Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
18 Сентябрь 2018, 14:41

Хәүефһеҙлекте онотмайыҡ!

Яңы уҡыу йылы башланыу менән уҡыусыларҙы янғын һүндереү ҡағиҙәләренә һәм янғын һүндереү ҡорамалдары менән ҡулланыу тәртибенә өйрәтәләр, махсус дәрестәр ҙә үтә.

Яңы уҡыу йылы башланыу менән уҡыусыларҙы янғын һүндереү ҡағиҙәләренә һәм янғын һүндереү ҡорамалдары менән ҡулланыу тәртибенә өйрәтәләр, махсус дәрестәр ҙә үтә.

Балалар баҡсаларында ла кескәйҙәрҙе янғын һүндереүсе хеҙмәте менән яҡындан таныштыралар.

Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, ҡаланың 1-се башҡорт лицейында туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы Владимир Штаткин янғын һәм уның эҙемтәләренә арналған асыҡ дәрес үткәрҙе. Унда ул балаларға янғын һүндереү приборҙы тураһында бәйән итте, яҡындан таныштырҙы, янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡорамалды түшәмгә нисек итеп дөрөҫ урынлаштырырға кәрәклеген күрһәтте. Был бик тә кәрәкле ҡорамал һатыуҙа бар. Хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел - 300-400 һум тирәһе. «Крона» батарейкалары ярҙамында эшләй икән.

Уҡыусылар был приборҙың төтөнгә нисек тәьҫир итеүен - сигнал биреүен ишеттеләр. Шулай уҡ янғын сыға ҡалһа өйҙә, мәктәптә йә башҡа урында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатланылар, «01», «010», «112» телефондары буйынса шылтыратырға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрҙөләр.

Балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында күпме бәлә-ҡазалар булып тора. Уҡытыусы шулай уҡ күрше райондарҙа янғын арҡаһында нисә баланың ғүмере өҙөлөүе тураһында аяныслы мәғлүмәттәр еткерҙе. Уҙған йылда туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә тураһында тағы бер ҡат иҫкәртте. Әгәр ҙә янғын ха-ҡында иҫкәртеүсе ҡорамал (пожароизвещатель) урынлаштырылған булһа, был бәлә булмаҫ ине.

- Бөрө районында өс балалы татыу ғаилә йәшәгән була. Уларға Мәскәүҙән һигеҙ һәм бер йәшлек балалары менән туғандары ҡунаҡҡа килә. Әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡан тағы бер туғандары ҡунаҡтарҙы оҙатышыр өсөн ҡуна ҡала. Төнөн, электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында, янғын сыға һәм ут бөтә йортто ялмап ала. Беренсе ҡатта йоҡлаған ололарҙы нисек тә булһа ҡотҡаралар. Ә бына икенсе ҡатта ҡалған сабыйҙар, әсәләре менән бергә, төтөнгә сәсәп, янып үләләр, - тип, ҡурҡыныс хәлде бәйән итте уҡытыусы.

Шулай уҡ 18-се балалар баҡсаһында ла ҡыҙыҡлы уйындар рәүешендә янғын хәүеһеҙлеге буйынса күнекмәләр үтте. Бында ҡаланың 24-се янғын һағы часынан килгән хеҙмәткәрҙәр кескәйҙәргә ут менән шаярыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген асыҡ аңлатып һөйләнеләр.

Янғын һүндереү ҡағиҙәләре буйынса һәр мәктәптә һәм балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән берлектә дәрестәр үтәсәк. Туҡһан ике янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡорамал һатып алыр өсөн район бюджетынан 25 мең һум аҡса бүленгән. Ошо бик тә кәрәкле ҡорамалдар һәр йортта урынлаштырылһа күпме кеше иҫән ҡаласаҡ. Уйланайыҡ, йәмәғәт!

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: