Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
20 Декабрь 2016, 12:52

Иҫтамғолдар ҙа ҡушылды

«Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы дауам итә. Миндәктәр эстафета таҫмаһын Уральск ауыл Советына тапшырған ине.

Оҙаҡ көттөрмәй, Иҫтамғол ауылы мәҙәниәт йортона гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуға юлландыҡ. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бында ла беҙҙе йыр-гармун, йор һүҙҙәр менән бик йылы ҡаршы алдылар.
Уральск ауыл Советына Уральск, Баҙарғол, Иҫтамғол, Ишкен һәм Октябрьск ауылдары ҡарай. Бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше көн итә. Ауыл Советы хакимиәте башлығы - Фәнил Әхмә-ҙиев. Иҫтамғолдоң үҙендә иһә 64 йорт иҫәпләнә.
Ауыл мәҙәниәт йортон Гөлсирә Ғәлиәхмәтова етәкләй. Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә генә Гөл-сирә Әхмәткирәй ҡы-ҙы «Байыҡ» телевизион конкурсының финалында ҡатнашып ҡайтҡан. Ул йөрөгән Уральск ауы-лының «Йәйғор» фольк-лор түңәрәге был бейеү ярышында фольклор ансамблдәре араһынды гран-при алыуға өлгәш-кән. Күңелдәренән дәрт-дарманы ташып торған «йәйғор»ҙарҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Иҫтамғолдоң үҙендә лә ағинәйҙәр ойошмаһы эшләп килә. Апайҙар «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы», «Наурыҙ», «Ауылпиада», «Күрешәйек, ауыл-даштар» кеүек байрам-дарҙы ойоштора, ауылда уҙған бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Ағинәйҙәр район кимәлендәге конкурс-ярыштарҙан да ситтә ҡалмаҫҡа ты-рыша. Мөнәжәтселәр конкурсында - өсөнсө, буҙа ярышында беренсе урындарҙы яулағандар, башҡорт милли кейеме байрамында Рәхмәт хатына лайыҡ булғандар.
Клубта район-рес-публика ярыштары еңеүселәре булған «Көн-бағыш» балалар бейеү ансамбле, шулай уҡ Фәһим Шакиров етәкселегендә көрәш һәм дзюдо түңә-рәге эшләп килә. Ауыл өсөн клуб - ял итеү, буш ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн берҙән-бер мәҙәни үҙәк. Әммә 1964 йылда төҙөлгән бина бөгөн иҫкергән. Капиталь ре-монт та һуңғы тапҡыр 12 йыл элек булған. Хәҙер уның ҡыйығы тишелеп, һыу аға. «Инде мәҙәниәт йортобоҙҙан да яҙып ҡуймаһаҡ ярар ине», - тип борсола ауыл халҡы. Күптән вәғәҙә ителгән төҙөкләндереү эштәре яңы йылда, ниһайәт, бойомға ашырылыр, иҫтамғолдар клубһыҙ тороп ҡалмаҫ, тип ышанаһы килә.
«Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһының маҡсаты - ауыл халҡы менән осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу, баҫманың бөгөнгө хәл-торошо, гәзит хеҙмәт-кәрҙәре менән яҡындан таныштырыу һәм, әл-биттә, ошо аҙымдар яр-ҙамында подписчиктар һанын арттырыу.
- Заман технологиялары үҫешкән ваҡытта йә-шәйбеҙ. Сер түгел, йәш-тәр бөгөн гәзит уҡып бармай. Яңылыҡтарҙы улар интернет селтәре аша алыуҙы хуп күрә. Ҡайһы бер баҫмалар хәҙер бөтөнләй электрон вариантҡа күсте. «Яйыҡ»-тың рәсми сайтына ла айына 3500-гә яҡын уҡыусы инеп сыға. Әммә аҡ ҡағыҙға ҡара хәреф-тәр менән баҫылған гә-зитте ҡулға алып, уның йылыһын тойоп уҡыуға ни етә һуң?! Бөгөн беҙ районыбыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫмаһына әүҙемерәк яҙылыуға өгөтләр өсөн килдек, - тип һүҙ тотто гәзиттең баш мөхәррире Римма Солтанова.
Беҙ барып төшкән мәлгә иҫтамғолдарҙан «Яйыҡ»ҡа 24 кеше яҙылған ине. Күҙ алдыбыҙҙа тағы ла тиҫтәгә яҡын кеше 2017 йылға гәзитле булды. Был эштә почта таратыусы Зифа Таһированың хеҙмәтен билдәләп үтеү кәрәктер. Ул халыҡ күңеленең иң нескә, кәрәкле ҡыл-дарына тәьҫир итә белеп, хаҡтарҙың юғары булыуына ҡарамаҫтан, рухи аҙыҡтың мөһим-легенә баҫым яһап, гәзит алдырыусыларҙың һанын арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Зифа Мөбәрәк ҡыҙы почтала ун йылға яҡын эшләй. Ул Иҫтамғол һәм Ишкен ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.
- Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, баҫмаларға йыл һайын алдыра килгән бер үк кешеләр яҙыла. Башҡорт баҫмаларынан «Яйыҡ», «Йәшлек» гәзиттәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы бик популяр, рус баҫмаларынан «Учалинская газета», «Аргументы и факты» гәзитен яраталар. Гәзит-журналдарға күпләп яҙылыусыларҙан Әҙилә Ғәитҡолова, Нурия Фәхретдинова, Фәтих Баһауетдинов, Шамил Шакировтарҙы атап үтер инем. Алдырмаған кеше алдырмай инде, хаҡтарҙың юғары булыуына һылтана, - тине Зифа Таһирова.
Район халҡы менән осрашыуға сыҡҡан һайын ауылдарҙа бик ихлас, алсаҡ һәм дәртле кешеләр йәшәүенә инанып ҡайтаһың. Беҙҙе сәләмләп иҫтамғолдар үҙҙәренең шиғырҙарын бүләк иттеләр. Мөршиҙә Йәлилова «Яйыҡ»ҡа арнап ошондай юлдар ижад иткән:
Бала саҡтан уҡып үҫтем
«Ураҡ-сүкеш» гәзитен.
Уҡыйым хәҙер «Яйыҡ»ты
Ҡалдырмай бер хәрефен.
Райондағы яңылыҡты
Гәзиттән уҡып беләм.
Күпме мәғлүмәт һыйҙыра
Торһа ла ул дүрт биттән.
Шулай уҡ Рәмзиә Дәүләткирәеваның шиғыры ла бик матур, тос фекерле килеп сыҡҡан. Ижадтан өҙөк килтереп үтәйек:
...Ауыл хужалығы, сәнғәт
Мәғариф һәм сәнәғәт -
Бөтәһен дә яҡтырта,
Беҙ унан бик ҡәнәғәт.
Илһөйәр, телһөйәр, рухлы
Яҙмалар менән арбай.
Сәйәси яңылыҡтарҙан да
Ул һис тә ситтә ҡалмай.
Айыҡлыҡҡа беҙҙе әйҙәй,
Дуҫлаштыра спорт менән.
Алдырайыҡ «Яйыҡ»ты
Дуҫтар, бөтә йорт менән.
Учалы яңылыҡтарын
Еткерә ул халыҡҡа.
Бөтә ауылыбыҙ менән
Яҙылайыҡ «Яйыҡ»ҡа!»
Ауыл һәләтлеләренә тартынып тормай ижад-тарын редакцияға килте-реүҙәрен, урындағы яңы-лыҡтар менән әүҙемерәк таныштырып тороуҙарын, тос фекерле мәҡәләләрен йышыраҡ яҙыуҙарын те-ләйһе ҡала.
Йырлы-бейеүле сығыш-тар ҙа булды. Мәктәп уҡыусылары Айһылыу Бикмөхәмәтова менән Айназ Ғәлиәхмәтов дәртле итеп башҡорт бейеүен бүләк иттеләр. Айырым маҡтау һүҙҙәре менән Ишкен ауылынан килгән ҡунаҡтарҙың ижади күстәнәстәрен телгә алып китмәй булмай. Мәҙәниәт йорто мөдире Илүзә Ғимадова етәкселегендә Фәнил Фәттәхов менән Фәсих Лоҡманов тормоштан бер күренеште мәрәкәле сәхнәләштерҙеләр. Гар-мунда уйнап йырлаған, билдәле кешеләрҙе па-родиялаған Фәнил Фәттәховтың сығышы барыһына ла оҡшаны. Гармун көйҙәре аҫтына залда ултырыусылар ҙа сәхнә түренә төшөп тыпырлатып бейеп алғас күңелдәр тағы ла күтәрелеп китте. «Яйыҡ»тар ҙа буш ҡул килмәне - һәләтле йәш йырсы, филармония артисы Илдар Жамалов иҫтамғолдарҙы матур йырҙары менән ҡыуан-дырҙы.
Ауыл Советы башлығы Фәнил Хәлит улы «Яйыҡ»тарҙы 25 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡот-ланы, халыҡты баҫмаға дәррәүерәк яҙылырға саҡырҙы.
- Ауылыбыҙҙа төрлө саралар үтеп тора. Уларҙы «Яйыҡ»ҡа юллап гәзит биттәренән уҡыйбыҙ. Яңы тыуған йылда ла баҫма менән хеҙмәттәшлек дауам итһен. Гәзит биттәренә мәҡәләләр яҙған хәбәрселәрҙе ысын барлыҡта күреүебеҙгә ныҡ шатбыҙ. Осрашыу өсөн ауыл Советына ҡараған ауылдар араһынан тап Иҫтамғолдо һайлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар, һауылыҡ теләйем. Ә бар район халҡын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! - тине осрашыуға килгән ауылдың оло быуын вәкиле Алмагөл Сәлимгәрәева.
Сара барышында, йо-ла буйынса, йыйылған квитанциялар буйынса отошһоҙ отош уйнатылды. Бүләктең ҙуры, бәләкәйе булмай, тиҙәр. Баҫманың баш мөхәррире Римма Рәмил ҡыҙы билдәләүенсә, «Яйыҡ»ҡа яҙылып һәр гәзит уҡыусы үҙенә төп бүләкте яһаған. Йыл дауамында ул ҡала-райондың яңылыҡтары, хәл-ваҡиғалары менән танышып торасаҡ. Ә осрашыуҙағы отошта тормош-көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр, етеп килгән Яңы йыл символдары уйнатылды. Әйкәндәй, бүләктәр өсөн финанс ярҙамды иҫтамғолдарҙың яҡташ-тары - шәхси эшҡыуарҙар Әлфирә Әлхәмова, Зинә-идә Мөбәрәкова һәм «Ер-кадастр бюроһы» дирек-торы Марс Исхужин күр-һәтте. Уларға ҙур рәхмәт!
Осрашыу һуңында баҫ-мабыҙҙың күптәнге тоғро дуҫы, «Яйыҡ»тан һәм республика баҫмаһынан бүләктәр отҡан даланлы кеше Әҙилә Ғәитҡолова, ауыл хәбәрсеһе Алмагөл Сәлимгәрәева, мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова, Ишкен мәҙәниәт йорто мөдире Илүзә Ғимадова, почталь-он Зифа Таһирова, ауыл Советы башлығы Фәнил Әхмәҙиев һәм финанс ярҙам күрһәтеүселәр баҫмабыҙ-ҙан Рәхмәт хаттары менән наградландылар. Ә «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» эстафетаһы Иманғол ауыл Советына тапшырылды.
Читайте нас: