Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
3 Июль 2018, 11:41

Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл

Билдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуыуына быйыл 185 йыл тулды.Ул 1833 йылдың мартында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы билдәле. Зәйнулла Рәсүлев Әхмәтзәки Вәлидинең дә рухи остазы, уҡытыусыһы була.

Билдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуыуына быйыл 185 йыл тулды.

Ул 1833 йылдың мартында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы билдәле. Зәйнулла Рәсүлев Әхмәтзәки Вәлидинең дә рухи остазы, уҡытыусыһы була.

Ул үҙенең «Хәтирәләр» китабында: «Кем белә, әгәр ваҡытында мөхтәрәм шәйехебеҙҙең миңә ҡарата иғтибары һәм хуплауына лайыҡ булмаһам, ун биш йәшемдә мин дә, башҡа тиҫтерҙәрем һымаҡ, берәй сауҙагәргә ялланып, ябай приказчик булып китер инем», - тип яҙа, баһа бирә.

4-7 июлдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте булышлығында «Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм билдәле башҡорт ғалимы, дин белгесе, мосолман донъяһының мәғрифәтсеһе шәйех Зәйнулла Рәсүлев» тип исемләнгән халыҡ-ара ғилми конференцияһы ойоштороласаҡ. Конференцияны асыу тантанаһы һәм пленар ултырыш 5 июлдә Өфөлә була. 6 июлдә Силәбе өлкәһенең Троицкта тантаналы саралар уҙғарыу ҡаралған.

Ҙур саранан төбәгебеҙ ҙә ситтә ҡалмаясаҡ, етенсе июлдә Учалы ҡалаһында ошоға бәйле тантаналар планлаштырылған. Учалы филармонияһында 09.30 сәғәттә «Традицион ислам һәм Зәйнулла Расулев» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙасаҡ. Роберт Юлдашевтың, «Арғымаҡ» төркөмөнөң сығыштары ла көтөлә. Әүештауға сәйәхәт ҡалынасаҡ. Конференцияны ойоштороусылар - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты,

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин эштәре буйынса совет, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы.

Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: