Ниндәй хозурлыҡ - Алһыу ҡаялар һәм Инйәр йылғаһы!
Тормошомдоң һәр бер мәле ҡәҙерле. Тәбиғәт күренештә-ре менән һоҡланырға яратам: беренсе яуған ҡарға, ләйсән ямғырына, бөрөгә тулышҡан ағастарға, хатта, оҙайлы ҡы-штан һуң яҙ етеүен белгертеп өйгә осоп ингән беренсе се-бенгә лә ҡыуанам.
Хозур Башҡортостаны-быҙҙы ташлап, йәй көн-дәрендә эҫелектән инте-гергә Төркиәгә ашыҡҡан кешеләргә аптырайым. Шунда уҡ Крыловтың «Эн-әғараҡ һәм ҡырмыҫҡа» мәҫәле иҫкә төшә. Минең ҡырмыҫҡалай мәж килгән йәйем Ҡунаҡбай ауылында үтә: көн һайын картуф, үлән утайым, емеш-еләк йыям, ҡайнатмалар яһайым, ә кисен, мунсанан һуң, яратҡан ултырғысымды ишек алды уртаһына ҡуям да күҙҙәрем-де йомоп, рәхәтләнеп ял итәм. Ошо мәл миңә киске һауанан офоҡ артына тәгә-рәп барған ҡояш һәм ауыр эш көнөнән һуң тыныс йоҡо теләгән ҙур тулған ай ҡарай. Ә инде тағы ла аяҡтарымды нәзәкәтле ел ҡытыҡлаһа, әллә ниндәй массаждарың ары торһон!
Үҙемдең уҡыусыларымды ла, 8 «в» класы балаларын, тап шулай йәшәргә өйрәтәм дә инде. Тормоштоң йәмен, тәбиғәттең матурлығын кү-рер өсөн, урманда, тауҙарҙа, баҡсала йә иһә мәктәпкә китеп барғанда ғына ла һәр мәл менән һоҡлана белеү өсөн мин уларҙы туризмға ылыҡтырырға тырышам. Һуңғы өс йыл эсендә генә беҙ Балалар туризмы һәм край-ҙы өйрәнеү үҙәге кураторы Ләйсән Баймөхәмәтова ме-нән районыбыҙҙың төрлө иҫтәлекле ерҙәрендә бу-лып өлгөрҙөк тә инде.
Быйыл райондан ситкә сығып, башҡа ерҙәрҙе лә күреп ҡайтыу теләге тыуҙы. Ҡайҙа барырға икән тип оҙаҡ уйланыҡ. Аҙаҡтан һәр кеше, ундай урын ҡайҙа бар һуң, тип аптырарлыҡ ер булырға тейеш ине ул беҙҙеңсә. Һәм, ниһайәт, таптыҡ. Планыбыҙ тормошҡа ашты. Сәфәрҙән ҡайтҡас, социаль селтәрҙәр-ҙә беҙҙең фотоһүрәттәрҙе күргән һәр кем бихисап һо-рау яуҙырҙы, ә иң мөһиме: «Ҡаялар, ысынлап та, алһыу төҫтәме?» Нәҡ шулай!
Үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрмәйенсә, беҙ үҙебеҙ ҙә уларҙың алһыу төҫтә икән-легенә ышанмай инек.
Походҡа класыбыҙ егет-тәре, уларҙың икеһенең әсәһе, мин, ата-әсәйем, ата-йымдың өлкән апаһы һәм беҙҙең куратор Ләйсән Булат ҡыҙы йыйындыҡ. Бер көн ҡалғас аҙыҡ-түлек алынды, кәрәкле инструктаж уҡылды.
Ниһайәт, оҙаҡ көткән көн етте. Балалар тыныс ине. Беҙ, ололар, шулай ҙа бер аҙ тулҡынландыҡ. Шулай булмай ни, интернет селтәренән алынған ғына картаға ышанып, ҡаялар-ҙың ҡайҙалыр Инйәр яғында ғына икәнлеген белеп, беренсе тапҡыр юлға сығы-уыбыҙ бит - тәүәккәлләнек.
Гүйә, сәскә балы түгелгән
Инйәргә барып еткәнсе, республикабыҙҙың хозур тәбиғәте менән һоҡланып барҙыҡ. Бейектә осҡан ҡоштарҙы, юлда аҙашҡан бәләкәй генә ҡуян бала-ларын күҙәтеп, Инйәргә ки-леп еттек. Туҡтап, урындағы бер кешенән Алһыу ҡаялар-ға юлды һораныҡ. Маршрут буйынса киттек. Йыраҡта Ассы шифаханаһы ла күрен-де. Урманға кереп, юл бөт-кәнсе барҙыҡ. Туҡтап, ма-шинанан сығыуыбыҙ бул-ды, барыбыҙҙың хушыбыҙ китте. Ниндәй хозурлыҡ: төрлө-төрлө сәскәләргә кү-мелгән аҡлан, уның тирә-яғы киң урман менән уратып алынған, урмандан ҡоштар һайрауы ишетелә, ә танауҙы шундай тәмле еҫ ҡытыҡлай, әйтерһең дә ян-яҡҡа хуш сәскә балы түгелгән!
Хәҙер инде беҙҙең алда Алһыу ҡаяларҙы табырға тигән маҡсат тора ине. Карта буйынса барҙыҡ. Маршрутыбыҙ ике метрлап буйлы сәскәле киң ялан буйлап бара ине, юл шул тиклем оҙон булды, хатта, был баҫыу ғүмерҙә лә бөтмәҫ кеүек күренде. Мин үҙемде Ер шарының ысынында ла түңәрәк икәнлеген иҫбатлап юлға сыҡҡан бер төркөм ғалимдар араһындамын икән тип әүрәттем. Шулай ҙа оҙаҡламай ялан бөттө һәм алдыбыҙҙа бер күпер пәйҙә булды. Күпер аша сыҡтыҡ, һулда - Инйәр йылғаһы, ә уң яҡта - Ал-һыу ҡаялар. Ҡаяларға ба-рып етер өсөн тимер юлы буйлап киттек. 4 саҡрым самаһы юл үттек. Тирә-яҡ-та тынлыҡ. Беҙҙең алда - бейек-бейек ҡаялар. Инде ҡаяларға нисек күтәрелер-гә тип аптырап торабыҙ.Арабыҙҙан берәү, ҡая-таштар буйлап үрмәләргә тәҡдим итте. Ләкин бын-дай юл хәүефлерәк шул - өҫтә күтәрелгән кешенең аяҡ аҫтынан тәгәрәгән таш аҫтағы кешегә төшөү ихти-маллағы ҙур ине. Шулай ҙа берәй һуҡмаҡ эҙләп ҡарарға булдыҡ. Күҙ һирптек.
Ошо мәл егеттәр: «Ура, беҙ һуҡмаҡ таптыҡ!», - тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. Шу-лай итеп, ҡаяларҙың иң юғары нөктәһенә үрмәләй башланыҡ. Ҡуйы урман, ҙур-ҙур ҡаҙаяҡтар, әйтерһең дә, Африкала йөрөйбөҙ. Һа-уа тынсыу. Бейек үләндәр араһынан әллә ниндәй ҡоштар осоп сығып китә, ҡыҫалалар шыуышҡаны күренеп ҡала һәм башҡа беҙгә сит тауыштар - былар барыһы ла ҡурҡыу һәм шул уҡ ваҡытта әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ хистәр уятты. Ә инде ҡоштар осор бейеклек-кә күтәрелгәс, беҙҙән дә бәхетлерәк кешеләр юҡ ине - дағаға оҡшап борғоланып аҡҡан Инйәр йылғаһы, Урал тауҙары... Өсөнсө көн ошо ожмахта ятҡан Түбәнге Нов-город ҡалаһы туристары ме-нән танышырға тура килде. Эсәр һыу юҡлыҡҡа ғына зарландылар, ә Ассыға һыу артынан ошо матурлыҡты ташлап йөрөгөһөләре кил-мәй икән. Уларҙы йәлләп, бер һауыт һыу ҡалдырып киттек, һаранланманыҡ.
Артабан юлды дауам итеү хәүефле ине. Ял итергә туҡтаныҡ һәм башҡа күтә-релмәҫкә һөйләштек. Ләкин атайымдың апаһы, 60 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡая-ларҙың иң юғары нөктә-һенә барып етте. Уның арты-нан Урал исемле егеттең әсәһе лә эйәрҙе. Бына улар иң бейек ҡая башында тора-лар һәм ҡурҡыу белмәҫ ҡатындарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ сағыла ине. Улар тағы бер ҡабат башҡорт ҡа-тын-ҡыҙҙарының тәүәккәл, сыҙамлы, утҡа һәм һыуға ке-рергә әҙер икәнлеген, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, яратҡан ҡатын һәм әсәй, Урал батыр кеүек егеттәр тәрбиәләй алырҙарын иҫбат иткәндәй булды, шикелле.
Төшкәс, Ләйсән Булат ҡыҙы беҙгә Алһыу ҡаялар-ҙың килеп сығыу тарихы бу-йынса әңгәмә ойошторҙо. Уларҙы тағы ла Ҡыҙылташ, Шураташ тип тә йөрөтәләр. Алһыу төҫтө уларға составтарында булған тимер бирә икән. Яҡынса 600 миллион йыл элек был урында ҙур күл булған, ти. Уның тулҡындары тирә-яҡҡа таралыр булған. Күл төбөндәге ылымыҡтар үлеп, һыу төбөндәге балсыҡ менән ҡушылғандар. Күл ҡороғас, төбө ҡатып, ҡыҙыл төҫтәге эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Был тау тоҡомо лемезит, ә ябай халыҡ телендә ассы ташы тип атала икән. Ул йорт-биналарҙы йөҙләү өсөн киң ҡулланыла, ти.
Хис-тойғоларға күмелеп, ҡайтыр юлға ыңғайланыҡ. Сәфәребеҙ рухи яҡтан ғына түгел, емеш-еләк яғынан да бай булды. Башта еләк-ле аҡланға тап булдыҡ, ә һуңынан ҡурай еләген ос-раттыҡ. Эрнесттың әсәһе, һоҡланыуын йәшермәй, айыуҙар бында рәхәтләнеп йәшәйҙер ул - балыҡ та, еләк тә тулып ята, тине.
Киске аш бешерергә то-тондоҡ. Урманда бешкән аш үҙе бер төрлө тәмле инде ул. Ә мәтрүшкәле сәй - көс, илһам сығанағы. Аштан һуң барыбыҙ ҙа ялан уртаһына ултырып, күҙҙәрҙе йомабыҙ... Иҫкән йылы ел массаж яһай.
Башҡортостандың ниндәй генә мөйөшөндә булһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙе тыуған йортобоҙ-ҙағылай хис итәбеҙ, беҙгә бер ниндәй ҙә сит-ят ил кәрәк-мәй, бигерәк тә йәй көнө. Йәй көнө бит беҙ файҙалы эш менән дә булабыҙ, рәхәтләнеп ял да итәбеҙ. Тыуған Вата-ныбыҙҙа беҙ йәнебеҙ, тәнебеҙ менән ял итәбеҙ. Аҡыллы-ға - ишара, үҙегеҙ уйлағыҙ.