Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
17 Август 2018, 12:06

Бер күстән башланды был муллыҡ

Өргөн ауылында йәшәүсе, халҡыбыҙҙың боронғо кә-сепәренең береһе - умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе тырыш Әнисә Таипова һәм уның балалары менән осрашыу бәхете тейҙе миңә.

Өргөн ауылында йәшәүсе, халҡыбыҙҙың боронғо кә-сепәренең береһе - умарта-сылыҡ менән шөғөлләнеүсе тырыш Әнисә Таипова һәм уның балалары менән осра-шыу бәхете тейҙе миңә.

Әнисә Сөләймән ҡыҙы ярты быуат ғүмерен донъ-ялағы иң изге эшкә - ба-лалар уҡытыуға бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле уҡытыусы. Беренсе сығары-лыш уҡыусылары йыйылған ваҡытта бер уҡыусыһы мө-ғәллимәһенә бер оя умарта бүләк итә. Шунан башланып китә лә инде был мәшәҡәтле лә, мауыҡтырғыс та шөғөл.

Әнисә апайҙың ата-әсәһе электән умартасылыҡ ме-нән шөғөлләнгән булғас, кәсеп әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Сөнки бал ҡо-рттарын тәрбиәләү өсөн кә-рәк-яраҡтары ла ҡалған була. Беренсе йылда умартаны ал-ғы баҡсала тотоп, биш литр бал алғас, ғаиләнең шатлы-ғының сиге булмай. Икенсе йылда күстәрҙе күбәйтергә ҡарар итәләр. Өйҙәге мәшәҡәттәр, мал-тыуар ҡарау кеүек эштәр менән бер рәттән умартаны ла ҡарауы бик ауырға төшә Әнисә апайға. Әммә бал ҡорттарын тарҡатмай ул. Сөнки балаларҙы уҡытырға кәрәк. Әҙләп булһа ла ки-лем төшөп тора. Шул ау-ыр ваҡыттарҙа баш ҡалала уҡып йөрөгән улы әсәһенең ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөүен күреп, ситтән то-роп уҡыу бүлегенә күсеп, ярҙамға ҡайтып төшә.

Башта бал йыйыр өсөн умарталарҙы урманда тота-лар. Унда йәшәр өсөн махсус вагон һатып алып, шунда ҡунып ҡарауыллайҙар. Аҙа-ҡтан йүкә балы йыйырға Бөрйәнгә, башҡа ерҙәргә барып ҡарайҙар. Бал йы-йылыуын йыйыла, әммә сығымдар ҙа күп талап ителә. Аҙаҡтан Таиповтар ауыл эргәһенән 160 гектар майҙанды ҡуртымға алып, ерҙе эшкәртеп, шунда бал йыйыу өсөн махсус үләндәр сәсеп, эште бер аҙ еңеләйтеүгә ирешәләр.

- Умартасы һөнәре - ма-уыҡтырғыс һәм шул уҡ ва-ҡытта үтә ҡатмарлы кәсеп. Уға бөтә күңелеңде, һә-ләтеңде һалып эшләмәй-һең икән, уңышҡа өлгә-шеп булмай. Бал ҡорттарын бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләйбеҙ, шун-һыҙ уларҙы үрсетеү һәм мул уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Беҙ уларға ун бер ай эшләһәк, улар беҙгә бер ай эшләйҙәр, - ти тырыш Фә-нил Таипов.

«Балда йөҙөп йәшәй» тип әйтеүе генә еңел ул, был шөғөл көн дә тырыш хеҙмәт, туҡтауһыҙ хәстәрлек талап итә. Яҙын умарта-ларға күстәрҙе күсереү, күс айырырға әҙерләнеү һәм уны башҡа-рыу, бал айырыу, ауырыу-ҙарға ҡаршы про-филактик саралар күреү, ҡышлатыуға әҙерләнеү, тынғыһыҙ ҡыш-лау осоро һәм башҡа һа-нап бөткөһөҙ мәшәҡәттәр менән бәйле. Бал алыр өсөн бал ҡорто кеүек эшләргә кәрәк, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Сәс-кәләрҙең тажын асып, хуш еҫ бөркөп нәҙекәй-билдәр-ҙе саҡырып торған сағы оҙаҡҡа һуҙылмай. Мәлендә өлгөрмәһәң, ауыҙыңды асып ултырып ҡалыуың да бар.

Уларҙың ҡорт тотҡан ер-ҙәренә барғас, үҙемде әкиәт илендәгеләй хис иттем.

Ҡарағастан шығырлап то-рған йорт һалынған, эргә- тирәһе сәскә-гөлдәргә кү-мелгән. Был инде хужабикә - Ахун ҡыҙы Юлиәнең тырышлығын, бөхтәлеген сағылдыра. Ҡаршыла ғына сылтырап шишмә ағып ята, ул быуаға барып тоташа. Балалар йәйге каникулда бында рәхәтләнеп ял итәләр.

Йүнселдәрҙең ужалыҡ-тары бал һығыр өсөн электр аппараты, бесән сабырға трактор һәм башҡа техника менән йыһазланды-рылған.

Боронғо башҡорттоң күс-мә тормошон хәтерләтеп, Фәнил ғаиләһе менән йәй-геһен бында йәйләһә, көҙ еткәс, ҡалаға ҡайтырға иҫәп тоталар икән.

Әнисә апай хәҙер был йо-ртта ҡунаҡ ҡына. Килеп, кәңәштәрен биреп, ярат-ҡан килене бешергән тәм-ле хәләл ризыҡ менән һый-ланып ҡайта ул.

Ихаталарында йүгереп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре ошо матур һыҙаттарҙы кү-реп, күркәм тәрбиә алып үҫә. Әнисә апайҙың улы Фәнил умартасылыҡтан тыш, ҡалала юрист хеҙмәтен башҡара. Ҡы-ҙы Илүзә ихтирам яулаған күҙ табибы.

Өс ейәнсәр һәм бер ейә-нгә өләсәй төп йортто таш-ламай Өргөн ауылында дон-ъя көтә. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Бал һатып алыусылар ҙа уға киләләр.

- Аллаһҡа шөкөр, ризы-ғыбыҙ үтемле. Һатыуға алып йөрөмәйбеҙ, өйҙән үҙҙәре алып китәләр, хатта, етмәй ҙә ҡала. Күптәр балды етештереп тә һата алмай интеккәндә, Әнисә Сөләймән ҡыҙының балына ихтыяждың шул тиклем ҙур булыуының се-рен һораным: «Сере ябай: тырышлыҡ, ихласлыҡ һәм таҙалыҡ. Бал ҡорттары - һиҙ-гер һәм нәзәҡәтле бөжәк, улар еҫте бик тиҙ айыра. Яны-на тәмәке тартҡан, араҡы эскән кеше бара алмай. Таҙа йөрөгән, изге уй уйлағандар-ҙы ғына ярата бал ҡорттары», - ти ул. Таҙалыҡ тигәндә, әңгәмәсем иң элек балға шәкәр өҫтәмәүҙе күҙ уңында тоталыр, моғайын.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: