28-29 июль Ғәҙелшә ауылы янындағы Баҡшай яланында «Ай, Уралым, Уралым!» II этно-фестивале үткәрелә. Уның сиктәрендә бихисап конкурстар, уйындар, тамашалар ҡаралған.
14.00-21.00 - ҡатнашыусылар, йыйылыу, урынлаштырылыу, теркәлеү.
19.00-21.00 - традицион яндан уҡ атыу буйынса команда турниры.
10.00-10.30 - «Ай, Уралым, Уралым!» фестивален рәсми рәүештә асыу.
10.30-21.00 - «Баҡшай мәргәне» - традицион яндан уҡ атыу турниры.
10.30-15.00 - «Фольклорҙың бер көнө» - фольклор коллективтары конкурсының финалы.
15.00-16.00 - «Семәр» -милли кейем тегеү оҫталары конкурсы.
16.00-18.00 - «Баҡшай уйындары» - халыҡ уйындары конкурсы.
19.00-20.00 - конкурстар һөҙөмтәләрен йомғаҡлау.
20.00-22.00 - Учалы филармонияһы һәм үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында концерт.
22.00-00.00 - ритайым (дискотека)
09.00-15.00 - «Баҡшай һунары-2018» - традицион яндан атыу буйынса 3D-турнир.
10.00-15.00 - «Баҡшай батыры» - милли көрәш буйынса турнир.
11.00-12.00 - ат сабыштары.
15.00-16.00 - «Азиянан Европаға» - традицион яндан атыу буйынса махсус турнир.
14.00-16.00 - сауҙа-күргәҙәмәләр һәм милли кәсептәр буйынса мастер-кластар.
16.00-16.30 - фестиваль һөҙөмтәләрен йомғаҡлау, «Ай Уралым, Уралым!» этно-фестивален тантаналы рәүештә ябыу.
17.00 - биләмәне йыйыштырыу, таралышыу.
Ойоштороу эштәре менән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге шөғөлләнә, белешмәләр өсөн телефон - (34791) 6-21-56. Фестиваль буйынса «ВКонтакте» социаль селтәрендә айырым төркөм дә ойошторолған, инеп ҡарай алаһығыҙ, электрон адрестары - vk.com/event168214889.
Учалы район хакимиәте ойошторған сара былтыр бик күңелле һәм масштаблы үтте. Быйылғыһы тағын да ойошҡаныраҡ рәүештә һәм дәртлерәк үтер тип көтәбеҙ - был фестиваль төбәгебеҙҙең сағыу билдәһенә, заманса әйткәндә - брендына әйләнеп килә. «Ай, Уралым, Уралым» этно-фестивале башҡа, глобаль бурыстарға ла ирешергә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, атап әйткәндә:
үҙ халҡыңа, үҙ ереңә, милләтеңдең үткәненә һәм бөгөнгө көнөнә һөйөү үә тоғролоҡ тәрбиәләү;
глобализация шарттарында башҡорт халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыу;
башҡорт милли йола һәм кәсептәрен пропагандалау;
милли спорт төрҙәрен һәм уйындарҙы пропагандалау;
этник сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
сәләмәт йәшәйеш образын пропагандалау, девиатив ҡылмыштарҙы профилактикалау.
Килегеҙ, һис үкенмәйәсәкһегеҙ!