Үткән ял көндәрендә мәҙәни тормош ҡайнап торҙо: төбәктең бер яғында «Ай, Уралым, Уралым» этнофестивале үткәрелһә, Ҡалҡан күле ярҙарында хәҙер инде традицияға әйләнгән бард йыры фестивале лә байтаҡ халыҡ йыйҙы, күңелле үтте.
Ойоштороусылар күҙаллауынса, ҡунаҡтар бер меңдән байтаҡҡа арта. Һәр хәлдә лә, район һабантуйындағы һымаҡ, һуңлабыраҡ килгәндәргә автомобил-дәрен бик тә ситтә ҡалдырырға тура килә.
Бард тигәндәре - беҙҙең аҡын кеүегерәк инде - башлыса үҙҙәре ижад иткән йырҙы үҙҙәре башҡара. Тик ҡулда думбыра түгел, гитара. Сараны ойоштороусы - «Го-ризонт» турист-спорт үҙәге.
- Йыр марафонында ҡатнашыу өсөн Мәскәү, Өфө, Екатеринбург, Силәбе, Ыр-ымбур, Межгорье, Белореттан башҡарыусылар йыйылды, хатта, Испания менән Франциянан да киләләр. Француз эшҡыуары үҙе менән пармезан сыры, тәмләткес үләндәр килтереп, ҙур ҡаҙанда «писту» тигән милли аштарын бешерҙе. Тел йоторлоҡ, күптәр хатта, һарыҡ итенән әҙерләнгән былауҙы ситкә ҡуйып, ят ри-зыҡҡа ябырылды. Быйыл бард йыры фестивале 31-се тапҡыр үтте, беҙ уны Учалы ҡалаһының 55 йыллыҡ юбилейына бағышланыҡ, - тип беҙгә һөйләп бирҙе «Горизонт» үҙәге директоры Зилә Фәтҡуллина.
Зилә Әхмәт ҡыҙы һүҙенән, хәҙер бындай фестивалдәр коммерция нигеҙенә күсеп бара, танылған артистар-ҙы аҡса түләп килтерәләр. «Ҡалҡан» иһә, һаман да дуҫтар-фекерҙәштәр йыйыны булып ҡала, халыҡ эскерһеҙ аралашыу өсөн бында тартыла. Әйтәйек, «Чистая река», «Белый ворон» төркөмдәре, Вәлитовтар ғаиләһен ҡайҙа ғына ла көтәләр, әммә улар тап беҙгә килеүҙе өҫтөн күрҙеләр. Әлеге заманала ла барыһы тик аҡсаға ғына ҡоролмаған бит ул, күңел тартыуы ла ғәмәлдә ҡала.
- Иң йәш ҡатнашыусыға 11 генә йәш булһа, аҡһаҡал-бард 82-не ашаҡлаған, - тип тә һөйләне Зилә Әхмәт ҡыҙы. - Һәм барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, барыһына ла күңел йылыһы үә үҙ-үҙен күрһәтергә форсат етте.
Минеңсә, бындай саралар әлеге тынғыһыҙ, саманан тыш эшлекле заманаларҙа айырыуса мөһим. Әйтәйек, ижадтың, сәйәхәттәрҙең тәменә төшөндөрөлгән балалар компьютер артында кәкрәйеп ултырмайҙар, камил үҫешәләр, сәләмәтләнәләр.
Үҙҙәре яҙған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында төп конкурста Силәбенән Александр Фрунштейн еңә. Икенсе урында Амиго Невредимый сәхнә псевдони-мы аҫтында сығыш яһаған Магнитогорск ҡунағы, «бронза миҙал» - Силәбе ҡалаһынан ун бер генә йәшлек Елизавета Титовала.
Иң яҡшы башҡарыусылар тип Василий Волков (Силәбе), Элина Фәйзуллина (Учалы ҡалаһы), Елизавета Марченко (Өфө) танылалар. Элина - ҡала мәктәбендә 10-сы класты тамамлаған ҡыҙ, «Горизонт» үҙәгендә ныҡлап шөғөлләнә икән.
Шулай уҡ «Иң яҡшы музыка авторы», «Иң яҡшы дуэт», «Ихлас йырлау», «Иң яҡшы патриотик» йыр ке-үек номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнә. Бөтә призерҙар диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр, алҡыштар менән билдәләнгәндәр.
Сара ҙур Гала-концерт менән тамамлана. Үҙҙәрен күрһәтергә теләгәндәр өсөн конкурс программаһынан тыш «Ирекле микрофон» ойошторола. Әйтәйек, Азамат Рәхимовтың туған телдә башҡарған йырҙарын тамашасылар бик тә йылы ҡабул итә, афарин!
Яҡшы йола буйынса, таралышыу көнөндә экология өмәһенә сығалар, Ҡалҡан күле буйын таҙарталар. Бындай әҙәпле кешеләр һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ була.