Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
1 Декабрь 2016, 12:57

Халҡым теле - хаҡлыҡ теле

01.12.2016Башҡортостан мәктәптәрендә эшләүсе туған тел уҡытыусылары республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндәр.

Унда башҡорт телен уҡытыу буйынса мәғариф өлкәһендәге кәмселектәр, уларҙы хәл итеү юлдары бик төплө һәм ентекле итеп яҙылған. Эйе, тел мәсьәләһе әлеге заманда киҫкен тора. Башҡорт балаларының үҙ телендә һөйләшә белмәүенән алып, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһындағы» закондың үтәлмәүенә тиклемге һорауҙар актуаль. Ошо айҡанлы райондың абруйлы кешеләре менән тел яҙмышы хаҡында «түңәрәк өҫтәл» ҡорҙоҡ. Әңгәмәлә район Советы сәркәтибе Зариф Ғарипов, мәғариф бүлеге начальнигының туған телдәр һәм төбәк компоненты буйынса урынбаҫары Зилә Шәрәфүтдинова, Мулдаҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әминева ҡатнашты.
- Башҡорт теле бөтөнләй юға-лыу хәлендә тигән фекер менән ризаһығыҙмы?
З.Ғарипов: Юҡ, риза түгелмен. Телде мәктәпкә, баҫмаларға, телевидениеға һәм башҡаларға ғына ҡайтарып ҡалырға кә-рәкмәй. Тел милләтте халыҡ итеп танытҡан күрһәткес булған кеүек үк, халыҡ бар икән, тимәк, тел дә йәшәй. Мәҫәлән, «Урал батыр» эпосын алайыҡ. Мәктәптәр булғанмы ул заманда, әллә баш-ҡортса китаптар сыҡҡанмы? Юҡ. Әммә ҡомартҡы телдән-телгә күсеп, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән.
Башҡорт телен әҙәби тел нормаларына ғына сикләргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, райондың төньяҡ өлөшөндә «өләсәй»ҙе «ҡәртнәй», ә көньяғында «әзәй» тип әйтәләр икән бының ни хилафлығы бар. Өсөһө лә башҡорт һүҙе. Иң мөһиме - ошо телдә аралашҡан, аңлашҡан халыҡ булырға тейеш.
Эйе, проблемалар бар, юҡ түгел. Йәмәғәтселек араһында ла, интернет селтәрендә лә тел, рух тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләүселәр, ғәйеплеләр-ҙе эҙләүселәр күп, ә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға, конкрет аҙымдар яһарға теләүселәр аҙ. Минең фекеремсә, бәлки, тел мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эш алып барған, айырым хоҡуҡтарға эйә булған, ҡарар-ҙар ҡабул итә алған дәүләт ки-мәлендәге махсус бер структура булдырырға кәрәктер.
З.Әминева: Юҡ, әлбиттә. Ҡайһы бер телдә 100-ләп кенә кеше һөйләшә, бына уларға юғалыу ҡурҡынысы янай. Ә беҙҙең тел йөрөтөүселәребеҙ миллионға яҡын! Бына хәҙер туған тел интернет киңлектәрен яулай. «Донъялағы ете мең са-маһы тел араһында башҡорт теле үҫеш буйынса беренсе 50 тел исемлегенә ингән. Был милләтебеҙ, телебеҙ өсөн бик юғары күрһәткес. Сөнки халҡы 50-шәр миллион булған милләттәр ҙә быға өлгәшә алмаған әле», - тип яҙылды яңыраҡ ҡына республика мат-буғатында.
З.Шәрәфүтдинова: Моңло, нурлы туған телебеҙҙә бөгөн дә аралашабыҙ, шат йырҙар яңғырай, сабыйҙар теле туған телендә асыла, мәктәптәрҙә туған телебеҙ өйрәнелә. Тыуған ереңдә туған телеңдә аралашып йәшәү - оло бәхет. Башҡорт теле, халҡым теле - хаҡлыҡ теле, бер ҡасан да тарих тәгәрмәсенән төшөп ҡалмаясағына ышанам. Ниҙәр генә кисермәгән, ниҙәр генә күрмәгән башҡорт халҡы тыуған ере, туған теле менән бергә. Тыуған төйәген, ғәзиз ерен яҡлап яуға күтәрелгәндәрҙең теле лә киҫелгән, утта ла яндырылғандар, диненән, ере-нән яҙҙырырға тырышҡандар, әммә башҡорт иле бөгөн - XXI быуатта ла йәшнәп йәшәй. Баш ҡалабыҙ Өфөлә сит дәүләттәр менән бергә ҙур һорауҙар хәл ителә икән, республикабыҙҙың донъяға танылған төбәк булыуы асыҡ күренә. Телем йәшәй икән - халҡым йәшәй, халҡым йәшәй икән - илем йәшәй.
- Ниңә башҡорт теле закон талап иткәнсә икенсе дәүләт теле булып китә алманы? Закон үтәлмәүҙә кем ғәйепле?
З.Шәрәфүтдинова: Туған телде өйрәнеүҙә һәм һаҡлап ҡалыуҙа закондар ғына түгел, ә тәү сиратта ғаилә яуаплы. Ниндәй генә милләт вәкиле булмаһын, баланың донъяны танып белеүе туған телдә булыуы мөһим.
Башҡорт теле закон талап иткәнсә бөтөнләйгә икенсе дәү-ләт теле булып китә алманы тигән фекер менән ризалашма-йым. Республикабыҙҙың бө-тә мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел, башҡа милләт балалары өсөн - дәүләт теле бу-лараҡ өйрәнелә. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Сығарылыш класс уҡыу-сылары башҡорт теленән им-тихан һайлап бирә ала, әммә уны юғары уҡыу йорттары ҡабул итмәй. Туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһе бөгөнгө көндә тарайған, теүәл фәндәрҙе туған телдә уҡытыу өсөн белгестәр ҙә, заманға ярашлы дәреслектәр ҙә юҡ кимәлдә.
З.Ғарипов: Һорауҙың аҙаҡ-ҡы өлөшөнән башлайым: һәр кем ғәйепте үҙенән эҙләргә тейеш. Мәҫәлән, ауыл ерендә бер күрше хәллерәк, икенсеһе ярлыраҡ йәшәй икән. Тәүгеһе иртә таңдан тороп малын ҡарай, картуфын үҫтерә, уңышының файҙаһын күрә. Ә икенсеһе оҙағыраҡ йоҡлай, ваҡытында баҡсаһына һыу һипмәй, бесән әҙерләргә иренә. Шуның кеүек үк, тел бөтә, закон үтәлмәй, документтар русса ғына яҙыла, балалар үҙ телендә һөйләшмәй һәм башҡалар тип тамаҡ ярып ҡысҡырырға була. Әммә, кем ҡамасаулай һуң балаларың менән әсә телендә һөйләшергә, ғаризаны башҡортса яҙырға? Теләгән кешегә ишектәр асыҡ.
Бәхет аҡсала түгел тиһәләр ҙә, бөгөн ул кеше тормошонда бик мөһим бер өлөштө ала. Телдең дәрәжәһен, заманса әйткәндә, «престижын» күтәрергә кәрәк. Мәҫәлән, эшкә алғанда башҡортса иркен һөйләшә, грамоталы уҡый-яҙа белгән хеҙмәткәргә иғтибар бирелһә, йәки юғары уҡыу йортонда башҡорт теле буйынса һынау тәҡдим итеп, уның һөҙөмтәһе студенттарҙы ҡабул итеүҙә өҫтәмә иҫәпкә алынһа, һәм башҡа ошондай саралар туған телде өйрәнеүгә яҡшы стимул булыр ине, тип уйлайым.
З.Әминева: Башҡорт теле ысынлап дәүләт теле булһын өсөн, закон үтәлергә тейеш. Закон дәүләт теленең 5 стилдә лә ҡулланылыуын талап итә: йәнле һөйләү, матур әҙәбиәт, публицистик, рәсми эш ҡа-ғыҙҙары, фәнни стилдәрҙә. Тәүге өсәүһендә телебеҙ иркен ҡулланыла. Ә бына һуңғы икеһе менән проблема. «Эй, барыбер русса ла аңлайбыҙ ҙа инде, русса еңелерәк, русса ғына яҙайыҡ та ҡуяйыҡ», - тиҙәр. Русса әҙер ҡалыптар бар бит, тәржемә итеп ултырырға ялҡау килә...
- Дәүләт ярҙамынан тыш милли йәмәғәтселектең башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй саралар күрергә хәленән килә?
З.Әминева: Әле халыҡта башҡорт теленең бәҫе, абруйы юғары түгел, ул ауылда ғына кәрәк, тигән ҡараш йәшәй. Тимәк, милләтебеҙҙең, телебеҙ-ҙең абруйын күтәрергә кәрәк. Бер заман ҡоролтайҙар бик яҡшы эшләгәйне был юҫыҡта. Башҡорт теле уҡытыусылары ғына түгел, ауыл хакимиәттәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ағинәйҙәр ҡоро берҙәм эш алып барырға тейеш, тип уйлайым. Башҡортса кисәләр үткәреүме, тарихыңды өйрәнеүме - халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ булырға тейеш.
З.Шәрәфүтдинова: Йәмә-ғәтселектең роле заманында башҡорт илендә бик юғары кимәлдә торған. Ҡорға йыйылып кәңәш ҡороуҙар, ололарҙы ололау, уларҙың фекере йәш быуын тәрбиәләүҙең асылын тәшкил иткән. Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа бөгөнгө көн-дә матбуғатттың көсө ҙур. Йәмәғәтселектең фекере мат-буғат аша халыҡҡа барып етә. Туған телебеҙең тәбиғи сафлығы, моңло яңғырашы һаҡланһын өсөн телде яҡлаусы бөтә закон-дар менән бергә, сит мөхиттә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, туған телен үҙ ғаиләһендә һаҡлап ҡалған ғаиләләрҙе айырым билдәләп үтеү - мөһим сараларҙың береһе тип иҫәпләйем.
З.Ғарипов: Беҙҙең халыҡ баҫалҡы, оялсан, хатта урыны менән битараф та. Тел мәсьәләһе менән уҡытыусылар, хакимиәт, телевизорҙан сығыш яһаған кеше шөғөлләнһен, әммә мин түгел, тип фекер йөрөтә ул. Әммә был мәсьәлә милләт вәкиленең һәр ҡайһыһы шөғөлләнгәндә генә хәл ителә ала. Дөйөм бер ойошма булһынмы ул, әллә бәләкәй ға-иләме - телде һаҡлап ҡалыуҙа уларҙың хәленән килгән ябай сара - туған телдә аралашыу, шуның аша уны үҫеп килгән быуынға ишеттереү, өйрәтеү. Әгәр ҙә балалар баҡсаһында еңелерәк булһын, тип атай һәм әсәй балаһы менән рус телендә, ҡаланан ҡунаҡҡа килгән ейәндәре менән олатай-өләсәйҙәр вата-емерә сит телдә һөйләшә икән - ҡоро закон менән нимә үҙгәртә алабыҙ беҙ...
- Хатта ауылдарҙа ла балалар урыҫлашып бара. Һеҙҙеңсә, был хәлде үҙгәртеү мөмкинме?
З. Ғарипов: Мин тормошта русса насар белгән ауыл егеттәрен байтаҡ осраттым. Уларға бигерәк тә ситкә сыҡҡанда аралашыуы бик ауырға тура килә. Заман талап итә икән рус телен дә, инглиз, ҡытай телдәрен дә белергә кәрәк. Үҙеңә ышанған шәхес булып китер, тормошта урыныңды, тәғәйенләнешеңде табыр өсөн һәр яҡлап үҫеш талап ителә. Туған телде белеү мөһим, әммә ул наҙан башҡорт балаһы, тип әйтерлек булмаһын, ә әйтелгән хәлдә көслө аргументтар менән яуап ҡайтарырлыҡ кимәлдә булыу кәрәк. Башҡорт телен һаҡлайым тип балаға телевизор ҡаратмаү, интернетта ултыртмау, балалар баҡсаһына йөрөтмәү дөрөҫ түгел. Иң мөһиме - үрҙә әйткәнемсә, төп, көндәлек аралашҡан тел - туған тел булырға тейеш.
З.Әминева: Кеше нисек һөйләшергә өйрәнә? Тирә-яҡтағы кешеләрҙе тыңлай һәм ишеткән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙе үҙе яйлап әйтә башлай. Ә бөгөнгө заманда балаларҙы бәләкәйҙән үк рус мөхите уратып ала: йәнһүрәттәр, фильмдар, интернет. Тел русса ҡалыплаша. Хәлде үҙгәртергә мөмкин, әлбиттә. Ата-әсәләр өйҙә балалар менән баш-ҡортса күберәк аралашһын! Бала башҡортса һөйләште ишетһен, үҙе башҡортса һөйләшһен. Бишек йырҙары тыңлап, үҙ моңоңа ғашиҡ булып, халҡыбыҙҙың аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен ишетеп үҫкәндә генә илһөйәрлек, телһөйәрлек орлоҡтарын үҫтерергә була.
З.Шәрәфүтдинова: Хәҙерге заман көнкүрешендә ауыл менән ҡала шарттарында айырмалыҡтар юйыла барған кеүек ауыл балалары менән ҡала балаларының туған телдәге телмәрендә лә айырмалыҡтар бөтә бара. Был йәһәттән телевидениела күрһәтелгән рус телендәге йәнһүрәттәр, рек-ламалар баланың теле сыҡҡан осорҙа кире йоғонто яһауҙары көн кеүек асыҡ. Йор һүҙле, көләс йөҙлө әкиәттәр һөйләп ейән-ейәнсәрҙәре менә аралашҡан өләсәйҙәр - ауылдарҙа ла һирәк күренеш хәҙер. Ауылдағы эш-һеҙлектән балалар өләсәйҙә-ре янына ялға ғына ҡайталар, аралашыу ваҡыты ла сикле. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан тип, ваҡ мәшәҡәттәргә сумып, йәш быуынды туған телле, туған моңло итеп тәрбиәләүҙе күҙ уңынан ысҡындырыу бәхетле киләсәктең тамырына балта сабыу менән бер икәнен онот-маһаҡ ине.
Читайте нас: