Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
5 Октябрь 2018, 10:54

Һоҡланабыҙ хаҡлы һеҙҙең менән (2)

Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғариф өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, халыҡ һөйөүен яулған уҡытыусылар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла танышты-рырға булдыҡ.

Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғариф өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, халыҡ һөйөүен яулған уҡытыусылар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырырға булдыҡ. Был династиялар мәғариф өлкәһенең ҡалҡаны, ныҡлы терәге булып тора.

Әхмәтйәновтар. Был династия 359 йыл ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған. Әхмәтйәнова (Шәмиғолова) Фәнжиә Әхмәҙулла ҡыҙы 1934 йылғы, Ураҙ ауылында тыуған. Миндәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Алған һөнәренә тоғро ҡалып, ҡырҡ өс йыл балаларға белем өләшә. «Мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған.

Тормош иптәше Әхмәтйәнов Ғакил Ниғәмәт улы 1935 йылда Рафиҡ ауылында донъяға килгән. 1949 йылда Белорет педучилищеһына уҡырға документтарын тапшыра. Мәктәптә эшләү дәүере 25 йыл.

Уҡытыусылар ғаиләһендә биш ҡыҙ бала донъяға килә - Гөлсирә, Дилә, Фәйрүзә, Зөлфиә, Наилә. Улар ҙа ата-әсәләре юлын дауам итә, Белорет педучилищыһын тамамлап, районыбыҙҙағы мәктәптәрҙә балаларға белем биреү өлкәһендә эшләйҙәр.

Оло ҡыҙҙары Гарипова Гөлсирә Ғакил ҡыҙы Оҙонгүл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, БР Мәғариф министрлығының, РФ-тың Мә-ғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла ул. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы ошо мәктәптә 40 йыл хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Ул да Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Дилә Ғакил ҡыҙының педагогик стажы ун биш йыл. Хеҙмәт юлын Ураҙ балалар баҡсаһында мөдир булып башлай.

Фәйрүзә Ғакил ҡыҙы педагогик эшмәкәрлеген 1977 йылда Кирәбе мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Әлеге мәлдә мәғариф бүлегендә хеҙмәт итә. Педагогик стажы утыҙ туғыҙ йыл. БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф отличнигы ла. Тормош иптәше Илгиз Шәмсетдин улы Ханнанов хеҙмәт һәм физкультура дәрестәренән белем биргән, 20 йыл хеҙмәт стажы бар.

Зөлфиә Ғакил ҡыҙы Миндәк урта мәктәбендә утыҙ ете йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. «БР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһенә эйә, район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булған.

Наилә Ғакил ҡыҙы Килмәк урта мәктәбендә 8 йыл балаларға белем өләшә.

Әлеге ваҡытта Фәнжиә һәм Ғакил Әхмәтйәновтарҙың ете ейән-ейәнсәре ҡала-районыбыҙ мәктәптәрендә, олатай-өләсәйҙәренең эшен дауам итеп, мәктәптә эшләйҙәр, уҡытыусылар династияһын ышаныслы дауам итәләр.

Ахун ауылынан Әитовтар династияһы. Әитова Рәсимә Фәтҡулла ҡыҙы 1927 йылғы. Педагогик стажы 38 йыл. Ахун урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Уның ҡыҙы Хажиева Роза Карам ҡыҙы ла әсәһенең эшен дауам итә. Хеҙмәт стажы шулай уҡ 38 йыл. Рәсимә Фәтҡулла ҡыҙының ейәнсәре Янсапова Лилиә Хакимйән ҡыҙы ун өс йыл Ахун урта мәктәбендә балаларға физкультура дәрестәрен үткәрә. Был ғаиләнең дөйөм педагогик ста-жы 92 йыл.

Хужиндар. Династияға нигеҙ һалыусы Ҡужакова (Хужина) Минзәлә Фуат ҡыҙы, мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. Ҡыҙы Ибәтуллина Гөлнара Фәнил ҡыҙы ҡаланың 10-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Улы Ҡужаков Ринат Фәнил улы 2007-2009 йылдарҙа Рысай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Минзәлә Фуат ҡыҙының бер туған һеңлеләре Зимфира Фуат ҡыҙы Нижневартовск ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы, Таңсулпан Фуат ҡыҙы Рысай урта мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Римма Шәфҡәт ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Минзәлә Фуат ҡыҙының килене Фирүзә Нәғимйән ҡыҙы ҡаланың 10-сы мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Династияның дөйөм педа-гогик стажы 34 йыл.

Минһажетдиновтар династияһының педагогик стажы 600 йыл. Уға нигеҙ һалыусы Хәләф Минһажетдин улы тураһында гәзитебеҙҙә айырым мәҡәлә урын алды. Х.М. Минһажетдиновтың 1937 йылғы ҡыҙы Мөслимова Рауза Хәләф ҡыҙы ҡаланың 1-се мәктәбендә 34 йыл физика һәм математика дәрестәре алып бара, директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә ла-йыҡ. Хәләф Минһажетдин улының ейәнсәре Хәтижә Мөхәмәҙей ҡыҙы - Мәғариф отличнигы, 40 йыл Миндәк урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Хәсибә Мөхәмәҙей ҡыҙы (ейәнсәре) 35 йыл балалар баҡсаһында эшләй, мөдир вазифаһын башҡара. РФ Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Тағы ла ике ейәнсәре Сажиҙә Мөхәмәҙей ҡыҙы (26 йыл) менән Сәрүәр Мөхәмәҙей ҡыҙы (20 йыл) Миндәк балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйҙәр. Сәрүәр Мөхәмәҙей ҡыҙының ҡыҙы Махова Альбина Андреевна ҡаланың 9-сы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, хеҙмәт стажы 3 йыл.

Хәләф Минһажетдин улының ейәне Алтынбаев Наил Ғәлләм улы тарих дәрестәре уҡытыусыһы, Оҙонгүл һәм Иманғол ауылдарында мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Хеҙмәт стажы - 24 йыл. Х. Минһажетдиновтың ейәнсәре Баныу Ғәлләм ҡыҙы Ураҙ лицейында утыҙ йыл математика фәненән уҡыта.

Ғайсиндар. Династияға нигеҙ һалыусы - Шәүкәт Хәлит улы. Дөйөм педагогик стаж - 127 йыл. Шәүкәт Хәлит улы 34 йыл Учалы ауылындығы Ә. Хөснөтдинов исемендәге мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта, хеҙмәт ветераны. Тормош иптәше Зәмбилә Ансар ҡыҙы юғары категориялы тәрбиәсе. 28 йыл Учалы ауылының 1-се балалар баҡсаһында эшләй. Улдары Ғайсин Азат Шәүкәт улы Комсомольск урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Шәүкәт Хәлит улының ҡустыһы Фәрит Хәлит улы 31 йыл ҡаланың 3-сө лицейында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Уның тормош иптәше Юлиә Ғәли ҡыҙы ун дүрт йыл «Урал» шифаханаһында уҡыта. Шәүкәт Хәлит улының килене Ғайсина Наилә Әхәт ҡыҙы 10 йыл ҡаланың 10-сы мәктәбендә эшләй. БР-ҙың мәғариф отличнигы.

Иманғолдан Бүләковтар династияһының дөйөм стажы 206 йыл. Нигеҙ һалыусы Бүләков Хәким Ниязғол улы хеҙмәт юлын Һөйөндөк мәктәбендә башлай. 1936 йылдан алып Иманғол мәктәбендә утыҙ йыл дауамында математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡыҙы Венера Хәким ҡыҙы 45 йыл Межозерный ҡасабаһында белем бирә. Бүләков Нил Хәким улы, машина өйрәнеү һәм хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Тормош иптәше Нурсилә Заһит ҡыҙы ҡырҡ йыл Иманғол мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны.

Нурсилә Бүләкованың һеңлеләре Илүзә Заһит ҡыҙы Иманғол урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫа-ры була, директор вазифаһын да башҡара. Оҙаҡ йылдар мәғариф бүлегендә эшләй. БР-ҙың мәғарифты үҫтереү институтында милли телдәрҙе уҡытыу буйынса методист та була, БР-ҙың мәғариф отличнигы, РФ-тың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Фирҙәүес Заһит ҡыҙы 26 йыл Иманғол урта мәктәбендә Башҡортотсан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып эшләй.

Ләйсән Нил ҡыҙының педагогик стажы ун йыл, бөгөнгө көндә ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Бүләковтар династияһын бөгөнгө көндә Фәнил Нил улы дауам итә. Уның педагогик стажы ете йыл. Иманғол урта мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Талантлы шағир, һүҙ оҫтаһы ла ул. «Яйыҡ» гәзитендә журналист булып та эшләне.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА әҙерләне.


Читайте нас: