Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
20 Июль 2018, 12:34

Ике «ҡош» та беҙҙеке!

Бер генә ай элек, ҙур ғорурлыҡ менән яҙғайныҡ - гитарала уйнап саф башҡорт телендә йырлаусыларҙың «Ҡош юлы. Балалар» тип аталған республика конкурсында Учалы егете Айҙар Исхаҡов еңгән ине. Был бәйге ун биш йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙе йыйғайны.

Бер генә ай элек, ҙур ғорурлыҡ менән яҙғайныҡ - гитарала уйнап саф башҡорт телендә йырлаусыларҙың «Ҡош юлы. Балалар» тип аталған республика конкурсында Учалы егете Айҙар Исхаҡов еңгән ине.

Был бәйге ун биш йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙе йыйғайны. Хәҙер ни, ике «ҡош» та беҙҙә, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ: Әбйәлил районында әле яңы тамам-ланған етенсе «Ҡош юлы» фестивалендә Сәмиғулла Лоҡманов Гран-при яулай!

Йәнә ике яҡташыбыҙ яҡшы сығыш яһай - Таһир Мирсәйетов 3-сө урынға лайыҡ булһа, Рәмил Йыһаншин махсус приз менән билдәләнә, тип әйтелде.

Сара бик күңелле үтә, ти. Спорт һәм квест (башватҡыс) уйындары ойошторола, «түңәрәк өҫтәл» артында фекер алышыу үтә, тәбиғәт ҡосағында, усаҡ янында, тере ут эргәһендә рухи яҡтан яҡын кешеләр менән аралашыу, моң донъяһында йөҙөү үҙе генә лә оло бәхеткә тиңдер!

Призерҙар дипломдар, иҫтәлекле сертификаттар, бүләктәр менән билдәләнә. Төп приз - зиннәтле гита-ра, әлбиттә, Сәмиғулла Радим улына эләкте.

- Бала саҡта гитараға иртәрәк тә тотонған булыр инем, нәҡ инструмент юҡлығы тотҡарланы, - тип йылмайҙы еңеүсе, - Күршенекендә өйрәнергә ту-ра килде, үҙемә шәхси гитараны тәүләп 2 йыл элек кенә ала алдым.

Ә музыка донъяһында яҡты донъяға килеүҙең тәүге көнөнән тиерлектер. 1992 йыл Яңы Байрамғол ауылында тыуа һәм үҫә. Атаһы Радим Сәләх улы гармунда өҙҙөрөп уйнай, әсәһе Хәжилә Насип ҡыҙы бик моңло итеп йырлай. Алма ағасынан йыраҡ тәгәрәмәй инде, Сәмиғулла 2-се кластан алып йырлай, төрлө конкурстарҙа уңышлы ҡатнаша. 3-сө класта ҡурай тартырға, саҡ ҡына һуңғараҡ ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. Гитарала уйнау буйынса ике остазын телгә алды - Тимур Ямалов һәм Нур Кәримов. Һуңғыһы менән бергә әлеге мәл «Эксперимент» музыка төркөмөндә шөғөлләнә һәм сығыштар яһайҙар.

Сәмиғулла Учалы Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының дирижерлыҡ бүлеген тамамлаған белгес, Учалы ауылындағы район мәҙәниәт йортонда эшләй «Ҡош юлы» конкурсында атаһы Радим Лоҡмановтың шиғырына яҙылған «Үткәндәргә үкенмәйем» һәм «Ғүмер бит ул беҙгә бер бирелә» йырҙарын башҡарып, бөтә тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын әсир итә.

Һәләтле егеткә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: