Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Декабрь 2016, 12:54

Исеме мәңгеләштерелде

Беҙҙең Учалы ере элек-электән һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ шәхестәргә бай булды. Тарихҡа ингән ихтилалдар башлыҡтары, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары, мәшһүр сәсәндәр, сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар..

Һанап бөтөрлөк тә түгел. Шуларҙың береһе хаҡында ғына һүҙ алып бармаҡсымын.
Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы 1948 йылдың 1 ғинуарында Сораман ауылында тыуған. 1969 йылда БДУ-ның филология факультетын та-мамлағас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын башлай. 1971-1973 йыл-дарҙа Үзбәк ССР-ы Фәндәр Академияһының А.С. Пушкин исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институтының тикшеренеүсе-стажеры. Унда ул төрки яҙма ҡомартҡыларҙың мәғәнәһен аңлатыу методикаһын үҙләштерә. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Акаде-мияһы Президиумының баш ғилми сәркәтибе, 1995 йылдан мөх-бир ағзаһы, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Рәсәй Федерацияһы гуманитар Фәндәр Академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре (1986).Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Өфө сәнғәт институтының ректоры булды. Йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәттең һәм тиҫтәләгән китаптарҙың авторы. Ю. Иҫән-баев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһе, 1989 йылда Алма-Атала үткәрелгән халыҡ-ара музыкаль, 1990 йылда Нефтекамск ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй фольклор төркөмдәре фестивалдәре лауреаты.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, үкенескә ҡаршы, 2015 йылда вафат булды. Ләкин ғалимды яҡташтары онотмай, исемен мәңгеләштереү өсөн бөтә көсөн һала. Ошо көндәрҙә тыуған ауылы Сораманда уға арнап таҡтаташ асылды. Үҙе иҫән саҡта атай йортон ауылдаштарына музей итеп биргәйне. Һуңынан иҫкергән йорт урынына яңыһын төҙөтөп, музейҙы ҙурайттырҙы. Шул музейға таҡтаташ ҡуйылды. Унда түбәндә-ге һүҙҙәр яҙылған: «Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов тыуып үҫкән йорт. Хәҙер унда Тиләү ырыуы музейы». Бағыусылары Амангилде ауыл ха-кимиәте, музей етәксеһе Зөбәйҙә Ҡәләмова һәм уның тормош иптәше Зиннур Ҡәләмов.
Был оло тантанаға муниципаль район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урын-баҫары Зөһрә Гордиенко, район Советы сәркәтибе Зариф Ғарипов, Наурыҙ ауылы хакимиәте башлығы Закир Ғарипов, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зилә Шәрәфүтдинова, Амангилде ауылы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе музейы етәксеһе Гөлсирә Исламова, Учалы яҙыусылар ойошмаһынан Әҡлимә Сафина, Рәүеф Шаһиев, Урал Аллаяров, Шәһүрә Әхмәҙиева, райондың башҡорт теле уҡытыусылары, Сораман ауылы мәсетенең имамы Фәнүр Камалов, «Байрамғол агрофирмаһы»ның Сораман бү-лексәһе управляющийы Юлай Ямалов, Иҫтамғол ауылы аҡһаҡалы Вәис Ханнанов һәм ағинәйҙәр, Ишмөхәмәт ағайҙың бер туған һеңлеһе Фирҙәүес, еңгәһе Зөлҡәғиҙә ханымдар, ике туған ҡустылары Фаил, Сәхиәр, Озерный мәктәбе директоры Ришат Ғибәҙуллин, телевидение хеҙмәткәрҙәре кил-гәйнеләр.
Таҡтаташ асылғандан һуң, Сораман мәктәбенең спорт за-лында кисә ойошторолдо. Иш-мөхәмәт Ғилметдин улы тура-һында хәтерләүҙәр, йылы һүҙҙәр күп әйтелде. Бигерәк тә Фирҙәүес ханымдың: «Һигеҙ баланан өс кенә ҡыҙ ҡалдыҡ, Ишмөхәмәт ағайым иртә китте был донъянан», - тип күҙенә йәш алыуы барыһын да тетрәндерҙе. Бала сағынан күренештәр, төрлө уйындарҙы, алғыштарҙы кескәй малай-ҡыҙҙарҙың оҫта башҡарыуы болоҡһоған күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе. Дәртле бейеүҙәр, туған моңдар яңғырап торҙо. Интерак-тив таҡтанан ғалимдың тормош юлына арналған фоторәсемдәр онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡал-дырҙы. Рәүеф Шаһиев, Сораман ауылының ғалим тыуған йорт урамына, Сораман мәктәбенә исемен бирергә, Әҡлимә Сафина, һәйкәлен эшләтеп мәктәп алдына ҡуйҙыртырға, тигән тәҡдим менән сығыш яһа-нылар. Халыҡ дәррәү хуплап сыҡты. Ауылдаштарының, район етәкселегенең ыңғай ҡарашта булыуын күреп, был эш барып сығыр, тигән ышаныста ҡалдыҡ.
Кисәнең икенсе өлөшө Зөбәйҙә Ҡәләмованың әҙәби ижадына арналды. Зөбәйҙә Ғилмитдин ҡыҙының тәүге мәҡәләләре 1984 йылда уҡ «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитендә донъя күрә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Башҡор-тостан ҡыҙы» журналдарында ла баҫыла. 2013 йылда «Иҫтамғол ауылының Көҙән-дәр аймағы шәжәрәһе», 2015 йылда «Иҫтамғол ауылының тарихы һәм шәжәрәләре», 2016 йылда «Сораман, хуш килдегеҙ. Бүреләр аймағы шәжәрәләре» китаптарының беренсе, икенсе өлөштәре баҫыла. Шул уҡ йылда Зөбәйҙә Ҡәләмова Рәсәй Федерацияһы буйынса үткәрелгән «Әүҙем быуын» проектында ҡатнашып еңеү яулай һәм ноутбук менән бүләкләнә. Яҙғандары рус телендә «В каждой истории - судьба поколений» тип аталған китап булып сыға.
Зөбәйҙә Ғилмитдин ҡы-ҙы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт тормо-шонда ла ҡайнап йәшәй. Милли телебеҙҙе, халҡыбыҙҙың бо-ронғоһон пропагандалауҙа күп көс һала, бөтә төр сара-ларҙан да ситтә ҡалмай.
Кисә аҙағында Ишмөхәмәт Ғилметдин улына арнап аят уҡытылды, Ҡәләмовтар ға-иләһе салған ҡорбан ашы-нан ауыҙ итеп, һәүәҫкәр ар-тистарҙың сығыштарына һоҡланып, ҡәнәғәтлек менән таралыштыҡ.
Был сараны ойоштороусы Зөбәйҙә Ҡәләмоваға, му-зыкаль яҡтан биҙәүсе Рушан һәм Илнур Ҡәләмовтарға, алып барыусы Илзидә Яма-ловаға ҙур рәхмәтебеҙҙе ет-керәбеҙ.
Читайте нас: