Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Октябрь 2018, 11:55

Минең яратҡан уҡытыусым

Район мәктәптәрендә «Минең яратҡан уҡытыусым» иншалар конкурсы үтте. Уҡыусылар ихлас ҡатнаша, өс йөҙҙән ашыу эш ҡаралды, тип хәбәр иттеләр беҙгә райондың мәғариф бүлегенән.

Район мәктәптәрендә «Минең яратҡан уҡытыусым» иншалар конкурсы үтте. Уҡыусылар ихлас ҡатнаша, өс йөҙҙән ашыу эш ҡаралды, тип хәбәр иттеләр беҙгә райондың мәғариф бүлегенән. Еңеүселәр билдәләнә, диплом-грамоталар тапшырыла.

Иң яҡшы тип танылған эштәрҙең береһен гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Иманыбыҙ камил - уҡыусы уҡытыусы менән һоҡланыу ғына түгел, бындай уҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш!

Мин үҙемдең яратҡан уҡытыусым - Фәттәхова Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы, уның бала сағы, мәктәптә, институтта уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙа-ныштары хаҡында яҙып үтергә теләйем.

Йәш быуын кешеләре араһында уҡытыусы һөнәренә ҡарата кире ҡараш йылдан-йыл нығына барғандай. Ләкин мин уҡытыусы эшенең иң кәрәкле, иң мөһим, иң ауыр, иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһе булғанлығын уҡытыусым миҫа-лында бик яҡшы аңлайым.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы 1968 йылдың 6 ғинуарында Учалы районының йәмле Яйыҡ буйында ултырған Наурыҙ ауылында донъяға килә.

Яратҡан уҡытыусым тураһында күберәк белергә теләп, уны уҡытып оло юлға баҫтырған, әлеге көндә хаҡлы ялда булған уҡытыусыһына мөрәжәғәт иттем. Баҡһаң, мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул бик әүҙем, тырыш, бар яҡлап һәләтле булған икән. Бына шулар тураһында миңә хаҡлы ялдағы уҡытыусы - хеҙмәт ветераны Байғарин Алик Һибәт улы бына нимәләр бәйән итеп шатландырҙы:

- Гөлсинә апайығыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ минең иң шәп, егәрле уҡыусыларымдың береһе булды. Уҡыу буйынса ла, йәмғиәт эштәрендә лә алдынғылар рәтенән төшмәне. Иптәштәре менән бик яҡшы мөнәсәббәттә булды һәм улар араһында абруй ҡаҙанды. Әҙәбиәткә тартылды. Үҙ ауылының илһөйәре булды һәм әлеге көндә лә шул юлдан ситкә тайпылмай.

Аҙағынан: «Уның үҫтергән сәскәләре, көткән донъяһы ғына ни тора, иҫ китерлек бит!» - тип, һүҙен тамамланы ветеран уҡытыусы.

Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге уны Өфө педагогия институтына алып килә. Был турала уҡытыусым үҙе бына нимә ти:

- Бәләкәй саҡта, күрше ҡыҙҙарын теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнар инем. Ошо уйын эшем миңә бала саҡта ныҡ оҡшаны.

Тәүге уҡытыусым Әминә Илһам ҡыҙы ныҡ талапсан булды. Тырышып уҡырға өндәне, ялҡауланырға ирек бирмәне. Апайың һымаҡ уҡытыусы бул, ти торғайны. Апайым, Саима Әхмәт ҡыҙы, үҙенең юлын ҡыуырына миңә гел ышанып ҡараны. Әсәйем дә ике һүҙенең бе-реһендә, Исламовтарҙан да уҡытыусы сығырға тейеш тип, йөрәгемә дәрт һалды. Һәм минең хыялым тормошҡа ашты! Мин - балаларҙың киләсәген хәл итеүсе шәхес, оло яуаплылыҡ!

Гөлсинә Ибраһим ҡыҙының, әсәһе Рауза Баһау ҡыҙына оҡшап, ҡул эштәренә оҫта икәнлеген белеп ҡалдым. Уның бәйләгән бәйләмдәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Һуңғы ваҡытта ҡул эштәрен ситкә ҡуйып торған, сөнки ул әлеге ваҡытта Наурыҙ урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Гөлсинә апай уңған етәксе лә. Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең мәктәп шау сәскәгә күмелеп ултыра. Һоҡланғыс!

Гөлсинә Ибраһим ҡыҙының теләктәре тормошҡа аша: ул 1991 йылда институтты уңышлы тамамлап, Кирәбе мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Егерме йыл рус балаларын башҡортса һөйләшергә өйрәтә. Ә 2011 йылдан алып, бына инде ете йыл яратҡан уҡытыусым Наурыҙ урта мәктәбендә дәртләнеп эшләй. Бар яҡлап һәләтле, тырыш, дәртле уҡытыусым бер конкурстан да ситтә тороп ҡалмай, ҙур теләк менән ҡатнаша.

Ысынлап та, уҡытыусыбыҙ беҙҙең өсөн оло серҙәш тә, яҡын дуҫ та.

- Балалар, яратҡан уҡытыусыһына ныҡ ышанып ҡарай, үрнәк ала, кәрәк саҡта үҙҙәре лә миңә ярҙам итә. Бөтә ауырлыҡтарҙы ла балалар менән еңеп сығам. Улар мин үткәргән сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренә фәһем ала, насарҙы яҡшынан айырырыға, изгелек ҡылып ҡына йәшәргә өйрәнә. Бының өсөн үҙ эшеңде яратып башҡарырға, һәр баланың яйына торор кәрәк, - тип дәртләнеп һөйләй ул үҙ эше һәм уҡыусылары тураһында.

Ә быйыл «Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыуы - уның иң ҙур ҡаҙанышы булды. Ҙур эшмәкәрлек талап иткән был конкурста ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булыуы - үҙе бер батырлыҡ!

- «Ғаиләм - минең ҡәлғәм!» - тип шатланып һөйләй уҡытыусым. - Тормош иптәшем, балаларым һәр яҡлап ярҙам итеп, таяныс булып тора. Уларҙың ярҙамы, файҙалы кәңәштәре булмаһа, мин шул тиклем эште башҡарып сыға алыр инемме икән?

Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, тип уйлайым. Өйҙә, ғаиләлә татыулыҡ булғанда, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп, ҡәҙерләп торғанда ғына ниндәйҙер ҡаҙаныштарға ирешеп булалыр, моғайын.

Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы өлгөлө ҡатын һәм әсәй. Мин дә яратҡан уҡытыусыма һәр саҡ һоҡланып ҡарайым, уның кеүек дәртле, йәшәүҙе ысын мәғәнәһендә яратҡан оҫта һөнәр эйәһе булғым, кешеләргә шатлыҡ өләшкем килә! Киләсәктә лә уҡытыусыма яңынан-яңы үрҙәр, бөйөк ҡаҙаныштар теләп ҡалам!

Зәлиә ХӨСНУЛЛИНА,

Наурыҙ урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.


Читайте нас: