Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
9 Октябрь 2018, 11:03

Күрһәтерлеге бар шул!

Республикабыҙҙың тыуған көнө көҙгө муллыҡ мәленә тура килеүе осраҡлы булмаһын, яландарҙа гел иген ҡутарылып уңһын, көтөүҙәрҙә мал көр булһын, табындарыбыҙ аш-һыуҙан һәр саҡ һығылып торһон!

Республикабыҙҙың тыуған көнө көҙгө муллыҡ мәленә тура килеүе осраҡлы булмаһын, яландарҙа гел иген ҡутарылып уңһын, көтөүҙәрҙә мал көр булһын, табындарыбыҙ аш-һыуҙан һәр саҡ һығылып торһон!

Ә бының өсөн ауыл хужалығының сәскә атыуы, тармаҡта егәрле һәм белемле хеҙмәткәрҙәрҙең эшләүе шарт. Ураҙ лицейында «Агро - 2018» исеме аҫтында ауыл хужалығы күргәҙмәһе һәм йәрминкә үткәрелде. Рәсми телдә - уҡыу йорто үҙенең ижади һәм ғилми-тикшереү потенциалын күрһәтте.

Ҡунаҡ итеп район хакимиәте, мәғариф бүлеге, ауыл хужалығы предприятиелары вә-килдәре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары йыйылды. Ураҙ урта мәктәбенә 1996 йылда аграр йүнәлеш бирелә. Ул ваҡыттағы директор Урал Байғусҡаровтың (РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы) тырышлығы һөҙөмтәһендә алына был статус. Ҡәҙимге фәндәрҙән тыш, «машиноведение» дәрестәре уҡытыла башлай, ә 2006 йылдан умартасылыҡ һөнәре лә ҡушыла. Ошо осорҙа 154 умартасы, 207 тракторсы таныҡлыҡтары бирелә. Шәп бит!

- Күп уҡыусыларыбыҙ аҙағынан ауыл хужалығы йүнәлешендә урта һәм юғары махсус белем алыуға ирешә, - тип билдәләне тантананы асҡанда директорҙары Дилә Хаджеева.

Сарала аграр йүнәлештәге эштәре тураһында һөйләнеләр, хәйер, күргәҙмә ойошторолғас, барыһын да күрергә, ҡапшап, хатта, татып ҡарарға мөмкинлек булды. Эйе, нәҡ татып ҡарарға.

Мәҫәлән, ҡауын ашап ҡараныҡ. Теплицала үҫтергәндәр. Балды тәмләп ҡаратыу менән сикләнмәнеләр, ысын балды ялған шәрбәттән айырыу серҙәренә лә төшөндөрҙөләр. Лицейҙа бөгөнгө көндә Гөлсәсәк Саубанова етәкселегендә ун биш умарта тотола икән.

Күргәҙмә ысынында ла мауыҡтырғыс булды. Мәҫәлән, районда үҫтерелгән культуралар лицейҙың тәжрибә участкаһына лә сәселә. Балалар арышты бойҙайҙан айыра алмай аптырап ҡалмаясаҡтар. Консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш стендтары ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә «тере» йәшелсәнең ниндәй генә төрҙәре юҡ ине бында!

Ауыл хужалығы йәнлектәре лә битараф ҡалдырманы. Бында инде ауыл халҡы ла ҡатнашты. Ҡуй һарығын күргән юҡ ине. Мөгөҙһөҙ, кәүҙәгә дәү мәхлүк. Хужалығында аҫраған Рәфҡәт ағай Дәүләтшин иҫте килтерҙе - бер баш һуғымдан ғына илле килограмм ит сыҡты, ти. Иң тәмле, «дөрөҫ» былау фәҡәт ҡуй һарығы итенән, тип тә аңлаттылар. Брама, ушанка тоҡомло тауыҡтар, аҡ рус тоҡомло кәзәләр, аҡ һәм һоро бәһлеүән тоҡомондағы кроликтар һәм башҡа.

Ураҙ балалар сәнғәт мәктәбенә йөҙҙән ашыу уҡыусы йөрөй. Бейергә, йырларға, бихисап музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр.

Әлбиттә, һәр кем музыкант булып китмәй, әммә камил шәхес формалашыу өсөн үтә мөһим, бала саҡтан сәхнәгә сығырға күнеккән кешегә теләһә ниндәй башҡа даирәләрҙә лә уңышҡа өлгәшеү еңелерәк биреләсәк. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел инде - бына был күргәҙмәлә «гид» ролдәрен бик тә оҫта башҡарҙылар. Һис тә ҡаушамайынса лицейҙың ҡаҙаныштары, тураһында матур, тасуири итеп һөйләнеләр, байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙеләр. Ундай йәштәргә ҡарап ҡына тороуы ла кинәнес.Мәктәптә рәссамлыҡ нигеҙҙәренә лә төшөндөрәләр. Был күргәҙмәгә килтерелгән һүрәттәр күңелгә ятты, һоҡ-ландырҙы.

Ә ауылдың «Ураҡсы ҡыҙ» фольклор ансамбле матур милли кейемдә сығыш яһауҙан тыш, күргәҙмәгә төрлө һөт ризыҡтары килтереп шатландырҙы.

Ишмәкәй һәм Ҡотой филиалдары «Урман дарыуханаһы» стенды әҙерләгән - бөтә булған дарыу үләндәрен йыйғандар. «Урман табибәһе» ролен баш-ҡарыусы Нәркәс Мансурова раҫлауынса, «Бар донъя - дарыухана» бит ул, ҡайҙан, ҡасан һәм нисек алырға кәрәклеген тик белергә генә кәрәк. Һәр үлән - дауа.

Лицейҙың үҙенең сағыштырмаса яңы тракторҙары ла бар. «Гостехнадзор» инспекцияһы начальнигы В.Т. Фәхретдинованан һораштыҡ, Ураҙ лицейы бөтә Башҡортостанда тракторсы һөнәре биргән бер берҙән-бер мәктәп ҡалған икән! Һәм Вилора Тельман ҡыҙы әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт. Бына, Азамат Әйүпов - Әбйәлил районынан. Киләсәктә Башҡорт дәүләт аграр университетына инженерға уҡырға керергә йыйына, шуға ла алдан механизатор һөнәрен үҙләштерә башлауҙы хуп күргән. Хәйер, лицейҙа интернат бар. Заманында интернатта иллеләп уҡыусы йәшәй, әле - егерме тирәһе.

Кәмеүҙең бар сәбәбе дәүләттең социаль сәйәсәте ҡырыҫланыуҙа.Элек туҡланыу хаҡының байтаҡ өлөшө ҡаҙна иҫәбенән барһа, хәҙер ата-әсәләргә айына дүрт меңләп (көнөнә 165 һ.) һум түләргә тура килә - байтаҡ ауыл ғаиләләре өсөн был бик ауыр йөккә әйләнә.

Һуңында Ураҙ биләмәләрендә (Талышман быуаһы) балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән «Руськормснаб» йәмғиәте экспозицияһын телгә алайыҡ. Был пред-приятие эт-бесәй өсөн аҙыҡ етештереү менән генә сикләнмәй, балыҡ еме лә сығара икән һәм үҙҙәренең хужалыҡтарында һынап та ҡарайҙар. Күргәҙмәгә көмөш сазандарын (серебряный карп) килтергән Павел Пальцев - бөгөнгө көндә районыбыҙҙа берҙән-бер юғары белемле балыҡсылыҡ белгесе. Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Шәһәретдинов, уға агролицейҙа балыҡсылыҡ түңәрәге алып барырға тәҡдим итте. Бик мәслихәт, ниндәйҙер шөғөл уңышлы барһын өсөн теләк кенә етмәй, белем дә кәрәк бит!

Сараға килеүселәрҙе айырым биналағы мәктәп музейына ла индерҙеләр. Байтаҡ ҡыҙыҡлы экспонаттар йыйылған икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, лицей үҙе лә, ауыл хужалығы күргәҙмәһе лә бик тә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Афарин!

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Читайте нас: