21 июндә Өфөнөң «Ватан» этнопаркында «Байыҡ» республика бейеү телевизион конкурсының Гала-концерты гөрләп үтте.
Йыр-моң һөйөүселәр өсөн республикала конкурс-программалар бихисап, ә бына бейеү сәнғәтен яратыусы-ларҙы берләштергән «Байыҡ» проекты 2009 йылда тормошҡа ашырыла башлай һәм берәү генә булыуы менән мәртәбәле.
Тиҫтәгә яҡын йыл эсендә илебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнгән, башҡорт бейеү сәнғәтен халыҡ-ара кимәлгә күтәргән күркәм сарала республикабыҙҙың дәртле бейеүселәре менән бергә сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнаша. Сара йылдан-йыл тамашасылар араһында популярлаша бара һәм унда ҡатнашырға теләүселәр һаны ла артҡандан-арта.
Быйылғы конкурста ла 500-ҙән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнаша. Бейеүҙәр бер-береһен ҡабатламай. Баһалама комиссияһына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булмай. Улар араһында Уральскийҙан «Ирәмәл» өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре лә бар. Етәкселәре Фәнис һәм Гөлиә Кәримовтар. Ансамбль һайланма этапты уңышлы үтеп финалға сығалар һәм 10 йәштән 15 йәшкә тиклем балалар бейегән «бәләкәй ансамблдәр» араһында Гран-при яулайҙар. Ҡыҙ-малайҙарҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!