Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Октябрь 2018, 11:50

Хәтерҙә уйыласаҡ күркәм мәлдәр

Ошо көндәрҙә ҡаланың 8-се коррекцион мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары бик тә күркәм акция уҙғарҙы.

Ошо көндәрҙә ҡаланың 8-се коррекцион мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары бик тә күркәм акция уҙғарҙы.

Дан аллеһында балалар менән «Ветеран» клубы ағзалары тәүҙә аллея биләмәһен сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартты. Һуңынан бергәләшеп мышар ағастары ултырттылар. Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашыусы Ғарифулла Зөлҡәрнәев һәм районыбыҙҙың Почетлы гражданы Вакиф Ғәйфуллин да ҡатнашты.

- Был сараны беҙ Ирекмән йылына һәм Ололар көнөнә бағышланыҡ. Балалар ысын кеше булып үҫһен, тәбиғәттең ҡәҙерен белһен өсөн акция оло быуын вәкилдәре менән бергә ойошторолдо. Тыуған илгә һөйөү, патриотлыҡ тойғолары нәҡ ошондай ябай, әммә шул уҡ ваҡытта бик тә мөһим эштәр аша сағыла бит, - ти 8-се мәктәп тәрбиәсеһе Минзәлә Сибәғәтуллина.

Был белем усағының мәрхәмәтлек акциялары уҙғарыуы тәүге тапҡыр ғына түгел. Улар шулай уҡ «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһенән дә ситтә ҡалмаған. Йәш экологтарҙы ҡеүәтләп, ҡалабыҙҙағы «Дорзеленстрой» йәмғиәте мәктәп баҡсаһына тупраҡ килтерә, сәскә үҫентеләре менән ярҙам итә. Учалы лесничествоһы иһә, үҙ сиратында, баҡса тирәләй ултыртыр өсөн ағас үҫентеләре биреп ҡыуандыра. Был өмәлә ҡатнашып, үҙҙәре таҙартҡан, йәшелләндергән биләмәнең фотоһын уҡыусылар ойоштороусыларға ебәрә. Балаларҙың тырышлығын сараны уҙғарыусылар юғары баһалайҙар һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләйҙәр. Акцияның төп маҡсаты - илебеҙҙәге ҡалаларҙың экологик хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итеү.

Уҡыусылар шулай уҡ быйыл иҫкергән, көсө бөткән батарейкалар ҙа йыйып тапшырған икән, сөнки уларҙы ташларға ярамағанлығын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ.

- Батарейкаларҙы биш литрлыҡ пластик һыу һауытына йыйыуын йыйҙыҡ, әммә ҡайҙа илтеп тапшырырға белмәнек. Магнитогорск ҡалаһында ҡабул итәләр, әммә уларҙы беҙҙән алып китер өсөн, үҙебеҙгә аҡса түләргә кәрәк икән. Шунан бер ир уҙаманы ярҙамға килде. Беҙҙең хәлде ишетеп, аңлап, үҙе килеп батарейкаларҙы Магнитогорск ҡалаһына алып барып тапшырҙы, - тип һөйләй тәрбиәсе. - Балалар әле лә өйҙәрендә иҫке батарейкалар йыйыуҙы дауам итәләр.

Бергәләп ағас ултыртҡандан һуң «Ветеран» клубында сәй табыны ойошторолдо. Өҫтәл артында уҡыусылар менән ветерандар яҡындан аралашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та алдылар. Һуғыш һәм тыл ветерандары үҙҙәренең баштарынан үткән хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашты. Гитара моңо аҫтында йырҙар йырланды. Мәктәп уҡыусылары менән «Ветеран» клубы ағзалары артабан да осрашып торорға бер-береһенә һүҙ бирҙе.

Сәй табынын ойоштороуҙа «Хәләл» кафеһына, «Шатлыҡ», «Жар-пицца» магазиндары, «Учалы-һөт» йәмғиәте ярҙам иткән.

Бынан тыш, «Йәшә урман!» экологик акцияһы сиктәрендә, район һәм ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, уларҙың башлыҡтары Фәрит Дәүләтгәрәев менән Ильяс Килмөхәмәтов та матур сарала ҡатнашты. Ҡаланың Әхмәтғәлин урамында, ял һәм мәҙәниәт паркында мышар ағастары ултыртты улар. Нәҡ ошо үҫ-ентеләр һыуыҡҡа бирешеп бармай һәм әрһеҙ булыуҙары менән айырылып тора бит. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙа ике йөҙҙән ашыу ағас үҫентеһе ул-тыртылған. Матурҡайҙар «Йәшмә» кинотеатры, саңғы-роллер трассаһы, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, ял һәм мәҙәниәт паркы эргәһен биҙәй. Акция йыл һайын уҙғарылып тора. Унда ҡала һәм ауыл халҡы теләп ҡатнаша. Ә һеҙ ағас ултырттығыҙмы?

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: