Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
27 Декабрь 2016, 12:50

Ҡандыболаҡ Яйыҡҡа ҡушыла

Шулай итеп, сираттағы «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы Ҡоҙаш ауылында дауам итте.

Ҡоҙаштың бөгөнгө көнө тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүҙән башлайыҡ. 131 йорт хужалығы иҫәпләнә, 448 кеше көн күрә. Балалар баҡсаһы, ауыл клубы, фельдшер пункты эшләп килә. Иң ҙур йәмәғәт бинаһы - Рәсүл менән Ҡоҙашты тоташтырып ултырған мөһабәт мәктәп. 70-ләп бала белем ала бында, 10-11-се кластарға Иманғолға йөрөтөп уҡытыу өсөн былтыр өр-яңы автобус бүленгән. Үкенес, элекке һөтсөлөк фермаһы ла, тауыҡсылыҡ фермаһы ла юҡ бында хәҙер. Халыҡ Межозерныйға, Учалы ҡалаһына, Себер яҡтарына йөрөп эшләй йә шәхси йорт хужалыҡтары иҫәбенә тамаҡ аҫрай.
Ауыл Советында белдереүҙәренсә, тиҫтәләп йыл элек газ үтә, 3 йыл элек электр энергияһы менән тәь-мин итеү өсөн СИП-сымдары (жгутланған, изоляцияланған заман материалы) ҡуйыла, үҙәк-ләштерелгән һыу сис-темаһы юҡ, халыҡ һыу тәьминәте мәсьәләһен үҙ аллы хәл итергә күнеккән. Бөгөнгө көндәге төп проблемаларҙың береһе - ауыл клубының ҡыйығы ныҡ иҫкереп һыу тамсылап тороу. Ярты быуат самаһы элек (1968 йыл) төҙөлгән бинала ремонт үтеп тора, мәҫәлән, ишек-тәҙрәләр яңыртылған, ә бына ҡыйыҡ йүнә-теү проблемаһын ки-сектермәй хәл итергә кә-рәктер.
Китапхана мөдире Гү-зәл Рәхмәтуллина ки-таптарының һаҡланышы өсөн борсола. Былай ҙа фонд йүнләп яңыртылмай бит.
- Халыҡ беҙҙә китап, гәзит-журнал уҡырға әүәҫ, - тип билдәләне Гүзәл Алмас ҡыҙы, - «Шоңҡар», «Аманат», «Башҡортостан ҡыҙы», «Йәшлек» кеүек баҫмаларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Шуныһы үкенес инде - ваҡытлы баҫмаларға яҙылырға ни бары 6 мең һум бүленә, һис тә етмәй!
Китапхана рухи аҙыҡ өләшеү менән генә сикләнмәй, балалар өсөн «Оҫта ҡулдар», шахмат-шашка түңәрәктәре лә ойошторолған.
Ғөмүмән, клубта йәмә-ғәт тормошо әүҙем бара. Быйыл Сибайҙа үткән IV Төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында тап был ауыл коллективы I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Башҡа сараларҙа ла актив ҡатнашалар. Ойошма менән Илзидә Шәймәрҙәнова етәкселек итә. Гәүһәр Сәлимова, Илүзә Юнысова, Гүзәл Рәхмәтуллина, Минзәлә Иҫәнбаева, Гүзәлиә Дин-мөхәмәтова, Әсмә Хисамова һәм башҡалар - ике ауылды берләштергән ағинәйҙәр ҡороноң йөҙөк ҡаштары.
Клуб менән хәҙер инде 24 йыл Минзәлә Иҫәнбаева етәкселек итә. Беҙгә лә концерт күрһәтелде. Бер яҡтан урындағы йәш таланттар һөйөндөрһә (Ил-йәр Ғәлләмов, Динә Динмөхәмәтова, Илүзә Юнысоваларға - афарин!), редакция ла балҡый башлаған йәш йондоҙҙо килтерҙе: хеҙмәткәребеҙ-ҙең ҡыҙы Наҙгөл Ғәй-фуллина - «Сулпылар» рес-публика конкурсында 2-се урын яулаған йәш йырсы. Күҙ генә теймәһен бала-ҡайҙарға!
Ә осрашыуҙың башында Уральск ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Әхмәҙиев акция таҫмаһын Иманғол ауыл Советы башлығы Фәнил Бүләковҡа таҡты. Фәнил Нил улы, сәләмләү телмәре тотоуҙан тыш, шағир һәм гәзитебеҙҙең элекке хеҙмәткәре бу-лараҡ, бер шәлкем шиғыр-ҙарын уҡып ишеттерҙе:
Тоҙло ергә төшкән орлоҡ -
Беҙҙең быуын.
Ҡалҡынабыҙ бары еңеп
Донъя ыуын.
Дымлы ерҙә баш ҡалҡытҡан
Күрән ише,
Нығынабыҙ тумарҙарға
Тамыр ишеп.
Донъя тигән салғы беҙҙе
Йәлләмәй һис.
Беҙ ҡурпылай ҡалҡынабыҙ
Аямай көс.
Беҙҙең быуын донъя ыуын
Йәшәй ыуып.
Өмөт менән, был бәхетте
Ерҙә ҡыуып.
Эйе, еңергә кәрәк донъя ыуын! Күмәкләп, бергәләп.
Фәниә апай Динмө-хәмәтова «Яйыҡ»ты 25 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы, шул уҡ ваҡытта районда берҙән-бер баш-ҡорт баҫмаһының тарихы төпкәрәккә китеүен дә телгә алды:
- «Сталин байрағы» булараҡ 50 йыллап элек уҡый башланым, шунан алып айырылғаным юҡ. Күләме бәләкәй булһа ла, эстәлеге ҙур уның. Телевизор-компьютерҙарға ғына төбәлеп ултырмайыҡ. Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ!
Ауыҙығыҙға бал да май инде, хөрмәтле Фәниә апай!
Гәзиттең баш мөхәр-рире Римма Солтанова баҫманың бөгөнгө көнө, киләсәккә пландар тураһында һөйләне. Иҫәп-хисап туғанлыҡты арттыра, тип әйтәләр бит инде, Римма Рәмил ҡыҙы «уңайһыҙыраҡ» булып күренгән һорауҙарҙы ла урап үтмәне, тура яуап бирҙе. Был мәсьәләләр башҡа гәзит уҡыусыларҙы ла борсойҙор.
- «Яйыҡ» хәҙер «Баш-ҡортостан Республи-каһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар пред-приятиеһы составына индерелгәс, республика ҡушымталарын баҫыуҙан баш тарта алмайбыҙ. Әлбиттә, урындағы мәҡәләләргә урын кү-берәк ҡалһа, үҙебеҙгә лә нығыраҡ хуш килер ине. Гәзиттең аҙнаһына нисә тапҡыр сығыуы ла Өфөләге етәкселек тарафынан билдәләнә;
- «...гәзит етмәй ҡалды» тигән уйҙырмаларға ышанмағыҙ, нисә кеше яҙылған, «Яйыҡ» теп-теүәл ошо һанда типографияла баҫыла һәм почта хеҙмәтенә тапшырыла. Ниндәйҙер сәбәп менән килтерелмәне икән, почтальонығыҙ йә булмаһа район почта хеҙмәтенә телефондан шылтыратып эштең айышына төшөнөргә кәрәк. Һуңлап килтерелгән ос-раҡтарҙа ла шул уҡ кәңәш;
- гәзиткә яҙылыу хаҡы күтәрелеү редакцияның инициативаһы түгел, был үҙәкләштерелгән рәүештә билдәләнә. Һәм, йомшаҡ ҡына әйткәндә, гәзит хеҙ-мәткәрҙәре эш хаҡтары менән маҡтана алмай... Ә бына беҙ үҙебеҙ, туҡтауһыҙ юллай торғас, «Яйыҡ»тың социаль әһәмиәттәге баҫмалар исемлегенә индерелеүенә ирештек, тап шул арҡала ғына 2017 йылға яҙылыу бер аҙ арзанландырылды;
-ниндәйҙер район ярыш-конкурстары тураһында иғландар алдан баҫылмай икән - был ул сараларҙы үткәреүселәр намыҫында. Район хакимәтенең бе-рәй кәңәшмәһендә ҡо-ҙаштарҙың был дәғүәһен мотлаҡ еткерәсәкбеҙ.
Осрашыуҙарҙың иң мауыҡтырғыс мәле - гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыу. Урындағы ар-ҙаҡлы шәхестәргә (Рә-сүлев Самир Ғәззәли улы, Шәрипова Гөл-сирә Рәйес ҡыҙы, Әл-мөхәмәтова Сәриә Ғәнтәр ҡыҙы) рәхмәт инде, бер ҙә инәлтеп торманылар, ҡоҙаштарҙы шатландырыуға ихлас ризалаштылар. Бына, мә-ҫәлән, элекке алдынғы һауынсы, район Советы депутаты 85 йәшлек Фәриҙә апай Хөснөтдиноваға аҡса көшөлөгө сыҡҡас, «Пенсияны һалыр урын булды!» - тип шаяртты. Ә төп приз - байрам табынына шампан шарабы ауылдың старостаһы, элекке бригадир Марс ағай Йәнтүрин өлөшөнә яҙған булып сыҡты. Алҡа, йөҙөк, сағыу һүрәтле календарҙар, сәй, май, шоколад, өс литр һут - әлбиттә, ҙур табыш түгел, әммә кәйеф күтәреү өсөн һәләк тә килешә!
Бағыусыларға, гәзитте пропагандалауға тос өлөш индергән ауыл ха-кимиәте башлығы Ф.Н. Бүләковҡа, клуб мөдире М.Ж. Иҫәнбаеваға, поч-тальон Р.Н. Усмановаға, штаттан тыш хәбәрселәр И.М. Шәймәрҙәнова һәм Ф.С. Динмөхәмәтоваларға «Яйыҡ»тың Рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларға һәм осрашыуға килгән бар халыҡҡа ихлас күңелдән рәхмәт, артабан да бергә булайыҡ!
Ә Яңы 2017 йылда ураҙҙар менән осрашыуға юлланасаҡбыҙ.
Читайте нас: