Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
13 Июль 2018, 12:50

Яҡшы дан тараталар

Ишембай районында республиканың география уҡытыусылары слет үткәрҙе. Һәммәһе утыҙ өс команда ҡатнаша. Учалы районын вәкилләнеләр: Минзәлә Ҡужаҡова (география уҡытыусылары методисы), Мәрүәрә Пирғәлина (3-сө лицей), Рәзимә Нәбиуллина (5-се мәктәп), Әлиә Янзакова (Сәфәр мәктәбе), Хәзимә Күсәрбаева (Ахун мәктәбе), Илшат һәм Нәсимә Кинйәкәевтар (Иманғол мәктәбе).

Ишембай районында республиканың география уҡытыусылары слет үткәрҙе. Һәммәһе утыҙ өс команда ҡатнаша.

Учалы районын вәкилләнеләр: Минзәлә Ҡужаҡова (география уҡытыусылары методисы), Мәрүәрә Пирғәлина (3-сө лицей), Рәзимә Нәбиуллина (5-се мәктәп), Әлиә Янзакова (Сәфәр мәктәбе), Хәзимә Күсәрбаева (Ахун мәктәбе), Илшат һәм Нәсимә Кинйәкәевтар (Иманғол мәктәбе).

Беҙҙекеләр «Учалы районы халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫы» проекты менән уңышлы сығыш яһайҙар һәм «Үҙенсәлеклек һәм уникаллек өсөн» дипломы менән бүләкләнделәр.

-Был слет яҡынлашып килгән әһәмиәтленән-әһәмиәтле Бөтә донъя фольк-лориадаһы-2020 сараһына бағышланды, - ти Мәрүәрә Хабил ҡыҙы, - республика-быҙ бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүе лә йоғонто яһамай ҡалмай.

Шуға ла үҙебеҙҙең рухи ҡомартҡыларыбыҙ һәм талантлы шәхестәребеҙ менән таныштырырға булдыҡ - Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова, Нажия Алла-ярова, Нәзифә Ҡадирова, Салауат Низаметдинов, «То-ман», «Уйыл», «Илсе Ғайса» йырҙары, «Урал-батыр», «Ҡарас менән Аҡса» эпостары һәм башҡа.

Жюри ағзалары араһында күренекле башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәеваның булыуы был ҡаҙанышҡа айырыуса мәртәбә өҫтәй.

Географтарға ошолай төбәгебеҙҙең яҡшы данын таратҡандары өсөн рәхмәт әйтергә генә ҡала.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: