Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
9 Октябрь 2018, 10:52

«Ғүмер буйы эшемде яраттым»

«Ҡала-райондың «баш сантехнигы». Уны башҡа төрлө атап та булмай. Ни өсөн тигәндә, тө-бәгебеҙҙәге ниндәй объектты алһаҡ та, һәр береһенә ҡағылышы бар әңгәмәсебеҙҙең.

«Ҡала-райондың «баш сантехнигы». Уны башҡа төрлө атап та булмай. Ни өсөн тигәндә, тө-бәгебеҙҙәге ниндәй объектты алһаҡ та, һәр береһенә ҡағылышы бар әңгәмәсебеҙҙең.

Роберт Әхмәт улы Зәләлетдиновҡа ошо көндәрҙә «Учалы районының Почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелде, һәм ул быға, ысынлап та, лайыҡ.

Роберт Әхмәт улы Туймазы районының Түбәнге Сарҙыҡ ауылында тыуып үҫә. Ата-әсәһе уҡытыусылар, атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара. Ауылдарында белем усағы ете класс ҡына, уны тамамлағас, егет артабан уҡыу теләге менән яна, әммә йәше етмәү сәбәпле, училищеға алмайҙар. Ахырҙа, өгөтләй торғас, ата-әсәһе таныштары аша уға паспорт алып бирешә. Шулай итеп 14 йәшлек үҫмер 16 йәше тулған тигән танытма менән Туймазы төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң, Салауат ҡалаһына ебәрәләр, арматурасы булып урынлаша. Үткер егеткә эштең рәтенә төшөнөүе ауыр булмай, ниндәй станок артына баҫһа ла ҡушылғанды еренә еткереп башҡара. Етәкселәре лә уның тырышлығын күрә, фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәй.

- Эшем менән ҡәнәғәт инем, әммә ҡаланың «Салауат нефтехим» заводынан килгән еҫкә бөтөнләй түҙерлек әмәл ҡалманы һәм үҙемә шунда һүҙ бирҙем, армиянан һуң бында кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа, - тип хәтерләй ул. Германияла биш йыл хеҙмәт итә, намыҫлы хеҙмәте өсөн ун көнлөк ял менән бүләкләнә. Был мәлдә һеңлеһе Рита төҙөлөш училищеһын уңышлы тамамлап, Учалыла төпләнгән була.

Роберт Әхмәт улы ялға сығыу менән ер-һыу күрергә Учалыға юллана. 1964 йыл, ҡалаға нигеҙ һалына башлаған мәл, көнө-төнө төҙөлөш гөрләй. Һәр ҡайҙа ла эшселәр күпләп кәрәк. Учалы яғын оҡшата, егет күп уйлап тормай, армиянан һуң ошонда килергә ниәтләй. Хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡас, теләген яҡындарына әйтә, атаһы тәүҙә риза булмай, һуңынан: «Исмаһам, һеңлеңә терәк-таяныс булырһың», - тип, ризалығын бирә! Ул арала Роберт Әхмәт улы өйләнергә лә өлгөрә. Ҡатыны менән Учалыға килеп йәшәй башлайҙар. «Учалысантехмонтаж» ойошмаһына сантехник булып урынлаша, ең һыҙғанып, ихлас эшкә тотона.

Ситтән тороп техникум тамамларға ла өлгөрә. Һөнәрен яҡшы белгән уҙаманды ойошма етәкселеге лә шундуҡ күҙ уңына ала. Бригадир, һуңынан прораб итеп ҡуялар. Бригадаларына башҡалар ризалашмаған иң ауыр участкаларҙы ышанып тапшыралар.

Һуңынан инде тәжрибәле хеҙмәткәрҙе үҙе эшләгән «Учалысантехмонтаж» ойошмаһына директор итеп тәғәйенләйҙәр.

- Беҙ эшләгән объекттарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Ҡала-районды «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыуҙа ла ҡатнаштыҡ, мәктәптәрҙе йылытыуға ла өлөш индерҙек. Тау-байыҡтырыу комбинаты, ҡатырға-рубероид заводы, «Лесмаш» кеүек ҙур ойошма-предприятиеларҙы төҙөүгә фиҙаҡәр өлөш индереүебеҙ менән ғорурланам, - тип үткәндәрен йылы хәтирәләр менән иҫләй ул.

Тырыш хеҙмәте өсөн Роберт Әхмәт улы бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Хөрмәт грамоталары, дипломдар менән бүләкләнә. «БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемде йөрөтә, 68 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

- Үткәндәргә байҡау яһаһаң, ғүмер эш менән үткән дә киткән. Хаҡлы ялға сығып, ҡартлыҡтың килеп еткәнен тоймай ҙа ҡалғанмын, - ти әңгәмәсебеҙ.

Роберт Әхмәт улы әле лә алыштырғыһыҙ сантехник. Һөнәренең нескәлектәрен биш бармағындай белә. Дуҫ-иштәре ярҙам һорап шылтыратһалар, шундуҡ барып, кранторбаларын ремонтлай.

- Ғүмер буйы эшемде яраттым һәм сантехник булыуым менән ғорурланам, - ти ул.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: