Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
28 Сентябрь 2018, 11:09

Һөйөнсө! Яңы китап сыҡты!

«Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды тарафынан икенсе йыл рәттән «Илһам» балалар ижады конкурсы ойошторолдо.

«Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды тарафынан икенсе йыл рәттән «Илһам» балалар ижады конкурсы ойошторолдо.

Ул Учалылағы «Урал йәшмәләре», Әбйәлилдәге «Йәйғор», Белореттағы «Белорет шишмәләре», Бөрйәндәге «Баҙал» әҙәби берләшмәләре һәм Урал аръяғының ижади көстәрен берләштереүсе «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә матур итеп үткәрелде.

Конкурстың йомғаҡлау туры Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙҙы. Йәш авторҙарҙың алтауһы лауреат исеменә лайыҡ булып, уларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙең ижад емештәре «Өлкәр» китабында донъя күрҙе.

Улар араһында Учалы районынан: Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Аделина Хамматованың шиғырҙары, Мәҫкәү урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зөмәрә Фазылованың, 7-се Миндәк мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Лидиә Килованың хикәйәләре бар. «Урал йәшмәләре» әҙәби берләшмә-һе исеменән еңеүселәрҙе, уларҙың етәкселәрен ҡотлап, яңы ижади уңыштар теләйбеҙ. Мәктәп уҡыусыларынан быйылғы ижади конкурста ла әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайбыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Әлфиә ВӘЛИЕВА,

«Урал йәшмәләре» әҙәби

берләшмәһе сәркәтибе.


Читайте нас: