Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
13 Декабрь 2016, 12:55

Йылдар төпкөлөнән

1897 йылғы перепись буйынса, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылында 30 йорт булған, унда 163 кеше йәшәгән

Ауылда мәсеттән башҡа бер ниндәй ҙә учреждениелар булмаған. Уңған, егәрле ғаиләләр араһынан иң байы Нохов Исхаҡ иҫәпләнә. Уның ҡулынан килмәгән эше булмай, күпләп мал аҫрай, тире эшкәртеү, тун тегеү, мейес сығарыу менән шөғөлләнә. Үрге Уралдан әйберҙәр килтереп һата. Бер нисә телдә һөйләшә белә. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Рәүеф Насиров үҙенең китабында Ноховтар ғаиләһе тураһында тасуирлап яҙа. Колхозлаштырыу осоронда уны кулак тип ауылдан ҡыуалар. Ғаилә Үрге Урал ауылында төпләнә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, биреш-мәйҙәр - балаларына юғары белем бирә. Улдары Жәүҙәт Нохов Үрге Урал ҡалаһының «Почетлы гражданины» исеменә лайыҡ була. Ҡыҙҙары Сәлимә менән Мөслимә сит тел уҡытыусылары һөнәрен һайлайҙар. Исхаҡ бабайҙың ейәне бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй, БДУ-ла сит телдәрҙән уҡыта, доцент. Исхаҡ бабай төҙөгән таш һарай бөгөн дә ауылда ултыра.
Ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләләре араһында Нафиҡовтар ҙа бар. Бер туған биш малай Йосоп, Мирсәйет, Мәһәҙей, Хәкимйән һәм Закир. Бөтәһе лә аҡыллы, зирәк, эшһөйәр булып үҫәләр. Балыҡсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Йосоп менән Хәкимйән «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡып, ауылдарына указлы мулла булып ҡайталар. Йосоп Яңы Байрамғолда төпләнә, ахун дәрәжәһенә тиклем барып етә. Уның нәҫеле әле лә Яңы Бай-рамғолда йәшәй.
Хәкимйән мулланың Хоҙай тарафынан би-релгән көсө була. Ке-шеләрҙе өшкөрөп дауа-лай. 21 йәшендә үҙенең аты менән рус-япон һуғы-шында ҡатнаша, яуҙа аты үлә, ә тоғро дуҫына үҙе эшләгән эйәрҙе алып ҡайта. Эйәр бөгөнгө көндә мәктәп музейында һаҡлана. Һуғыштан һуң хажға барып ҡайта, мәсет һалдыра. Илдә Совет власы урынлашҡас ул күп ыҙаларға дусар ителә. Мулланың барлыҡ мөлкәтен тартып алалар, ахырҙа землянкала көн күрә. Мәсетте тауыҡ һарайы, иген аҙбары, һуңынан контораға әйләндерәләр. Шулай ҙа ауыл кешеләре уның үҙенә ҡағылдырмайҙар, изге кеше тип яҡлап алып ҡалалар. Хәлдәренән килгәнсе ярҙамлашалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары булмай. Һуңы-нан колхозға эшкә урын-лаша, төрлө эштәрҙә йөрөй. Оҫта игенсе бу-лып таныла. Хәкимйән мулланың вафатынан һуң 40 йыл үткәс Юлай Моратов (Ғәлимйән Мирсәйетовтың ейә-не) уның исемен мәңге-ләштереп мәсет төҙөтә.
Закир Нафиҡов оҙаҡ йылдар батша эргәһен-дә хеҙмәт итә. Әрменән үҙенсә «фыртауай» булып ҡайта, урыҫса һөйләшә, тәмәке тарта. Ул заманда ауылда тә-мәке көйрәтеүселәр булмағас, йәшереп кенә тарта. Ләкин бер ваҡыт папирос көйрәткәнендә ауылдашы килеп сыға, ул ҡурҡышынан тәмәкеһен тунының еңенә тыға, уныһынан төтөн сыға башлай. Шулай итеп, уға «урыҫ Закир» тип ҡушамат тағалар. Сәрүәрә, Таһира, Сара исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Нәҫел-нәҫәбе бихисап уның. Сәрүәрә ҡыҙының ғына 15 балаһы була, уға «Герой-әсә» исеме бирелә. Алтын Йондоҙ ордены, ул ва-ҡытта бик дефицит бул-ған «Запорожец» маши-наһы һәм 50 мең һум аҡса менән бүләкләнә. Мәҫкәү ауылы егете Шәүкәт Ғәбитов менән донъя көтәләр, Шәүкәтте һуңынан беҙҙең ауылға бригадир-механик итеп күсерәләр.
Мирсәйет олатайҙан минең атайым Ғәлимйән һәм Кәримә, Хәтимә, Ғәлимә, Камилә, Ғәйшә тыуа. Кәримә апайым Батталға тормошҡа сыға, кешеләрҙе дауалай. Уны «Доктор Кәримә» тип йөрөтәләр.
Атайым Ғәлимйән 1898 йылда тыуған. Бик оҫта кеше була. «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» мәҡәле тап уның тураһында. 38 йәшендә арбалар эшләп Мәскәү күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Беҙҙең күршелә Рәхмә-туллин Әлтәф менән Хафа-са әбей йәшәнеләр. Хафаса әбей бик көслө ҡатын була. Колхозда гел ирҙәр эшен-дә йөрөй. Бер тоҡ иген күтәреү уның өсөн бер ни тормай. Уларҙан бәһлеүән ул - Нурмөхәмәт тыуа. Егет ысынлап та бәһлеүән булып үҫә. Атайыма өй бурағанда ауыр бүрәнәләрҙе ҡул-тыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡына йөрөтә. Уның бер улының (Дилмөхәмәттең) ҡатыны Бәләкәй Ҡаҙаҡ-ҡол ауылы килене РФ Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Ҡыҙы - шағирә Минзәлә Шөғә-йепова.
Икенсе күршеләребеҙ Харун менән Меүәхиҙә Ямаловтар. Харун ағай Бөйөк Ватан һуғышынан күкрәген тултырып ор-ден-миҙалдар тағып ҡайтты, бик ғәҙел кеше ине. Оҙаҡ йылдар урман һаҡсыһы булып эшләне. Матур, эшһөйәр балалар үҫтерҙеләр.
Шулай уҡ хәтеремдә яҡты хәтирәләр ҡалдырған кешеләр - Хажи бабай, Мохой бабай, Хәйруллин Һәдиулла, Камалов Камал.
Артабан һүҙем ауылда-шыбыҙ Ишмөхәмәт Кә-римов тураһында. Ул тирә-яҡта даны таралған балта оҫтаһы була. Атайым ҡайһы бер ағас эштәрен унан өйрәндем, ти тор-ғайны. Ул 1937 йылда Ҡалуй ауылында мәктәп төҙөгәндә ҡыйыҡ башынан йығылып төшөп ауыртына. Төҙәлә алмай, вафат була. Улы Ишкелде Кәримов, ул да хәҙер мәрхүм. Бүләһе Учалы ҡалаһында йәшәй.
Лутов Хәсән бабай ҙа бик абруйлы булды. Ғаиләһе ишле ине, бәләкәй генә өйҙә татыу йәшәнеләр. Бабайҙың һәр һүҙе ғаилә ағзалары өсөн үтемле булды. Мин уларҙың биш быуынын яҡшы беләм. Хәсән бабай менән Мө-хөбъямал әбейҙе бала саҡтан беләм, улдары Әҡсән, Ғәззә еңгә менән бергә эшләргә насип булды. Ейәне Вил Лутов мин эшләгән мәктәптә уҡыны (ауылыбыҙҙа оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй). Әминев Хөснулла (Лутовтарҙың нәҫеле, миңә еҙнә кеше. Инәйемдең бер туғанын - Ғәнидәне кәләш итеп алған ине) НКВД начальнигы, ауыл Советы секретары, Ҡарағужала колхоз рәйесе булып эшләне. Ауыл Советында эшләгәндә беҙ өс ҡыҙға - миңә, Әминева Венераға, Шәймәрҙәнова Флүрәгә (өсөбөҙ ҙә 1936 йылда тыуғанбыҙ) мулла ҡушҡан исемде яҙмай, үҙе уйлап тапҡан исемде тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа яҙған.
Оҙон буйлы, аҡ йөҙлө Солтан Шайкамалов бабай ҙа минең хәтеремдә ҡал-ған. Ул бик тыныс холоҡло, егәрле ине. Ҡыҙҙары Фати-ма менән Факиһа апайҙар. Әсәләре Зөһрә әбей. Ғаилә бик татыу йәшәне.
Атайым һөйләүе буйынса, XX быуат башында (1910 йылдар тирәһе) беҙҙең ауылға Үрге Уралдан Се-ребрянниковтар ғаиләһе күсеп килде (ҡыҙҙары Ольга, Катя). Ауылда тимерлек асып ебәрҙе. Үрге Уралдан кәрәсин, тоҙ, һабын һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтереп һатты. Советтар Союзы Геройы беҙҙең ауылда тыуа. Һуңынан ғаилә кире Үрге Уралға ҡайтып китте. Серебрянников һуғышҡа Белорет ҡалаһынан китә. Ауылда уға таҡтаташ ҡу-йылған.
Колхозлашыу башлан-ғас, минең ауылдаш бабай-ҙарым беренселәрҙән булып колхозға инәләр. Ҡалуй ауылы кешеләре менән «Ярыш» колхозын төҙөйҙәр. Уның тәүге рәйесе Наурыҙҙан Ризаитдин Фәттәхов була. Һуғыш башланғас 30 өйлө ауылдан 23 кеше һуғышҡа китә, 11-е генә әйләнеп ҡайта. Оло быуын еңгәләрем дә яҡшы хәтеремдә - һәр ҡайһыһы көләкәс, эшсән булып һаҡланалар. Бына улар - Мөъминә, Маһира, Нәғимә, Зөләйхә, Ғәбиҙә, Зөлхәмиҙә, Нәфисә.
Һуғыштан һуң колхоз-дарҙы эреләтеү башлана. Сәнсәрҙең «Ҡуҙғатыу», Ғәлиәхмәрҙең «Ҡыҙыл байраҡ» һәм «Ярыш» колхозын берләштереп «Большевик» колхозын төҙөйҙәр. Уның тәүге рәйесе Мостафин Мө-хәмәтдин Шәрәфетдин улы була.
Шулай итеп, бәләкәй генә мәҡәләмдә ауылдың ярты быуатлыҡ тарихын бәйән иттем. Әле миңә 81 йәш. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынанмын. Ауылда минән дә олораҡ кеше юҡ, шуға ла хәтеремдә ҡалған ауылым кешеләре тураһында яҙыуым күп-тәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.
Читайте нас: