Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
7 Август 2018, 10:50

«Бәхет нуры» балҡыны

Сираттағы «iВолга-2018» VI йәштәр форумы үтте. Ошо мәртәбәле йыйынға «IVOLGA Fashion Fest» мода фестиваленең аҙағы тура килтерелә.

Сираттағы «iВолга-2018» VI йәштәр форумы үтте. Ошо мәртәбәле йыйынға «IVOLGA Fashion Fest» мода фестиваленең аҙағы тура килтерелә.

Һәм унда Башҡортос-тандың йәш дизайнерҙары үҙҙәренең коллекцияларын күрһәт-те, һоҡланыу һәм алҡыштарға өлгәштеләр. Бихисап ҡатнашыусылар араһынан финалға ун дүрт коллекция һайлап алына, уларҙың икәүһе - республикабыҙҙан: Учалынан Лира Аллаяро-ваның «Бәхет нуры» кейеҙ коллекцияһы һәм М. Аҡмулла исемен-дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Илми-ра Моталованың һәм Тәнзилә Байсурина-ның «Сафлыҡ» коллек-цияһы күрһәтелә.

Лира Аллаярова ту-раһында өс-дүрт йыл элек киң йәмәғәтселек тәүләп ишетте. С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡыған осорҙа Авс-трияла үткән Халыҡ-ара конкурста беренсе дәрәжә дипломына лайыҡ булғайны бит.

Бик тә мауығып боронғо кәсепкә яңыса тотона ул: кейеҙҙән кейем-һалым (күлдәктәр, пәлтәләр, жилет-жакеттар һәм башҡа), төрлө аксессуарҙар баҫа, заманса телдә был техника «фелтинг» тип атала. Матур һүрәттәр менән күҙҙең яуын алырлыҡ, кейеү өсөн дә уңайлы һәм ҡулай. Тик бына нәзәкәтле кейем-һалымға ябай ауыл һарығының йө-нө батмай шул. Хәйер, махсус нескә йөндө интернеттан заказ менән килтертеү әллә ни ҡатмарлы түгел, әҙер изделиелар ҙа байтаҡ өлөштә тап заман мәғлүмәт селтәре ярҙамында реализациялана.

Лираханым Межозерный ҡасабаһында йәшәй, үҙҙәренең ғаилә бизнесында модельер-дизайнер булып эшләй.

- Һарытауҙа Ҡытай-Рәсәй форумы ла үтте. Сит ил ҡуаҡтары ла бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, - ти йәш оҫтабикә.

- Мода фестивалдәрендә ҡатнашып торам, форсат сыҡһа, Башҡортостанды, Учалыны һәр саҡ кинәнес менән вәкилләйем.

Әйткәндәй, «iВол-га-2018» - йәштәр өсөн мәғариф форумы. РФ Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булышлығында 2013 йылдан алып Һамар өлкәһендә үткәрелә. Йәштәр төрлө-төрлө өлкәләрҙә проекттар тәҡдим итә, фекер алышыуҙар, «түңәрәк өҫтәл» - презентациялар, инвестор һәм ғалимдар менән осрашыуҙар ойошторола, иң яҡшы инициативаларҙы ғә-мәлгә ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Башҡортостандан быйыл һәммәһе йөҙ ун өс кешелек делегация бара.Төрлө сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, Татарстан делегацияһы менән берләшеп, һа-бантуй үткәреп тә күрһәткәндәр. Һабантуй сиктәрендә башҡорт милли кейемдәрен яһау, башҡорт теле буйынса мастер-кластар үтә, балға дегустация ла ойошторола, ти.

Илшат ӘҒЛӘМОВ.

P.S. Быйылдың киләһе йылы бар тигәндәй, белеп ҡуйығыҙ: кешегә күрһәтерлек ҡыҙыҡ тәҡдим - пректығыҙ бар икән, «iВолга» форумында 18-30 йәшкә тиклем һәр кеше ҡатнаша ала. Шарттар менән танышыу һәм теркәлеү өсөн сайт - http://ivolgaforum.ru/. «Фән һәм мағариф», «Мәҙәниәт», «Эшҡыуарлыҡ», «Сәйәсәт» һәм башҡа темалар ҡаралған.





Читайте нас: