаловҡа, Мөхәмәт Хәлиловҡа, Рәзиф Динисламовҡа, Марат Ибраһимовҡа, Рәсүл Исламовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа» тип яҙылған эстафета таҫмаһын килмәктәр Уральск ауыл ултырағына тапшырырға ниәт иттеләр. Улар ҙа һынатмаҫтар тип ышанабыҙ. Акциябыҙҙы башҡа ауылдар ҙа күтәреп алыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ауыл активистары, йыйылып кәңәшләшегеҙ ҙә, ниәт итһәгеҙ, беҙҙең менән бәйләнешкә инегеҙ. Бүләктәр тотоп, ҡунаҡҡа килербеҙ.
Читайте нас: