Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
3 Июль 2018, 11:47

Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды!

Июнь аҙағында күренекле ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған төйәге Йылайырҙа башҡорт халыҡ ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл традицион конкурс музыканттың тыуыуына туҡһан йыл тулыуға бағышланды.

Июнь аҙағында күренекле ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған төйәге Йылайырҙа башҡорт халыҡ ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Быйыл традицион конкурс музыканттың тыуыуына туҡһан йыл тулыуға бағышланды. Сара гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды. Конкурста ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар, ҡурайсылар ансамблдәре, ғаилә ансамблдәре ҡатнашты. Жюрила Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов етәкселегендә күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләне. Һәр номинацияла еңеүселәр асыҡланды.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артисы Динар Абдуллин конкурстың Гран-прийын яуланы.

Ҡунаҡбай ауылынан «Толпар» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле - l урын алды. Бынан тыш етәкселәре Йосоповтарҙың ғаилә ансамбле - II урын, Шәфҡәт Йосопов үҙе шәхсән рәүештә - III урын яуланы. Афариндар!

Марсель НИЯЗОВ.
Читайте нас: