Быйыл филармониябыҙҙың «Уралтау» ансамбленә Төркиәлә үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашырға насип булды. Фестиваль Ялова ҡалаһында уҙған.
Һигеҙ бейеүсе парҙан, ҡурайсы, балаларҙы оҙатып барыусы ата-әсәләрҙән торған төркөм бер аҙна дауамында Мрамор диңгеҙе буйында рәхәтләнеп ял иткән. Билдәләп үтергә кәрәк, улар юлға ғына үҙ аҡсаларын тотонған, ә коллективты йәшәтеү-ашатыу мәшәҡәттәрен ҡунаҡ ҡаршылаған ил - Төркиә үҙ иңенә алған.
Ансамблдең етәкселәре - бейеүселәр Фәнилә һәм Азат Буранбаевтар.
- Беҙҙе ҡала ситендәге махсус өйҙәрҙә урынлаштырҙылар, - тип һөйләй төркөм етәкселәренең береһе Фә-нилә Буранбаева. - Диңгеҙҙән йөҙ метр арауыҡта ғына йәшәнек. Тулҡындар шауы аҫтында уяныу хаҡындағы хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Бигерәк тә балалар көндәр буйына диңгеҙҙән сыҡмай рәхәтләнделәр. Ә кистәрен, ҡояш байығас ҡына, сығыштар яһаныҡ.
Ете көн буйына планетабыҙҙың төрлө мөйөшөнән килгән профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Фестиваль делегацияның Ялова ҡа-лаһының төп урамдарынан парад формаһында үтеү менән асылды. Бөтәһе лә үҙҙәренең милли кейемдәрендә, тыуған илдәрен белдереүсе табличкалар тотоп атланы. Бында Әзербайжан, Косово, Кипр, Румыния, Иран, Ирак һәм башҡа бик күп илдәрҙән дә килгәндәр ине. Рәсәйҙән, беҙҙән тыш, Ҡарасәй-Чер-кесс Республикаһы һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан ҡатнашыусылар булды. Матур күренеш ине.
Парад халыҡ геройы, Төркиәнең беренсе президенты Мостафа Кемаль Ата-тюрк һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды. Ялово ҡалаһының мэры ме-нән осрашҡанда учалылар үҙҙәре менән алып килгән бүләктәрен тапшырҙылар. Бында, әлбиттә, башҡорт балы, сәк-сәк һәм милли кейемдәге ҡурсаҡ бар ине.
- Урындағы халыҡ менән төрөк телендә аралаштыҡ, - тип, тәьҫораттары менән уртаҡлаша төркөмдөң икенсе етәксеһе Азат Буранбаев. - Телдәре беҙҙекенә бик оҡшаш, аралашыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар булманы.
Минең ҡарашҡа, беҙҙең костюмдарға тиңләшерлек делегация ла булманы, шикелле. Халҡыбыҙҙың ҡама бүректәре, зауыҡ менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙ кейемдәре, аҫылташтарҙан торған биҙәүестәргә һоҡланмаған кеше булманы. Бигерәк тә «Самауыр» бейеүен яраттылар һәм ҡурайға һоҡландылар. Үҙәк майҙанда беҙҙең төркөм сығыш яһағанда ул фоторепортерҙарҙың күплеге! Улар һәр хәрәкәтебеҙҙе төшөрә барҙылар. Ә сығыш яһап бөткәс, һәр ваҡыт аяғүрә баҫып алҡышлай торғайнылар.
Фестиваль бик ойошҡан рәүештә барҙы. Фольклор-этник номерҙарҙан тыш, айырым концерт номерҙары ла булды, оҙон көйҙәрҙе лә рәхәтләнеп һуҙҙыҡ.
Шулай уҡ фестиваль барышында яҡташтарыбыҙ экскурсияларға ла йөрөргә, ҡала менән яҡындан танышырға ла өлгөргәндәр. Төрөк халыҡ мәҙәниәте, та-рихы ла балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Киләһе йылда был халыҡ-ара фестиваль Әзербайжанда уҙғарыласаҡ икән. Унда ҡатнашасаҡ коллективтарға тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.