Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
19 Октябрь 2018, 11:38

Мөнәжәттең моңло сыңы

Күптән түгел Сибай ҡалаһында төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйгеһе үҙ эшен тамамланы.

Күптән түгел Сибай ҡалаһында төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйгеһе үҙ эшен тамамланы.

Ярыш өс номинацияла үтә: мөнәжәт, нәсихәт һәм Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән сүрәһенең шиғри формалағы башҡортса тәржемәһен башҡарыу. Мө-нәжәт башҡарыусыларҙы күтәрмәләү һәм уларҙы үҫтереү, киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм был мираҫты уларға тапшырыу бәйгенең төп маҡсаты булған. Алтынсы тапҡыр ойошторолған был сарала Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Күгәрсен, Йылайыр райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән йөҙҙән ашыу бәйгеселәр сәсәнлектә, башҡарыу оҫталығында ихлас көс һынаша.

Районыбыҙҙың исеменән ярышта Наурыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе ағинәйҙәр һәм Сора-ман ауылынан Зөбәйҙә Ҡәләмова сығыш яһай. Коллектив «Нәсихәт» номинацияһында икенсе урын яулаһа, Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Ул «Бәхетле, иманлы ғүмер» сүрәһен, Сәрүәрә Ғарипова яҙған көйгә һалып, ихлас күңелдән башҡара. Һәр бер ҡатнашыусыға ярышта сығыш яһар өсөн бер минут ҡына ваҡыт бирелә.

Зөбәйҙә апай «Йәсин» сүрәһенән өҙөктөң өс куплетын ғына ятлап ишеттерә алыуға ҡарамаҫтан, залда ултырыусыларҙың йөрәктәренә үтеп инә ала һәм «Та-машасы һөйөүө» номинацияһына лайыҡ була.

Гран-прины ла жюри ағзалары башта Зөбәйҙә Ҡәләмоваға тапшырырға ниәтләй, кәңәшләшкәндән һуң, Ырымбурҙан беренсе тапҡыр килгән яҡташыбыҙҙы күтәрмәләү маҡсатында, уға бирергә ҡарар итәләр. Зөбәйҙә апай жюри ағзаларының был фекеренә шатланып риза була.

- Был сараға барырға мәҙәниәт бүлеге автобус бүлде. Уларға бик рәхмәтлемен, - ти Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы ысын күңелдән.

Абруйлы ағинәйгә һәр минуты ҡәҙерле. Сәләмәт тормош яҡлы кешеләрҙең береһе булараҡ, көн дә иртән тибет күнегеүҙәрен яһай. Унан аҙаҡ намаҙға баҫа. Ваҡыттың бер генә мәлен дә бушҡа сарыф итмәйенсә, үҙе белгәндәрҙе халҡына еткерергә тырыша ул. Егерме биш йыл инде дин юлында. Һигеҙ китап авторы. Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. Сораман ауылы ағинәйҙәр ойошмаһын да етәкләй. Ауылда Тиләү ырыуы музейы ла уның башланғысы менән асыла һәм бөгөнгө көндә музейҙың эшен алып барыусы ла нәҡ Зөбәйҙә Ҡәләмова. Тормош иптәше Зиннур Шөғәйеп улы менән бергәләп мәсет эшмәкәрле-гендә әүҙем ҡатнашалар.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡәләмовтар мәктәптә эшләй. Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы - тарих, башҡорт теленән, Зиннур Шөғәйеп улы башланғыс кластарҙы уҡыта, һуңынан музыка белгесе була, мәктәп директоры вазифаһын да башҡара.

Икеһе лә «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән, Зөбәйҙә Ҡәләмова - Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты ла.

Яңыраҡ «Әүҙем быуын» (ижади төркөм - Шәүрә Шакирйәнова, Зиннур Ҡәләмов) Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, махсус грантҡа лайыҡ була һәм ноутбук менән бүләкләнә. «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында ла ҡатнашҡан. Күптән түгел «Сораман ауылы тарихы» исемле китабы донъя күргән.

Сораман ауылы ағинәйҙәре - Лариса Ишморатова, Сәғиҙә Ҡотоева, Шәүрә Шакирйәнова, Рәмилә Ямалова - «Тәбиғәтте ҡурсалау» акцияһында (тирә-йүнде тәртиптә тотоу, шишмәләрҙе таҙартыу) актив ҡатнашалар.

Ағинәйҙәр тәбиғәт телен белеү, аңлау ауыл кешеһе өсөн иң мөһим әйберҙәрҙең береһе, тип иҫәпләй. Шуға күрә улар ошо төбәктә һаҡланған, ололар белгән бик күп йолалаларҙы тергеҙеү, йәштәргә өйрәтеү юҫығында әүҙем эш алып баралар.

Мәҫәлән, быйыл ағинәйҙәр хөзөргә сығып, Зөбәйҙә Ҡәләмованың сценарийы буйынса урындағы мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар Зөлфиә Ҡотоева, Динә Ҡотоева, Мәүжидә Хәйруллина, клуб мөдире Илзидә Ямалова ҡатнашлығында, «Йолоҡ туйы» йолаһын күрһәткәндәр. Унда улар халыҡҡа яҙ еткәс нисек итеп өйҙө, кәртә-ҡураны, мал-тыуарҙы дауалы үләндәрҙең төтөнө менән ыҫлап, таҙарыныуҙы яҡшылап аңлата, күрһәтә.

Бынан тыш, Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы Троицк ҡалаһында уҙған нәсихәттәр әйтеү төбәк конкурсында ҡатнашып, 160 конкурсант араһында өсөнсө урын яу-лаған. Унда ағинәй «Йәсин» сүрәһенән ун ете куплет көйләгән булған.

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: