Байрам алдынан ойошма-предприятиеларҙың тышы, биләмәләре тәртипкә килтерелә, йыйыштырыла, рәтләнә. Учалы крайҙы өйрәнеү музейында ла бинаның ал яғы рәткә килтерелде. Ошо маҡсатта район бюджетынан 770 мең һум аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма - «Регионстрой» йәмғиәте тарафынан бинаның тышы штукатурланды, буялды һәм керә торған өлөшө тәртипкә килтерелде. Музейҙың түбәһе 2017 йылда капиталь ремонтланғайны. Юбилей айҡанлы музей хеҙ-мәткәрҙәре иҫке фотоһүрәттәрҙән яңы стендтар ҙа әҙерләгән, уларға ҡарап ҡала тарихы менән танышырға була. Шулай уҡ 31 авгусҡа тиклем Учалы оҫтабикәләренең «Мөғжизә оҫтаханаһы» тип аталған күргәҙмәһе үтә. Рәхим итеп барып күрегеҙ!